Балыкова Люция Кузьминична

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатнашыусы XXVII съезд КПСС[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 13 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған көнө 28 ноябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны
SEO_index noindex
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Тыуған урыны

Люция Кузьминична Балыкова (13 декабрь 1931 — 28 ноябрь 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй педагогы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Люция Балыкова 1931 йылдың 13 декабрендә Татарск ҡалаһында (хәҙер Новосибирск өлкәһе) урыҫ ғаиләһендә тыуған. 1949 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Омск ҡалаһында М. Горький исемендәге Омск педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә. 1953 йылда институтты тамамлап, өс йыл тирәһе Омск өлкәһе Тюкалинский районының Кабырдак урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылдан — Оло Ук урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы (Омск өлкәһе Оло Ук районының Оло Ук ауылы) булып эшләй. Был мәктәптә ул хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй. Коллегалары уның эшкә ижади ҡарашын билдәләйҙәр, уның үҙ уҡытыу технологияһы барлыҡҡа килә. Уҡытыу һәм уҡыусыларға коммунистик тәрбиә биреү эшендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Люция Балыковаға 1978 йылдың 27 июнендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. XXVII КПCC съезы делегаты (1986), КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы, Омск КПСС өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1989 йылдың 25 апрелендә, Үҙәк ревизия комиссияһының 12 ағзаһы менән бергә, составты йәшәртеү маҡсаты менән үҙен был составтан сығарыуҙы һорап хат яҙа, был һорау ҡәнәғәтләндерелә[1].

1995 йылда хаҡлы ялға сыға һәм Калининград өлкәһенең Советск ҡалаһына ҡыҙы янына күсә. Урындағы ветерандар хәрәкәтендә ҡатнаша. 2010 йылдың 28 ноябрендә вафат була. Советск зыяратында ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)[1]

- Ленин ордены (1978)

- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978)

- «Почет Билдәһе» ордены (1971)

- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962)

- Омск өлкәһе Оло Ук районының почетлы гражданы (2009)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Балыкова Люция Кузьминична. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Музалевский М. В. Герои Социалистического Труда. Биобиблиографический словарь. — М.: РИЦ «Кавалер», 2009. — Т. 3. — 181 с.