Ярмуллин Азат Шакирйән улы

Азат Шакирйән улы Ярмуллин (рус. Ярмуллин Азат Шакирьянович; 1975 йылдың 4 ноябре, Үрге Сәлим, Башҡорт АССР-ы) — журналист, тарихсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Биографияһы

Азат Шакирйән улы Ярмуллин 1975 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Журналист Сәлмән Ярмуллиндың ҡустыһы.

  • 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
  • 1999 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһында программа алып барыусы, 2000 йылдан студия мөхәррире; 2001 йылдан телевидение студияһы мөхәррире.
  • 2002 йылдың апреленән «Тамаша» журналы; ноябренән «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе.
  • 2006 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының баш белгесе.
  • 2007 йылдан «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми баҫмаһының бүлек мөхәррире, 2012 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 2014 йылдан — энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары.
  • 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры[1].
  • 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе.

Хәрби-тарихи темаға фәнни-публицистик мәҡәләләр һәм китаптар авторы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2010).

Китаптары

  • Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәр хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө. — 2009. — 222 бит[[2].

Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре

  • Первый опыт договорных отношений. На пути к созданию республики существовало множество преград. (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ ПРОВОЗГЛАШЕНИЯ СОВЕТСКОЙ АВТОНОМИИ БАШКОРТОСТАНА). «Республика Башкортостан» гәзите, № 49, 2009, 13 март[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Һылтанмалар