Алексеев Александр Леонидович

Александр Леонидович Алексеев (рус. Александр Леонидович Алексеев; 1984 йылдың 13 марты, Өфө) — Рәсәй хормейстеры, хор һәм опера-симфоник оркестр дирижёры, театр эшмәкәре, педагог. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры (2023—2026), баш хормейстеры (2016—2022) һәм музыкаль етәксеһе (2022—2023). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021). Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

Тәржемәи хәле

А. Л. Алексеев 1984 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[1].

Белеме

2007 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «хор дирижёрлығы» һөнәре буйынса (доцент В. М. Никитенков класы) ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

2010 йылда ошо уҡ юғары уҡыу йортонда профессор Р. М. Бикмөхәмәтова етәкселегендә ассистентура-стажировка үтә. 2021 йылда Ю. А. Селезнёв класында «опера-симфоник дирижёрлығы» йүнәлеше буйынса икенсе ассистентура-стажировкаһын тамамлай[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

2007—2014 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижёрлығы кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй, һуңыраҡ доцент вазифаһын башҡара. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты хоры, «Латинский квартал» вокаль ансамбле, «Уфимские певчие» ир-егеттәр хоры, Өфө йәштәр һәм студенттар хоры менән эшләгән[2].

2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан дәүләт академия хор капеллаһы дирижёры һәм бер үк ваҡытта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының академия сәнғәтен үҫтереү буйынса баш белгесе булып хеҙмәт итә[3].

Башҡорт опера һәм балет театрында

2016 йылдан алып А. Л. Алексеевтың эшмәкәрлнге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры менән бәйле:

  • 2016—2022 йылдарҙа — театрҙың баш хормейстеры;
  • 2022—2023 йылдарҙа — театрҙың музыкаль етәксеһе һәм баш хормейстеры[4];
  • 2023 йылдың апреленән 2026 йылдың ғинуарына тиклем — Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының генераль директоры[5][3].

Уның етәкселегендә театрҙың ижади төркөмө даими рәүештә Мәскәүҙә, шул иҫәптән Рәсәй дәүләт академия Ҙур театрының Тарихи һәм Яңы сәхнәләрендә опера һәм балет постановкаларын күрһәтә[3].

2026 йылдан һуң

2026 йылдан башлап Волгоград өлкәһенең «Царицыно операһы» (рус.)баш. дәүләт театрында хормейстер һәм дирижёр булып ижади эшмәкәрлеген дауам итә[2].

Ижади һәм сәхнә эшмәкәрлеге

А. Л. Алексеев театр сәхнәһендә ҡуйылған күп кенә классик һәм заманса спектаклдәрҙең музыкаль етәксеһе, ҡуйыусы дирижёры һәм баш хормейстеры булараҡ сығыш яһай. Улар араһында:

  • «Аттила» (Джузеппе Верди);
  • «Садко» (Н. А. Римский-Корсаков);
  • «Дон Кихот» (Жюль Массне);
  • «Фауст» (Шарль Гуно);
  • «С. В. Рахманинов. Симфония длиною в жизнь» балет-фантазияһы;
  • «Ете ҡыҙ» балеты һ. б.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала күләмендә үткәрелгән музыкаль форумдарҙы ойоштороуҙа һәм уларҙың баһалама комиссияһында әүҙем ҡатнаша.

  • Г. В. Свиридовтың 100 йыллығына бағышланған VI Бөтә Рәсәй академик хор дирижёрҙары конкурсы (2015);
  • Башҡортостан Башлығы грантына Хорҙар фестивале (2016);
  • «Хоровая радуга» балалар хор коллективтары конкурсы (2009—2017);
  • Ш. Ибраһимов исемендәге Асыҡ Республика хор дирижёрҙары конкурсы;
  • Ф. И. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара вокалистар конкурсы;
  • «Браво» республика академия вокалистары конкурсы[2].

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Берләштерелгән балалар хорының эш төркөмө составында була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021)[6];
  • С. Эйдинов исемендәге IV Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙары конкурсының I премияһы лауреаты (Магнитогорск, 2006)[1];
  • Академик хор дирижёрҙарының IV Бөтә Рәсәй конкурсының I премияһы лауреаты (Салауат, 2006)[1];
  • Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2013)[2];
  • Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһының Почёт грамотаһы (2015)[2].

Ғаиләһе

Ҡатыны — Айгөл Хәйбуллина. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләйҙәр[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Александр Алексеев – музыкальный руководитель Башкирского театра оперы и балета. Музыкальное обозрение (9 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Алексеев Александр Леонидович. Волгоградский государственный театр «Царицынская опера». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
  3. 1 2 3 Лейла Аралбаева. Бывший гендиректор Башоперы стал хормейстером и дирижером Большого театра? Башинформ (29 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
  4. Александр Алексеев – музыкальный руководитель Башоперы. Башкирский государственный академический театр оперы и балета (9 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
  5. 1 2 Елена Федоренко. Александр Алексеев, гендиректор Башкирского театра оперы и балета: «В сорок лет любовь к опере только начинается!» Газета «Культура» (10 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.
  6. Указ Главы Республики Башкортостан от 24 декабря 2021 г. N УГ-795 "О присвоении почетного звания "Заслуженный артист Республики Башкортостан" Алексееву А.Л.". Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2026.

Һылтанмалар

© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».