Алиева Фазу Гамзатовна
Гражданлығы | |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Вафат булған урыны | |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы и Общественная палата Российской Федерации первого состава (2006—2008 год)[d] |
Һөнәр төрө | поэтесса, журналист, писательница, правозащитница |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1932 |
![]() | |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ауар теле |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 2016[1] (83 йәш) |
Тыуған урыны | |
![]() |
Алиева Фазу Гамзатовна (5 декабрь 1932 йыл — 1 ғинуар 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй авар шағиры, Дағстандың халыҡ шағиры (1969), прозаик һәм публицист. Рәсәй һәм Дағстан әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индерә, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Ике «Почет Билдәһе» һәм ике Халыҡтар дуҫлығы, Изге апостол Андрей Первозванный (2002) ордендары кавалеры; Совет тыныслыҡ фондының алтын, «Тыныслыҡ өсөн көрәшселәр» совет тыныслыҡты яҡлау комитеты һәм Бөтә донъя тыныслыҡ Советының юбилей миҙалдары, шулай уҡ бер нисә сит ил почётлы наградалары эйәһе[2].
Биографияһы
Фазу Гамзатовна Алиева 1932 йылдың 5 декабрендә Дағстан АССР-ы Хунзах районы Геничутль ауылында тыуған.
Шиғырҙарҙы бәләкәй сағынан яҙа башлай, мәктәп йылдарында уҡ шағир булып таныла.[3] Фазу авар һәм рус телдәрендә яҙа. Ун ете йәшлек Фазуҙың шиғырҙары тәүге тапҡыр 1949 йылда «Большевик гор» гәзитендә, һуңыраҡ «Дағстан комсомолецы» гәзитендә һәм авар телендә «Дружба» журналында баҫылып сыға. Тәнҡитселәрҙе ул саҡта яңы башлаусы шағир һәм яҙыусы үҙенең сағыу һәм үҙенсәлекле һәләте менән хайран ҡалдыра. Фазу Алиева « шиғриәт кешенең таҙарта, уны сағыуыраҡ, изге күңелле һәм юғарыраҡ итә», тип иҫәпләй.[4]
1954-1955 йылдарҙа Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтына уҡырға инә.
1961 йылда А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай.
СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Дағстан Милли Фәндәр академияһы академигы була[5].
Уның шундай фраза-мөрәжәғәте билдәле: «.Тормошта төрлө нәмә була — кешеләр бер-береһен яратмаҫҡа, үҙ-ара талашырға мөмкин. Ләкин бер ҡасан да бер-берегеҙгә атмағыҙ. Донъяла быны бер нәмә лә аҡлай алма»[6]
Хеҙмәт юлы һәм әҙәби эшмәкәрлеге
Донъяның 68 теленә тәржемә ителгән 102-нән ашыу шиғри һәм прозаик китаптар, шул иҫәптән «Тыуған ауыл», «Тауҙар законы», «Глаза добра», «Яҙғы ел» (1962), «Радугу раздаю» (1963), «Мгновенье» (1967) шиғри йыйынтыҡтары «На море» (1961), «В сердце каждого — Ильич» (1965), «Судьба» романы (1964), «Тавакал», или Отчего седеют мужчины" поэмаһы авторы, «Родовой герб», «Восьмой понедельник» романдары хәҙерге Дағстан тормошо тураһында. Шиғырҙары рус теленә тәржемә ителгән — «Зәңгәр юл» (1959), «Ташта семәрләү» (1966), Ун һигеҙенсе яҙ (1968) йыйынтыҡтары (1968)[7].
1950—1954 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
1962 йылда Дағстан уҡыу-педагогика әҙәбиәте нәшриәтенең мөхәррире
1971 йылда — «Женщина Дагестана» журналының баш мөхәррире.
15 йыл дауамында Дағстан Юғары Советы рәйесе урынбаҫары була.
1971 йылдан — Дағстан тыныслыҡты һаҡлау комитеты һәм Дағстан совет тыныслыҡ фонды бүлеге рәйесе, Бөтә донъя тыныслыҡ советы ағзаһы.
Фазу шағир-йырсы, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар популярлыҡ яулай: 1980 йылда «Песня года» фестивале финалына Эдита Пьеха башҡарыуында «Придумай такое мне имя» тигән йыр сыға[8][9].
Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2006 йылға тиклем)[10].
Махачкала ҡалаһының зыяратында ерләнгән.[11]
Ижадына баһа
Тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙма фонды мөдире Мариза Магомедова Фазу Алиеваның ижади мираҫы хаҡында былай тине: «Ул бөтә ғүмерен кешене, Ватанды маҡтауға арнаны. Уның ижадының төп темалары — һуғыш һәм тыныслыҡ, хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡ темалары. Бәләкәй ауылдан Гиничутль ҡыҙыҡайы үҙенең тыуған ергә, халыҡҡа, тыныслыҡҡа һөйөүе хаҡында һөйләп, донъяны яуланы»[7].
