Аҡбулат (исем)

Викидата элементы юҡ

Аҡбулат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исем бар.

Этимологияһы

Аҡбулат башҡорт һәм фарсы аҡ һәм булат һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем. Балаға изгелекле, саф, ҡорос һымаҡ ныҡ булһын тип ҡушҡандар.[1]

Фамилияла

Аҡбулатов Ғәфүр (? — 1662 йыл) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Ауылдар

Аҡбулат (Бөрйән районы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.

Аҡбулат (Фёдоровка районы) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл.

Аҡбулат (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Яңы Аҡбулат — Башҡортостандың Мишкә районындағы ауыл.

Халыҡ ижадында

Аҡбулат — «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәтендәге герой.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Аҡбулат мәмерйәһе (рус. Сказка) — Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы «Алтын Солоҡ» заказнигы. биләмәһенә ҡараған мәмерйә. Шүлгән мәмерйәһенән түбәнгә ҡарай 2,5 км түбәндәрәк, Аҡбулат ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 200 м тирәһе алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң ярында урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