Арыҫлан (Наҙы-Петровск районы)
Арыҫлан — Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районындағы ауыл. Шемаха ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 456981, ОКАТО коды — 75 244 844 002, ОКТМО коды — 75 644 444 106.
Тарих
Элгәре Арыҫлан ауылы халҡы башҡорттарҙың Өпәй ырыуына ҡараған. Ауылдың боронғо атамаһы — Күсем, яңы атамаһы Арыҫлан исемле кешенән барлыҡҡа килгән. Уның улы 1834 йылғы ревизия теркәгән — ул 1744—1824 йылдарҙа йәшәгән Ғәббәс Арыҫланов (Ғәббәс Арыҫлан улы)[2].
Өпәй ырыуы башҡорттары барлыҡ башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡандар, бының сәбәбе булып Башҡортостандың был төбәгендә сәнәғәттең үҫеүе, яңы заводтарҙың барлыҡҡа килеүе, урың һәм башҡа милләт вәкилдәренең күпләп күсеп ултырыуы башҡорт ырыуҙары — өпәй һәм уларҙың күршеләре — һыҙғы һәм ҡошсо аҫаба ерҙәрен бик ныҡ кәмеүе булып торған. Был ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә, өпәйҙәрҙең бер өлөшө карателдәргә ҡол итеп өләшелгән, икенселәрен суҡындырғандар, өсөнсөләрен башҡа ҡатламдарға (сословиеларға) күсерлергәндәр. Уларҙың ерҙәре бер яҡтан заводтар (Михайлов, Үрге һәм Түбәнге Һәргә (Серга) заводтары), ә икенсе яҡтан килмешәк урыҫ һәм татар крәҫтиәндәренең ауылдары менән уратып алына башланған. Һөҙөмтәлә өпәй башҡорттарының бер өлөшө суҡындырылған, икенсе өлөшө татарҙар менән ныҡ аралашып бер-береһенең телен үҙләштергән[2].
Ихтилалдарҙа ҡатнашҡандары өсөн Арыҫлан ауылы халҡын башҡа сословиеға — типтәр ҡатламына күсергәндәр. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда типтәрҙәрҙән 120 ир заты йәшәгән. Типтәр сословиеһында булыуҙарына ҡарамаҫтан улар 92730 дисәтинә ер биләгән, был ҡатламдың нормаһынан 26 тапҡырға артып киткән. Бының сәбәбе булып Арыҫлан ауылы халҡы көсләп башҡорттан — татарға, татарҙарҙан типтәргә күсерелһә лә, шул өпәй ырыуы грамотаның хужаһы булып ҡалған һәм күп ерҙе биләгәнн[2].
Хәҙерге заманда ауылдың өпәй башҡорттары оҙаҡ йылдар дауамында типтәр йәки татар сословиеһына көсләп индерелеп, һуңыраҡ мәктәптәрендә татар телендә генә уҡытылып икенсе халыҡ вәкилдәре булып киткәндәр.
Халыҡ һаны
Археология ҡомартҡыһы
- Ауылдан Ҡариҙел йылғаһы буйлап өс километр түбәндә Яман-таш ҡаяһында археология ҡомартҡыһы — Арыҫлан петроглифтары бар.
Рәсемдәр
Файл:Selo Araslanovo.jpg
Арыҫлан ауылының панорамаһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 3 Әсфәндиәров Ә. З. Һеҙ — өпәй башҡорттары. // Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 215—217. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе базаһы. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Әсфәндиәров Ә. З. Һеҙ — өпәй башҡорттары. // Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 215—217. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.