А. А. Дуров музейы
А. А. Дуров музейы — цирк артистары Дуровтар династияһының иң данлыҡлы вәкиле, билдәле дрессировщик Анатолий Анатольевич Дуровҡа арналған цирк сәнғәте музейы. Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында урынлашҡан. Таганрог дәүләт әҙәбиәт һәм тарих-архитектура музей-ҡурсаулығы составына инә. Бина асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә[1].
Һүрәтләнеше
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәле дрессировщик Анатолий Анатольевич Дуров ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, шулай уҡ ике һеңлеһенең ғаиләһе) һәм хайуандары менән 1926 йылда Таганрогҡа күсеп килә.
Ҡалала ул Шевченко урамындағы 107-се һәм 111-се йорттарҙы һатып ала. 1928 йылда артист Ижевскиҙа фажиғәле һәләк була. Ғаиләһе Таганрогта тағы ла 12 йыл йәшәй[2].
Музей урынлашҡан йорт модерн стилендә 1900 йылда төҙөлгән. Унда шулай уҡ традицион урыҫ стилен дә күрергә мөмкин. 1915 йылға тиклем йорт рухани Г. Ф. Поцелуевтыҡы була, һуңынан коллегия ассесоры (ултырышсыһы) А. И. Царенконың ҡатыны милкенә күсә, революция алдынан йотҡа О. Л. Мирошниченко — А. П. Чеховтың йәш сағындағы әхирәте Саша Селиванованың бер туған апаһы хужа була, ә 1920 йылда йорт дәүләт милкенә күсә.
Фасады ике өлөшкә бүленгән һәм ябай ғына итеп биҙәлгән. Ингән ерҙән һул яҡтағы ҙур тәҙрәгә өҫ яҡтан арка формаһындағы кәрниз ҡуйылған. Ҡабырға яҡ тәҙрәләрҙә — үҙенсәлекле бағаналар эшләнгән. Кәрниз өҫтөндә бәләкәй тәҙрәле фронтон, ә уның артында трапеция формаһындағы һырт металл ҡыйыҡ менән ябылған.
Бинаның икенсе өлөшө бәләкәйерәк, юлдан бер ни тиклем ихата эсенәрәк инеп тора, бер генә тәҙрәле. Йорт аҡ һәм ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән. Модерн һыҙаттарына эйә булһа ла, дәүмәле һәм мискә формаһындағы колонналар арҡаһында традицион урыҫ стилендә эшләнгән теремды хәтерләтә. 1988 йылда йорт реставрациялана[3].
1987 йылда йортта Анатолий Анатольевич Дуровҡа арналған экспозиция асыла. Ул хайуандарҙы дрессировкалау, сит илдәргә күп һанлы гастролдәр, данлыҡлы дрессировщиктың донъя кимәлендә танылыуы, уның уҡыусылары һәм юлын дауам итеүселәр тураһында һөйләй.
«Арена» үҙәк залының уртаһында стилләштерелгән цирк аренаһы эшләнгән, унда Анатолий Дуровтың артистарының һөлдәләре ҡуйылған: уҡыусы торна, скрипкала уйнаусы маймыл, сиған романстарын йырлаусы тутыйғош һәм башҡалар. Был майҙансыҡ килеүселәрҙә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.
Бер залда XX быуат башында гастролдәрҙә йөрөүсе артистың пассажир вагонындағы интерьеры һүрәтләнә, унда Анатолий Анатольевичтың шәхси әйберҙәре урын алған.
«Кино» залында ХХ быуаттың 20-се йылдарында «Кабаре» аттракционында эшләнгән уникаль кино кадрҙары күрһәтелә. Музейҙа экзотик хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың (40-тан артыҡ) һөлдәһе, Дуровтың сығыштарының цирк афишалары нөсхәләре: «Кенгуру-боксер», «Эт туйы», «Джаз-банд», «Төлкө менән әтәс», «Жокей эттәр» һәм башҡалар, хаттар, тәнҡитселәрҙең фекерҙәре, фотографиялар, кинояҙмалар фрагменттары коллекцияһы һаҡлана[4].
Быяла витриналарға Дуровтың ғаиләһенә бәйле документаль материалдар ҡуйылған. Нигеҙҙә, улар — төрлө боронғо фоторәсемдәр[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Дурова Наталья Юрьевна (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2024)
- А. П. Чехов исемендәге әҙәби музей (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2024)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Приказ ГУ «Областная инспекция по охране и эксплуатации памятников истории и культуры» № 124 от 31.12.2002
- ↑ Музей А.А. Дурова. Министерство культуры Ростовской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2017.
- ↑ Архитектура стиля модерн. Rostov-Region. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2017. Архивировано 25 июнь 2017 года.
- ↑ Музей А.А. Дурова. Официальный портал Правительства Ростовской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.). Официальный портал Правительства Ростовской области. 7 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Музей А.А. Дурова. Таганрог. Мир путешествий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.). Мир путешествий. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
Сығанаҡтар
- Музей А. А. Дурова. Таганрог (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2024)
- История Таганрогского государственного литературного и историко-архитектурного музея-заповедника (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2024)
Һылтанмалар
- Музей А.А. Дурова. Таганрогский государственный литературный и историко-архитектурный музей–заповедник. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2024)
- Дом-музей А.А. Дурова. Сайт «proTaganrog.ru» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2024)