Акимов Иван Георгиевич

Акимов Иван Георгиевич (25 август 1907 йыл — 15 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы. Гвардия капитаны. ВКП(б) ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1943) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1944, үлгәндән һуң) кавалеры[1].

Биографияһы

Иван Георгиевич Акимов 1907 йылдың 25 авгусында Рәсәй империяһының (хәҙер — Волгоград өлкәһе) Родниковский утарында[2] тыуған.

1929 йылдың 14 сентябрендә Сталинград өлкәһе Ново-Анненск (икенсе сығанаҡтарҙа — Урюпинск) районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия капитаны Акимов Иван Георгиевич 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 15 ноябрендә һәләк була[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Акилов Иван Георгиевич Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларға[3] һәм Рәсәй Федерацияһы Волгоград өлкәһе Новоаннинский районы Родниковский утарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.