Фазу Алиеваға «Работница», «Огонёк», «Крестьянка», «Советская женщина», «Знамя» журналдары премиялары тапшырылды. Шулай уҡ Дағстан Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге «Вечный огонь» шиғырҙар китабы өсөн премияһы тапшырылды. Уның «Комок земли ветер не унесёт» китабы Н. Островский исемендәге премияға лайыҡ булды.
Махачкаланың Дуҫлыҡ скверында Фазу Алиеваға һәйкәл асыла.
Сит телдәргә тәржемә ителгән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фазу Алиеваның китаптары суахили, тамил, кхмер, һинд, инглиз, немец, швед, чех, француз, испан, поляк, япон һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыға[12]
Пьесалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Хочбар» — М. Магомедов менән берлектә яҙылған пьеса
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (11 декабрь 2002 йыл) —ватан әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм юғары гражданлыҡ позицияһы өсөн[13]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2015 йылдың 16 июле) — милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте, киң мәғлүмәт сараларын һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеген үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[14]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (16 ноябрь 1998) — мәҙәниәт һәм матбуғат өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн[15]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (21 июнь 1994 йыл) — милли әҙәбиәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[16]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (10 ғинуар 1983 йыл) — совет әҙәбиәте үҫешендәге ҡаҙаныштары өсөн[17]
- Ике "Почёт Билдәһе"ордены (шул иҫәптән 4 май 1960 йыл)
- Совет тыныслыҡ фондының алтын миҙалы
- Тыныслыҡты һаҡлау буйынса Совет комитетының «Тыныслыҡ өсөн көрәшсегә»
- Бөтә донъя тыныслыҡ Советының юбилей миҙалы
- Дағстан АССР-ыны\ (1969)
- 2007 йылда Фазу Алиева «Мәңгелек ут» шиғырҙар китабы өсөн әҙәбиәт өлкәһендә Дағстан Республикаһының Дәүләт премияһына лайыҡ була.
- 2009 йылда Дағстан Республикаһы президенты Муху Алиев Ф. Алиеваға «Дағстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» № 1. орденын тапшыра.
- Рәсәй журналистар союзының «Рәсәйҙең алтын ҡәләм» премияһы (2004) (2004)[18]
Хәтер
- 2017 йылдың 11 декабрендә Махачкалала Дуҫлыҡ майҙанында Фазу Алиеваға һәйкәл асыла.[19].
- 2017 йылдың 29 авгусында «Марка» типография компанияһы Фазу Алиева һүрәте төшөрөлгән почта маркаһы сығара. 27 һум номиналлы һәм тиражы 231 мең дана булған почта маркаһы «Изге Андрей Апостол Первозванный» серияһы сиктәрендә сығарыла.[20].
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://tass.ru/kultura/2568768
- ↑ В Дагестане умерла народная поэтесса Фазу Алиева . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2016. [yes Архивировано] 19 март 2017 года. 2017 йылдың 19 март көнөндә архивланған.
- ↑ к 80-летию поэтессы Фазу Алиевой
- ↑ «Поэзия — это светлая печаль» {{{2}}}.
- ↑ Дочери Дагестана — Булач Гаджиев — Google Книги
- ↑ Цитируя любимую Фазу . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2021.
- ↑ 1 2 «Фазу Алиева — поэт, прозаик, публицист»
- ↑ Песня — 80. Финал (1980) — YouTube
- ↑ ПЕСНЯ ГОДА. 1980-82
- ↑ Сайт Общественной палаты России
- ↑ Народная поэтесса Дагестана Фазу Алиева похоронена в Махачкале
- ↑ Переводы книг . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2016. [yes Архивировано] 28 март 2016 года. 2016 йылдың 28 март көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 декабря 2002 года № 1400 «О награждении орденом Святого апостола Андрея Первозванного Алиевой Ф. Г.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 июля 2015 № 369 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 ноября 1998 года № 1412 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2018. [yes Архивировано] 23 июнь 2018 года.
- ↑ Указ Президента от 21 июня 1994 года № 1315 «О награждении орденом Дружбы народов Алиевой Ф.Г.» 1994-06-21 . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2016.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 10 января 1983 года № 8623—X «О награждении писательницы Алиевой Ф. Г. орденом Дружбы народов»
- ↑ Захарьев, Андрей. «Запомните их олауреаченными!» 2004-02-02 . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2016.
- ↑ В Махачкале открыли памятник народной поэтессе Дагестана Фазу Алиевой
- ↑ В России в честь дагестанской поэтессы Фазу Алиевой выпустят почтовую марку
Һылтанмалар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- КПСС ағзалары
- Махачкалала вафат булғандар
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- 1 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- XXI быуат яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Рәсәйҙең XX быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр