Баймырҙа (Пермь өлкәһе)

Баймырҙа (рус. Баймурзина) — Рәсәй Федерацияһы Пермь крайының Октябрьский ҡала округы биләмәһенә ҡараған ауыл.

Географик урыны

Ауыл Октябрьский ҡала округының көнбайыш өлөшөндә, тура көньяҡ-көньяҡ-көнсығышҡа табан 12 километр самаһы арала Щучье Озеро ҡасабаһынан урынлашҡан.

Климат

Климаты уртаса континенталь, һыуыҡ ҡыш һәм ҡыҫҡа йылы йәйгә был ергә хас. Иң һыуыҡ айҙың (ғинуар) уртаса күп йыллыҡ температураһы -16,3 градус тәшкил итә, иң йылы һауа температураһы (июль)16,5 градус. Вегетация осороноң оҙонлоғо — 160 көн. Яуым-төшөмдөң уртаса күләме - 533 мм[1].

Тарихы

Е. Н. Шумиловтың «Пермь крайы тораҡ пункттары» мәғлүмәте буйынса, Баймырҙа ауылы XX быуат башынан мариҙар ауылы булараҡ билдәле булған[2]. Ауыл 2020 йылға тиклем Октябрьский районының Щучье-Озерский ауыл биләмәһе составына ингән. Был ике муниципаль берәмектәрҙе бөтөргәндән һуң Баймырҙа ауылы Октябрьский ҡала округы составына инә.

Халыҡ

2002 йылға тотршло, Рәсәй Федерацияһы торлаҡ пункттарының этник һәм тел буйынса мәғлүмәт базаһы мәғлүмәте буйынса Пермь крайы Баймырҙа ауылында даими рәүештә йәшәүселәр 33 кеше тәшкил иткән (милли составы буйынса 33 % рустар, 58 % мариҙар)[3], 2010 йылда инде — 14 кеше.[4].

Тема буйынса өҫтәмә