Андреев Вячеслав Николаевич

Вячеслав Николаевич Андреев (1963 йылдың 29 июне, Североморск[d], Мурманск өлкәһе) — юрист-ғалим, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, полиция генерал-майоры, йәмәғәтсе. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, 2016–2018 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш (2018–2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре.

Биографияһы

Андреев Вячеслав Николаевич 1963 йылдың 29 июнендә Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында тыуған[1].

Юғары белемле: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университетын һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Мурманск өлкәһендә урынлашҡан ғәскәри часта водолаз булып башлай. Артабан ҡотҡарыу һәм балыҡсылыҡ флоттары судноларында эшләй[1].

1993 йылдан – эске эштәр огандары хеҙмәткәре: милицияның участка инспекторы, ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы, Североморск ҡалаһының эске эштәр бүлеге начальнигы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Мурманск өлкәһе буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары[2].

undefined

2013 йылдан – Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары[3]

2016 йылдан – Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы[4].

2018 йылданӨфөләге «ФСК Архстройинвестиции» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2018–2023 йылдар: Берҙәм республика һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламенттың Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Комитет һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәҡдим иткән килемдәр, сығымдар, мөлкәт һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн контролдә тотоу буйынса комиссия ағзаһы[2].
  • Башҡортостан Республикаһы Генералдар һәм адмиралдар союзының идара рәйесе[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
  • «За отличие в охране общественного порядка» миҙалы;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының I дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының II дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы миҙалдары:
    • «За доблесть в службе»;
    • «За боевое содружество»;
    • «За проявленную доблесть»;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Почёт грамотаһы.

Ғаиләһе

Өйләнгән. Ҡатыны менән ҡыҙ үҫтергән.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Лица Партии > Андреев Вячеслав Николаевич. Официальный сайт партии «Единая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 Андреев Вячеслав Николаевич. Генеральный директор ЗАО «ФСК Архстройинвестиции». Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  3. Владимир Путин освободил от должности генерала из Башкирии (27 август 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  4. Вячеслав Андреев возглавил управление Федеральной службы войск национальной гвардии в Башкирии. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  5. Директор Андреев Вячеслав Николаевич. Портал «Чекко». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)
  6. Председатель Правления. Генерал-майор полиции Андреев Вячеслав Николаевич. Союз генералов и адмиралов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2026. (рус.)