Архангельский Василий Викторович
Архангельский Василий Викторович | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 1 апрель 1889 |
Тыуған урыны | Пермь крайы Березники ҡалаһы |
Вафат булған көнө | 1960 |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы |
Гражданлығы |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Наградалары һәм премиялары |
Архангельский Василий Викторович (1 апрель 1889 йыл — 1960 йыл) — Рәсәй империяһындағы революцион хәрәкәттә һәм Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Совет Рәсәйе һәм СССР дәүләт органдарының яуаплы хеҙмәткәре. 1906 йылдан РСДРП һәм уның Өфө комитеты хәрби дружинаһы ағзаһы. 1917—1918 йылдарҙа Өфө губерна комитетының эштәр менән идара итеүсеһе һәм Өфө губерна революцион комитеты комиссары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
Василий Викторович Архангельский 1889 йылдың 1 апрелендә Пермь губернаһы Соликамск өйәҙенең Веретье ауылында[1] тыуған[2].
Бәләбәй ҡалаһында үҫә, бында башланғыс белем ала һәм дүрт синыфлы училищеға инә. Ғаиләләре менән Өфөгә күсенгәс, ундағы ошондай уҡ училищела уҡыуын дауам итә, ә 1905 йылда сәйәси забастовкала ҡатнашҡаны өсөн унан ҡыуыла. Шул уҡ йылда РСДРП-ның Өфө ойошмаһына ҡабул ителә һәм «Прыщатый» ҡушаматы менән полицияның йәшерен күҙәтеүе аҫтына эләгә.
1907 йылда Губерна земство идаралығында хеҙмәт итә башлай, был һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең һәм күҙәтеү аҫтындағыларҙың традицион эшкә урынлашыу урыны була. Командировкаларға сыҡҡанда страховка бүлегенең йәш иҫәпсеһе «Звезда» һәм «Правда» гәзиттәрен тарата, алыҫ станцияларға һәм заводтарға легаль булмаған әҙәбиәт алып бара. 1910 йылға ул башлыса партия ойошмаһы өсөн аҡса йыйыу һәм земство халҡы араһында легаль булмаған әҙәбиәт таратыу менән шөғөлләнә. Василийҙың Кесе Ҡазан (хәҙерге Свердлов) урамындағы фатирында конспиратив кәңәшмәләр йыш үтә.
Иҫәпсе вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән губерна земствоһы хеҙмәткәрҙәре китапханаһында эшләй. 1911 йылда С. Гарденин менән бергә Төньяҡ эшселәр биҫтәһендә Өфө Халыҡ университеттары йәмғиәте флагы аҫтында асыҡ китапхана-уҡыу бүлмәһе ойоштора.
1914 йылдың йәйендә Архангельский Мәскәү техник белем таратыу йәмғиәте ойошторған сит ил дөйөм белем биреү экскурсияһында ҡатнаша. Юлдаштары менән Германия, Франция, Англия, Швейцария һәм Бельгияға бара, Лондонда сәйәси эмигранттар йыйылышында була.
1915 йылдың көҙөндә Беренсе донъя һуғышына мобилизацияға эләгә һәм фронтҡа оҙатыла, 1916 йылдың декабрендә ауырыу сәбәпле хәрби хеҙмәттән бушатыла һәм Өфө земствоһына эшкә ҡайта. 1917 йылдың июненән ноябренә тиклем Өфө земствоһының страховка бүлеге эш башҡарыусыһы була, фронтҡа командировкаларға бара, ауырыу һәм яралы һалдаттарға ярҙам отрядтарында эшләй.
Октябрь революцияһынан һуң Архангельский Өфөгә ҡайта, унда иҫке хөкүмәт учреждениеларын бөтөрөү буйынса революцион комитет комиссары, ә 1918 йылдың 21 мартында губерна земствоһы комиссары итеп тәғәйенләнә. Йыл дауамында элекке күҙәтеү аҫтындағы кеше губерна жандарм идаралығы архивын рәсми һаҡлаусы була, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивының кәм тигәндә ике фондын — Өфө губерна жандарм идаралығы фондын һәм Өфө губерна земство идаралығы фондын һаҡлап алып ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Өфөнө аҡтар баҫып алғас, партизандар менән бергә фронтҡа китә.
Граждандар һуғышынан һуң Архангельский Мәскәүгә күсенә, 1918—1921 йылдарҙа РСФСР Халыҡ хужалығы юғары советының (ВСНХ) үҙәк аппаратында эшләй, ВСНХ-ның Урал-Себер комиссияһы вәкиле, Өфө, Силәбе һәм Иркутск ҡаалаларында губерна халыҡ хужалығы советтары рәйесе була. Артабан туҡыу сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәт һала: 35 йәшендә (1924 йыл) Бөтә Союз туҡыу синдикатының Лондон һәм Париждағы генераль вәкиле, 1929 йылда — 40 йәшендә Мәскәүҙәге өс туҡыу тресы идараһы ағзаһы була.
30-сы йылдар башында Архангельский СССР-ҙың Франциялағы Сауҙа вәкиллегенең химимпорт буйынса баш директоры, ә һуңынан РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы дәүләт арбитры итеп тәғәйенләнә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер, СССР Суднолар эшләү сәнәғәте министрлығының баш арбитры вазифаһын башҡара.
1960 йылда Мәскәү ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены (1945)
- Миҙалдар
- СССР-ҙың персональ пенсионеры
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1932 йылдан хәҙерге Пермь крайының Березники ҡалаһы составына индерелгән элекке эшселәр ҡасабаһы
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович
Әҙәбиәт
- Портал Проза.ру Российского союза писателей. Сергей Шрамко. Их звали старые большевики. Состав Всесоюзного общества старых большевиков по данным на 1 января 1933 г. (рус.)
- Портал litbook. Ольга Полянина. Библиотечная революция. Бельские просторы, № 5, 08.06.2012
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович
- В.В. Архангельский. Воспоминания о подпольной работе в Уфе. Стенограмма выступления на вечере воспоминаний в Обществе Старых Большевиков (Москва), 9 марта 1935 г. и Автобиография Архангельского Василия Викторовича