Аллағужин Муллағәли Камалетдин улы

Аллағужин Муллағәли Камалетдин улы (рус. Аллагузин Муллагали Камалетдинович; 1905 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гврдия артиллерия-миномёт полкының 5-се батареяһы повозочныйы. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].

Биографияһы

Муллағәли Камалетдин улы Аллағужин 1905 йылда (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Томансы ауылында тыуған.

1941 йылда Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[2].

Хәрби хеҙмәте

Гвардия ҡыҙылармеецы Аллағужин Муллағәли Камалетдин улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гврдия артиллерия-миномёт полкының 5-се батареяһы повозочныйы булып хеҙмәт итә[2]. Сыҙамлы холҡло, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға белгән ҡыйыу яугирҙы командирҙары күп тапҡыр ыңғай баһалай. Һәм Аллағужин Муллағәли Камалетдин улы иң юғары һалдат наградаларына — «Хәрби хемәттәре өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)[2]

Хәтер

Аллағужин Муллағәли Камалетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Мәләүез районының Томансы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар