Баб-әл-Мәндәб боғаҙы
Баб-әл-Мәндәб боғаҙы | |
---|---|
ғәр. باب المندب | |
![]() Йыһандан күренеш | |
Характеристикалары | |
Киңлеге | 26–90 км |
Оҙонлоғо | 109 км |
Иң тәрән урыны | 220 м |
Урынлашыуы | |
Вышестоящая акватория | Ҡыҙыл диңгеҙ |
Бүлә | Ғәрәбстан ярымутрауы һәм Африка |
![]() |
Баб-әл-Мәндәб боғаҙы[1] (ғәр. باب المندب, Баб-әл-Мәндәб[2] — «күҙ йәштәре (ҡайғы) ҡапҡаһы») — Ғәрәбстан ярымутрауының көньяҡ-көнбайыш осо (Йәмән) һәм Африка (Джибути, Эритрея) ҡитғаһын айырыусы боғаҙ. Ҡыҙыл диңгеҙҙе Ғәрәбстан диңгеҙенең Аден ҡултығы менән тоташтыра.
География
Минималь киңлеге 26 км, фарватерҙа минималь тәрәнлек 182 м. Перим утрауы тарафынан 2 үткелгә — Оло (киңлеге 25 км, Дакт-әл-Мәйүн булараҡ та билдәле) һәм Кесе (киңлеге 3 км, Баб-Искәндәр булараҡ та билдәле). Африка яр буйҙары эргәһендә Себа утрауҙар төркөмө урынлашҡан.
Боғаҙҙың атамаһы уның аша йөҙөү хәүефлегенә бәйле. Ғәрәп риүәйәтенә ярашлы, уның атамаһы был төбәктә боронғо замандарҙа емертелгес ер тетрәүҙәр булыуына бәйле.
Боғаҙ иҡтисади һәм стратегик әһәмиәткә эйә, сөнки уның аша Европанан Көнсығыш һәм Кәньяҡ Азияға, һәм шулай уҡ Австралияға юл үтә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Баб-эль-Мандебский пролив // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Был тамамланмаған мәҡәлә - океанология буйынса. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |