Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы

Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы (рус. Акбердин Сибагат Гайнутдинович; 1904 — 24ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры. Лейтенант[1].

Биографияһы

Сибәғәт Ғәйнетдин улы Аҡбирҙин 1904 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы) Яңы Сафар ауылында тыуған.

Шишмә районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

1942 йылда фронтҡа киткәндә, Сибәғәт Ғәйнетдин улы кескәй улын һәм ҡыҙын балалар йортонда ҡалдыра. Балаларына әйткән һуңғы һүҙҙәре: «Һәр саҡ бергә булығыҙ, беҙ башҡа күрешә алмаҫбыҙ»[2].

Лейтенант Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры була[1].

1942 йылдың 24 ноябрендә һуғышта батырҙарса һәләк була. Ростов өлкәһе Обливская станицаһы янында ерләнә[2][3].

Хәтер

Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Шишмә районы Яңы Сафар ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.