Аҫылбаев Рәхимйән Вилдан улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 15 февраль 1917 |
Вафат булған көнө | 2003 |
Һөнәр төрө | музыкант |
Тыуған урыны |
Аҫылбаев Рәхимйән Вилдан улы (рус. Асылбаев Рахимьян Вильданович; 15 февраль 1917 йыл — 2003 йыл) — ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, колхоз рәйесе, Моҡас ауыл Советы рәйесе[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәхимйән Вилдан улы 1917 йылдың 15 фералендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Абҙаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. 13 йәшендә ВЛКСМ сафына инә, һәм 13 йәшлек үҫмерҙе комсомол путевкаһы буйынса күрше Әхмәр ауылындағы май заводына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Ике йылдан һуң Ғәҙелша, Ҡусҡар (Әбйәлил районы) приискыларында эшләй. 1939 йылда совет армияһы сафына алына[1].
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронттың алғы һыҙығында була. 1946 йылда ғына тыуған яғына ҡайта һәм һуғыш осоронда ҡаҡшаған ауыл хужалығын тергеҙеү эшенә тотона. Баймаҡ урман хужалығында техник, «Ирәндек» колхозы рәйесе, Моҡас ауыл Советы рәйесе, Молотов исемендәге колхоз рәйесе вазифаларында эшләй. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1953 йылда тыуған ауылына ҡайтып, тәүҙә колхозда, ә 1957 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы элемтә бүлексәһендә эшләй[1].
Рәхимйән Аҫылбаев 7 йәшенән ҡурай тарта, 10 йәшенән мәктәптә һәм ауыл сәхнәһендә сығыш яһай башлай. 1931 йылда Баймаҡ районында үткәрелгән сәнғәт фестивалендә ҡурайсылар араһында 1-се урын яулай. 1932 йылдағы фестивалдә 1-се урынды Байыш ауылынан Зәйнетдин Йәнбәков, 2-се урынды Рәхимйән Аҫылбаев ала. Һуғыштан һуң ҡурайсы-ҡорҙаштары Насиров Сәмиғулла, Батталов Мөхтәр, Абдуллин Айрат, Байтимеров Хәбир менән бергә район, республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
«Рәхимйән Аҫылбаев бик көслө ҡурайсы ине, көйҙө күп белде, тарихын мотлаҡ һөйләп уйнай торрғайны. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Хәйбулла районында үткәрелгән ҡурайсыларҙың республика бәйгеһендә Рәхимйән ағай тәүҙә тарихын һөйләп көй уйнаны, шунан бейеү көйөнә күскәйне,.. сәхнә алдында тамаша ҡылып ултырған халыҡ, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа бейергә төшөп китте…»[1]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәйнетдинов Ю. И. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө. «АльфаРеклама». Т. 1 000 экз. — С. 424.