Баня Баши мәсете
Мәсет | |
Баня Баши мәсете | |
---|---|
болг. Баня баши джамия | |
| |
Ил |
![]() |
Ҡала | София |
Координаталар | 42°41′58″ с. ш. 23°19′21″ в. д.HGЯO |
Ислам ағымдары | сөннилек |
Тип мечети | йәмиғ мәсет |
Архитектура стиле | мосолман архитектураһы |
Архитекторы | Синан |
Хәйриәсе | Әфәнде Ҡади Сәйфуллаһ |
Төҙөлөшө | 1566—1567 йылдар |
Манаралары һаны | 1 |
Материал | кирбес |
Тәрәүих |
![]() |
Ифтар һәм Сәхәр |
![]() |
![]() |
Баня Баши мәсете (болг. Баня баши джамия, төр. Banya Başı Camii) — Болгарияның баш ҡалаһы Софиялағы мәсет.
Шәфҡәтлелек күрһәтеүсе мулла Әфәнде Ҡади Сәйфуллаһ инициативаһы һәм финанс ярҙамы менән төҙөлгән. Шулай итеп төрлө сығанаҡтарҙа мәсеттең исеме «Мулла Әфәнде» йәки «Ҡади Сәйфуллаһ» булараҡ та күрһәтелгән. Ишек өҫтөндәнге аркала урынлашҡан ташта иҫке буяу менән текст яҙылған, уны уҡыуы мөмкин түгел. Текст аҫтында 974 датаһы күрһәтелгән, был һижрә (ислам календары) буйынса 974 йылда (йәки миләди буйынса 1566—1567 йылдарҙа) мәсет төҙөлөүе тураһында фаразларға нигеҙ бирә.
Тарихы
Европала иң боронғо мәсеттәрҙең береһе, уның төҙөлөшө 1567 йылда тамамланған. Мәсеттең исеме Баня Баши һүҙбәйләнешенән алынған, ул һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «мунса алдында» тигәнде аңлата. Мәсеттең иң күренекле үҙенсәлеге — ул тәбиғи йылылыҡ курорты өҫтөндә төҙөлгән. Хатта парҙың мәсет стеналары эргәһендәге нигеҙҙәге вентилдәр буйлап өҫкә барыуын күрергә мөмкин. Мәсет үҙенең ҙур көмбәҙе һәм манараһы менән билдәле.
Әлеге ваҡытта Баня Баши — Софияла эшләгән берҙән-бер мәсет.
Архитектураһы
Мәсеттең төп бинаһы дүрт мөйөшлө. Дүрт мөйөшөндәге көмбәҙҙәре араһында үҙәк көмбәҙе һәм манара ҡалҡып тора. Алғы өлөшөндә өс бәләкәй көмбәҙҙәре менән төкәтмә бар. Ул Ҡади Сәйфуллаһ Әфәнденең мәрхүм ҡатыны иҫтәлегенә төҙөлгән.
Баня Баши мәсете 16 быуат ғосман архитектураһы үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡыҙыҡлы архитектура әҫәре булып тора. Мәсет ғосман архитекторы Синан тарафынан төҙөлгән. Мәсет диуарҙары таш һәм кирбестән төҙөлгән, таш рәттәре араһында ҡыҙыл кирбес рәттәре ҡуйылған. Дүрт мөйөшөндә, Разградтағы Макбул Ибраһим Паша мәсетендәге кеүек, бәләкәй башнялар урынлашҡан, улар аҫтында ҡулсалар аша терәк ҡоролмалары төшә. Ун алты нурлы ҡулсаларҙың мөйөштәрендә икәүле таяуҙар ҡуйылған. Намаҙ ҡылыу залы диуарҙары, шулай уҡ аркалар, юнылған таштарҙан төҙөлгән. Колонналар бөтөн таштан яһалған һәм тоноҡ төҫкә эйә. Ишек өҫтөндәге арка шулай уҡ таштан эшләнгән. Үҙәк көмбәҙ аҡ ҡурғашлы пластиналар менән ҡапланған. Мәсет манараһы — ул нәфис архитектура әҫәре. Әүлиә Челеби фекере буйынса, манараға был матурлығы менән Софияла тиңдәштәр юҡ .
Мәсет интерьеры күп тапҡырҙар реконструкцияларҙан һуң хәҙерге ҡиәфәтен алған. Һуңғы ҙур реконструкция 1920-се йылдарҙа Софияла Төркиә илсеһе Фәтхи Бейҙың финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә була. Икенсе донъя һуғышынан һуң артабан да өлөшләтә ремонт, буяу, штукатуркалау үткәрелә. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа төрөк һәм ғәрәп ваҡытары булышлығы менән ремонт эштәре башҡарыла. Улар ярҙамында иҙәнде йылытыу системаһы ҡуйылған.
Әлеге ваҡытта мәсет йома намаҙына 700-гә яҡын, ә Ҡорбан байрамына 1200-гә тиклем мосолмандарҙы ҡабул итә ала. Элек мәсет янында мулла Әфәнде Ҡади Сәйфуллаһ һәм Эмин Деденың ҡәберҙәре булған.
Галереяһы
19 быуат аҙағында Баня Баши мәсете
Һылтанмалар
- Мәсеттең тарихи фотолары (болг.)
- Мәсет буйлап виртуаль тур 2022 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған. (болг.)