Бари Нина Карловна
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Хәләл ефете | Немыцкий Виктор Владимирович[1] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Нина Карловна Бари |
Уҡыусылар | Ульянов, Пётр Лаврентьевич[d] и Козлов, Владимир Яковлевич[d] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Диссертация | О единственности тригонометрических разложений[d][2] |
Эш урыны | |
Эшмәкәрлек төрө | математик анализ, математический анализ[d] и Математика[3] |
Ғилми етәксе | Николай Николаевич Лузин[d][4] |
Һөнәр төрө | математик, преподавательница университета |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу[1] |
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1901[1][5] или 1901[3] |
![]() | |
Үлем сәбәбе | переезд[d] |
Число Эрдёша | 3 |
Туған тел | урыҫ теле |
Аспиранттар йәки докторанттар | Яблонский, Сергей Всеволодович[d], Козлов, Владимир Яковлевич[d], Ульянов, Пётр Лаврентьевич[d][2], Rafail Samoilovich Guter[d][2], Zoya Nikolaevna Kazhdan[d][2], Yurii Aleksandrovich Kazmin[d][2] и Klara Volfovna Temko[d][2] |
Ерләнгән урыны | |
Вафат булған көнө | 15 июль 1961[6][1][…] или 1961[3] |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны |
Нина Карловна Бари (1901—1961) — тригонометрик рәт өлкәһендәге хеҙмәттәре менән танылған совет математигы. Физика һәм математика фәндәре докторы (1935), Мәскәү дәүләт университеты профессоры.
Ире — танылған математик В. В. Немыцкий.
Биографияһы
1901 йылда Мәскәүҙә билдәле Мәскәү балалар табибы, медицина докторы К. А. Бари ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәптә уҡығанда уҡ математика менән мауыға.
1918 йылда ул Мәскәү дәүләт университетының физика һәм математика факультетына уҡырға инә — Мәскәү университетының ошо факультетына кергән беренсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе [7]. Унда ул беҙҙең илдең иң ҙур ғалимдары — Д. Ф. Егоров, Н. Е. Жуковский, Н. Н. Лузин, С. А. Чаплыгин менән аралашыу мөмкинлеген ала. Н. К. Бариҙың математик талантын профессор Н. Н. Лузин күреп ҡала, һәм тиҙҙән ул Н. Лузиндың күренекле студенттарының береһе һәм семинарында әүҙем ҡатнашыусы — «Лузитания» ағзаһы булып китә.
Бари күмәклектәр теорияһы буйынса беренсе нәтижәләрен университеттың өсөнсө курсында уҡығанда уҡ ала. 1925 йылда ул Мәскәү университетының аспирантураһын тамамлай, һәм киләһе йылдың ғинуарында «О единственности тригонометрических разложений» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1927 йылдан ул Франция һәм Поляк математика йәмғиәттәре ағзаһы. 1927 йылда Парижда ул Адамар семинарында әүҙем ҡатнаша.
Бари 20 йәшендә (1921) Мәскәү университетының механика һәм математика факультетында уҡыта башлай. 1932 йылда ул Мәскәү дәүләт университеты профессоры була. 1935 йылда физика һәм математика фәндәре докторы дәрәжәһенә лайыҡ була, ул саҡта инде Бари, тригонометрик рәттәр һәм күмәклектәр теорияһында фундаменталь нәтижәләргә эйә булған, танылған ғалим була.
Бари Болондағы (1928) һәм Эдинбургтағы (1958) халыҡ-ара математик конгрестарҙа совет математик мәктәбен кәүҙәләндерә.
Академик Н. Н. Лузин бәләгә юлыҡҡас, уға хатта уның уҡыусылары ла ҡаршы сығыш яһағанда — Бари, уҡытыусыһына тоғро ҡалып, Лузинға ҡаршы компанияны хупламай. Уның вафатынан һуң, хеҙмәттәре баҫылыуға әҙерләнгәндә, Бари был эштә әүҙем ҡатнаша һәм бик ҙур редакцион эш башҡара[8].
1961 йылдың 15 июлендә Бари фажиғәле рәүештә һәләк була (йәйен дачала ул электричка аҫтына эләгә[9])[10]. Введенское зыяратында (уч. 8) Мәскәүҙә[11] атаһы менән бергә ерләнгән.
Баҫмалары
- Бари Н. К. «Проблема единственности разложения функции в тригонометрический ряд». // УМН, 4:3(31) (1949), 3-68
- Бари Н. К. Тригонометрические ряды. — М.: изд-во ФМЛ, 1961
- Bari N.K. `Trigonometric Series, vol. II` Holt, Rinehart and Winston/ — New York, 1967.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Архив по истории математики Мактьютор
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
- ↑ 1 2 3 Bari, Nina Karlovna // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th Century — Routledge, 2003. — Vol. 1. — P. 78. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
- ↑ Nina Karlowna Bari // FemBio-Datenbank (нем.)
- ↑ 1 2 3 Бари Нина Карловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 159: «Аттестат частной женской гимназии не давал права поступления в университет. Бари пришлось вторично сдавать выпускные экзамены на аттестат зрелости в государственной мужской гимназии №10, с чем она легко справилась»
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 165—166
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 165
- ↑ VIVOS VOCO: В. С. Виденский, «Бэра бери, Бари» (К 100-летию Н. К. Бари)
- ↑ Могила Н. К. Барри 2013 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Садовничий В. А. Нина Карловна Бари (1901—1961) // О людях Московского университета. — 3-е изд., дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2019. — С. 159—166. — 356 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011397-6.
Һылтанмалар
- Nina Karlovna Bari (инг.)
- Nina Karlovna Bari (инг.)
- Нина Карловна Бари (к 25-летию работы в МГУ)
- Нина Карловна Бари (некролог)
- могила на Введенском кладбище 2016 йылдың 30 март көнөндә архивланған.