Акилов Терентий Семёнович
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Сержант |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һуғыш/алыш | |
Һөнәр төрө | яугир |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 1901 |
Акилов Терентий Семёнович (1901 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК (Дегтярёв—Шпагин эре калибрлы пулемёт) менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинструкторы. Гвардия сержанты. III дәрәжә Дан ордены (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнгән[1].
Биографияһы
Терентий Семёнович Акилов 1901 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Йылайыр районы) Ҡананикольский ауылында тыуған.
1942 йылдың 5 ғинуарында Йылайыр хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Гвардия сержанты Акилов Терентий Семёнович 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК (Дегтярёв—Шпагин эре калибрлы пулемёт) менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинструкторы.
![]() |
Зандхаузен тораҡ пункты өсөн алышта Терентий Акилов яраланды, әммә эвакуацияға ризалашманы.
Герлиндерф өсөн барған һуғыштарҙа донесение менән китеп барған иптәш Акилов 15 дошмандан торған төркөмдө күрә һәм ҡылыссылар эскадроны командирына хәбәр итә. Немец һалдаттары әсирлеккә төшә. Бранденбург өсөн яуҙа иптәш Акилов, үҙенең автоматынан атып, ике немец автоматчигын юҡ итте[2]. |
![]() |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- III дәрәжә Дан ордены (1945)[2][3]
Хәтер
Акилов Терентий Семёновичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Йылайыр районы Ҡананикольский ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 2170.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Акилов Терентий Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акилов Терентий Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Акилов Терентий 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Зилаирский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы. Акилов Терентий Семёнович
- ↑ 1 2 Память народа. Акилов Терентий Семёнович
- ↑ Акилов Терентий(недоступная ссылка)
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Зилаирский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2