Байков Виталий Әнүәр улы

Байков Виталий Әнүәр улы (рус. Байков Виталий Анварович; 1955 йылдың 24 феврале, Серафимовка, Башҡорт АССР-ы) — математик-ғалим. 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы[1]. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)[2]. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты[3]

Биографияһы

Виталий Әнүәр улы Байков 1955 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Туймазы районы Серафимовка ҡасабаһында[2] тыуған.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1982 йылдан Өфө авиация институтында (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) эшләй, артабанғы йылдарҙа төрлө вазифалар биләй — инженер, аспирант, ассистент, өлкән ғилми хеҙмәткәр, профессор[3], 1998 йылдан башлап — математика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан алып «РН—УфаНИПИнефть» (хәҙер «РН-БашНИПИнефть») ЯСЙ-ла (ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты) генераль директоры урынбаҫары булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре ҡыр теорияһы, һыҙыҡлы булмаған механикала тулҡын процестары һәм дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау менән бәйле. В. Ә. Байковтын ҡатнашлығында математик физиканың һәм механиканың төрлө өлкәләрендә ҡулланылған дифференциаль тигеҙләмәләрҙе үҙгәртеүҙең яҡынлаштырылған төркөмдәре теорияһы уйлап табыла[2].

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

Методы возмущений в групповом анализе. М., 1991 (авторҙаш); Уравнения математической физики. М.; Ижевск, 2003 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

  1. Байков Виталий Анварович. Уфимский университет науки и технологий. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Й. Т. Солтанаев. Байков Виталий Әнүәр улы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  3. 1 2 Байков Виталий Анварович. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  4. Персоны

Һылтанмалар

  • Байков Виталий Анварович. Уфимский университет науки и технологий. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.  (рус.)
  • Й. Т. Солтанаев. Байков Виталий Әнүәр улы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  • Байков Виталий Анварович. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. (рус.)