Адыев Иҡсан Адыевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Сержант
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Һөнәр төрө яугир
Вафат булған көнө 16 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]
Һуғыш/алыш
Тыуған көнө 1901

Адыев Иҡсан Адыевич (рус. Адыев Иксан Адыевич; 1901 — 16 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 275-се кавалерия полкында отделение командиры. Гвардия сержанты[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡсан Адыевич Адыев 1901 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Яңы Күскилде ауылында тыуған.

1941 йылдың 10 декабрендә БАССР-ҙың Асҡын район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия сержанты Адыев Иҡсан Адыевич 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 275-се кавалерия полкында отделение командиры була.

1942 йылдың 16 июлендә (1942 йылдың 10 декабре тигән мәғлүмәт тә бар[2]) Курск өлкәһе Озерки ауылы янында һәләк була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адыев Иҡсан Адыевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Асҡын районы Яңы Күскилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә гвардия сержанты Адыев Иҡсан Адыевич та (элекке Курск өлкәһе) Липецк өлкәһе Тербун ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1157  көн күрһәтелмәгән].

Адыев Иҡсандың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 1157  көн күрһәтелмәгән].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]