Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы

Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы (рус. Баймуратов Хибатулла Кувандыкович, Баймуратов Хибат Кувандыкович) (1912 йыл — 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының телефонисты, 2-се эскадрон ҡылыссыһы[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].

Биографияһы

Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы Байморатов 1912 йылда Башҡортостандың Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында[1]. тыуған. 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Матрай районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) хеҙмәт итә, 62-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, артабан телефонист була. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп һанлы хәрби наградаларға лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[3]
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)[3]
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1945)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)

Һылтанмалар