Балод Екатерина Мартыновна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1898
Вафат булған көнө 29 декабрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Балод Екатерина Мартыновна (Балоде) (1898 йыл — 29 декабрь, 1978 йыл) — Латвия бассейнының Рига үҙәк дауаханаһы шәфҡәт туташы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).

Балод Екатерина Мартыновна 1898 йылда хәҙерге Латвияның Бауский крайында тыуа. Милләте буйынса латыш[1].

1919 йылда медицина шәфҡәт туташтары курсын тамамлай. РКП(б)/ВКП(б)/КПСС сафына инә. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша[1].

1947 йылда Рига үҙәк дауаханаһының туберкулез бүлексәһенә шәфҡәт туташы булып урынлаша [1]. 30 йыл дауамында Балтика буйы моряктарының һаулығы һағында тора. Үҙенең эш тәжрибәһен йәштәр менән ихлас бүлешә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1969 йылдың 4 февралендәге Указына ярашлы, Балод Екатерина Мартыновна «совет халҡы һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, Ленин ордены «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән наградлана[1].

Латвия ССР-ы коммунистар партияһының XXI съезы делегаты (1971)[1].

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Рига ҡалаһында йәшәй, 1978 йылдың 29 декабрендә вафат була, урындағы Урман зыяратында ерләнә[1].

Ленин (04.02.1969), «Почет билдәһе» ордендары (28.10.1967), миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн миҙалы» менән наградлана (20.07.1950)[1].

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Т. Каримов. Балод Екатерина Мартыновна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 27 апрель 2020.
  • М. К. Кузьмин. Ученые-медики - Герои Социалистического Труда. — Москва: Медицина, 1988. — 197 с. — ISBN 5-225-00135-1.