Ахун мегалитик комплексы

Ахун мегалитик комплексы, йәки Ахун менгирҙары (рус. Мегалитический комплекс в Ахунове) — энеолит һәм бронза быуатының археологик ҡомартҡыһы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районында, Ахун ауылы янында урынлашҡан. Археологик ҡоматрҡы 13 таш һынташтан (менгирҙарҙан) торған ансамблдән ғибәрәт, һынташтарҙың бер өлөшө түңәрәк тирәләй урынлашған. Ахун менгирҙары Урал аръяғындағы иң ҙур һәм өйрәнелгән мегалит ҡоролмаларҙың береһе.

Тасүирлама

Комплекс Ҡыйҙыш йылғаһының уң яҡ ярында, Ахун ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1,1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ансамблдең үҙәк элементы булып 2,05 м бейеклектәге ҙур менгир (рус.)баш. тора, уның тирәһендә диаметры яҡынса 30 м булған түңәрәк барлыҡҡа килтереп, бәләкәйерәк һигеҙ таш урынлашҡан. Төп төркөмдән 190 м тиклем алыҫлыҡта өҫтәмә өс менгир ҡуйылған.

Менгирҙар урындағы граниттан эшләнгән, барыһы ла, тиәрлек, дөрөҫ дүрткил формала. Ташһындарҙың бейеклеге 0,5 м алып 2 м тиклем. Комплекс яҡынса 25 м2 майҙанды биләй һәм ағас ҡойма менән уратып алынған, эргәһендә туристар өсөн мәғлүмәт стендтары ҡуйылған[1][2].

Өйрәнеү тарихы

Археология ҡомартҡыһы 1996 йылда А.А. Рыбалко етәкселегендәге Силәбе университетының этнографик төркөмө тарафынан ауылда йәшәүсе Ж. Т. Айытов ярҙамы менән асыла. 2003 йылда 860 м2 майҙанда Ф. Н. Петров етәкселегендәге «Арҡайым» махсуслаштырылған тәбиғәт-ландшафт тарихи-археологик үҙәге экспедицияһы ҡаҙыу эштәре үткәрә. Үткәргән ҡаҙыныуҙар Ахун менгирҙарының йәше 3 мең йылдан ашыу булыуын күрһәтә. Ҡаҙыныуҙар урынында был мегалит комплексының боронғо килеп сығышын раҫлаған ҡиммәтле артефакттар табылған[3].

А.К. Кириллов етәкселегендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр Ахун комплексының боронғо обсерватория булыуын күрһәтә. Менгирҙарҙың ориентацияһы календарь күҙәтеүҙәр алып барыу һәм йыллыҡ ҡояш-ай циклы менән бәйле ритуалдар үткәреү мөмкинлеген күрһәтә. Реконструкцияланған күҙәтеүҙәр масштабы буйынса комплекс инглиз Стоунһенджы менән сағыштырыла[1].

  • Астроархеологик фараз: менгирҙар барлыҡҡа килтергән күреүҙең ҡоролмалары ярҙамында боронғо йәшәүселәр төп астрономик ваҡиғаларҙы теркәй ала:

Был игенселек, малсылыҡ, дини тантаналар үткәреү өсөн кәрәк булған календарҙы теүәл алып барыу мөмкинлеген биргән.

  • Культ функцияһы: комплекста ҡояш, ай һәм уңдырышлылыҡ культтары менән бәйле дини тантаналар үткәреү урыны ла булғандыр. Уны Абашево йәки Срубная археологик мәҙәниәттәренә ҡараған ҡәбиләләр ҡуллана алған.
  • Альтернатив версиялар: Менгирҙарҙың маҡсаты тураһында альтернатив, академик булмаған версиялар ҙа бар, уларҙы «көс урындары», палеоконтакттар йәки боронғо гиперборейҙар менән бәйләйҙәр, әммә уларҙың фәнни раҫлауы юҡ[4].

Мифтар һәм риүәйәттәр

Урындағы халыҡ һынташтарҙы эпик герой Алпамыша менән бәйләй, был урында «Алпамыш ҡәбере» тип йөрөтә. Ауыл янындағы урманда эсе туҫтаҡ ише соҡорло 13 эре таш киҫәге бар. Ул соҡорҙарҙа һыу йыйыла. Был таштар теләктәрҙе ҡабул итә тигән хөрәфәт тә йәшәп килә[5].

Әһәмиәте

Ахун менгирҙары археологик мираҫ объекты булараҡ танылды һәм Көньяҡ Уралда космологик архитектураның иң мөһим объекттарының береһе тип иҫәпләнә. Һәйкәл Башҡортостандың туристик маршруттарына әүҙем индерелә, уның тирәләй биләмәне төҙөкләндереү, туристар араһында уны популярлаштырыу буйынса эштәр алып барыла. Бында йәй көнө этнографик фестивалдәр, мәҙәни саралар үткәрелә[1].

Пояснения о назначении менгиров Ахуново и привязка к астрономическим данным.jpg Центральный менгир в Ахуновском комплексе.jpg Ахуновские менгиры. Чаша желаний.jpg Ахуновские менгиры. Боковые столбы.jpg
Астрономик мәғлүмәттәр менән бәйләнеше
тураһында аңлатма
Комплекста үҙәк менгир Теләк теләү туҫтағы Түңрәк буйлап менгирҙар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Ахуновские менгиры. Туристический путеводитель Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
  2. Захар Яковлев. Шесть самых таинственных мест Башкирии: факты, легенды и слухи о них по-настоящему захватывают дух. КП в Уфе (18 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
  3. Ф.Н. Петров. Мегалитический комплкс Ахуново: древняя горизонтальная обсерватирия. Челябинский государственный историко-археологический музей-заповедник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.
  4. Урок «Ахуновские менгиры». Культура.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2025.
  5. Туризм бөгөн – ул ҙур бизнес (башҡ.). Яйыҡ гәзите (4 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2025.

Һылтанмалар