Бакейкин Сергей Дмитриевич
Бакейкин Сергей Дмитриевич | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 5 август 1966 (58 йәш) |
Тыуған урыны | |
Ил | |
Наградалары һәм премиялары |
Бакейкин Сергей Дмитриевич (5 август 1966 йыл, РСФСР, Ульяновск өлкәһе) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагогия фәндәре кандидаты, «Китапханалар хеҙмәттәшлегенең төбәк-ара үҙәге» Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы генераль директоры, ЮНЕСКО-ның «Мәғлүмәт барыһы өсөн» программаһының Рәсәй комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия[ru] ағзаһы, 2022—2032 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында Ерле халыҡтар телдәренең халыҡ-ара ун йыллығын әҙерләү һәм үткәреү буйынса Милли ойоштороу комитеты ағзаһы.
Биографияһы
Сергей Дмитриевич Бакейкин 1966 йылдың 05 авгусында Ульяновск өлкәһендә тыуа.
1985—1987 йылдарҙа Кремль полкында хеҙмәт итә. 1987—1993 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була.
1993—2003 йылдарҙа — «Либерея» нәшриәтенең генераль директоры урынбаҫары, «Либерея-Бибинформ» нәшриәте директоры («Библиотека» журналы).
1997—2001 йылдарҙа Мәскәү дәүләт мәҙәниәт университетында уҡый, юғары уҡыу йортон отличие менән тамамлай.
2001—2005 йылдарҙа шул уҡ уҡый йортоноң аспирантураһында уҡый, педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала[1].
2003 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем төбәк — «Китапханалар хеҙмәттәшлегенең төбәк-ара үҙәге» Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы генераль директоры.
2021 йылдан әлеге ваҡытҡаса — ЮНЕСКО-ның «Мәғлүмәт барыһы өсөн» программаһының Рәсәй комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы, 2022—2032 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында ерле халыҡтар телдәренең халыҡ-ара ун йыллығын әҙерләү һәм үткәреү буйынса милли ойоштороу комитеты ағзаһы[2][3].
Уҙған йылдарҙа китапханалар, нәшриәттәр, китап сауҙаһы предприятиелары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, уҡыуға ярҙам итеү һәм уны үҫтереү проблемалары буйынса идара органдары хеҙмәткәрҙәренең белемдәрен камиллаштырыу курстары һәм тренингтар, мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү, медиа-мәғлүмәт грамоталылығы, электрон мәғлүмәтте һаҡлау проблемалары, китапхана фондтарын туплау һәм һаҡлау, телдәр һәм мәҙәни күп төрлөлөктө һаҡлау һәм уны киберкиңлектә үҫтереү, рус телен БДБ илдәрендә һәм сит илдәрҙә үҫтереү мәсьәләләре буйынса 100-ҙән ашыу халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм төбәк конференцияларын, семинарҙарын, түңәрәк ҡорҙар ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Барлыҡ был саралар РФ Мәҙәниәт министрлығы, РФ Сит ил эштәре министрлығы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, РФ субъекттары, ЮНЕСКО етәкселеге, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан мәҙәниәт министрҙары тарафынан юғары баһалана.
Шулай уҡ ЮНЕСКО-ның «Мәғлүмәт барыһы өсөн» хөкүмәт-ара программаһын, Китапхана фондтарын Һаҡлау милли программаһын, Уҡыуға ярҙам итеү һәм үҫтереү милли программаһын, Балалар һәм үҫмерҙәр уҡыуына ярҙам итеү дәүләт программаһын, «Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» дәүләт программаһын, «Минең туған телем» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә саралар ҙа ойоштора.
Атап үтелгән проблемалар буйынса рус һәм инглиз телдәрендәа60-тан ашыу китап һәм брошюра әҙерләүҙә һәм баҫтырыуҙа ҡатнаша.
2016—2019 йылдарҙа Рәсәй китапхана ассоциацияһының вице-президенты була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2010).
- Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почёт грамотаһы (2016).
- Ҡырғыҙ Республикаһының «Атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» (2021).
- Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡтың, РФ субъекттары етәкселәренең рәхмәт хаттары.
Ғаиләһе
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.