Азаматов Дамир Мостафа улы
Азаматов Дамир Мостафа улы (5 май 1940 йыл — 27 ноябрь 2020 йыл) — ғалим-философ. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыусыһы, профессор-консультанты. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
Биографияһы
Дамир Мостафа улы Азаматов 1940 йылдың 5 майында Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында тыуған[2]. Хоккейсы һәм тренер Марат Азаматовтың ағаһы.
1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң — комсомол эшендә. 1970 йылдан алып БДУ-ла уҡыта, 1976 йылдан — Бөрө педагогия институтының философия кафедраһы мөдире. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта (1983 йылдан алып философия кафедраһы мөдире)[2].
Ғалим 2020 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан ижтимағи, сәйәси һәм философия фекеренә, мәғрифәтселек тарихына, медицина һәм һаулыҡ һаҡлауҙың социаль- философик проблемаларына арналған. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, 15 монография, 4 яҡлаулы докторант, 36 фәндәр кандидаты етәксеһе[4]/
Төп ғилми эштәре
- Из истории развития общественно политической и философской мысли Башкирии конца XIX — начала XX в. Пермь, 1979;
- Социальная детерминированность внутриличностного конфликта (социально философский анализ). Уфа, 2009 (авторҙаш);
- Здоровье молодёжи как общественная ценность в современном российском обществе. Уфа, 2010 (авторҙаш)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 Азаматов Дамир Мостафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ушел из жизни Азаматов Дамир Мустафеевич. Профсоюз обучающихся БГМУ. Страница в ВК, 27 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2020)
- ↑ Азаматов Дамир Мустафеевич — биография
Һылтанмалар
- / Азаматов Дамир Мостафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Азаматов Дамир Мустафеевич — биография