Басиров Хәйҙәр Фәйзрахман улы
Хәйҙәр Фәйзрахман улы Басиров | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
![]() | |||||||
Тыуған көнө | 25 июнь 1939 | ||||||
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылы | ||||||
Вафат булған көнө | 10 март 2021 (81 йәш) | ||||||
Вафат булған урыны | Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылы | ||||||
Гражданлығы |
![]() ![]() |
||||||
Эшмәкәрлеге | филолог, уҡытыусы, комсомол органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе | ||||||
Наградалары һәм премиялары |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), ВЛКСМ Үҙәк Комитетының өс Почёт грамотаһы (1971, 1973, 1974), райондың почётлы гражданы (2007). |
Басиров Хәйҙәр Фәйзрахман улы (рус. Басыров Хайдар Файзрахманович; 25 июнь 1939 йыл — 10 март 2021 йыл) — комсомол органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1968 йылдан ВЛКСМ-дың Саҡмағош район комитетының беренсе секретары, 1975—2002 йылдарҙа «Игенсе» район гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). ВЛКСМ Үҙәк Комитетының өс Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1971, 1973, 1974). Райондың почётлы гражданы (2007).
Биографияһы
Хәйҙәр Фәйзрахман улы Басиров 1939 йылдың 25 июнендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылында тыуған[1].
1953 йылда урындағы ете йыллыҡ, 1957 йылда күрше Имәнлеҡул ауылындағы урта мәктәпте, 1958 йылда — Өфөләге 4-се техник училищены тамамлай. 1954 йылда ВЛКСМ ағзаһы итеп ҡабул ителә[2].
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡостанай ҡалаһындағы «Кустанайстрой» тресында балта оҫтаһы булып башлай. 1960 йылда Өфөгә ҡайта һәм «Горжилкоммунстрой» тресында ошо һөнәр буйынса эшләүен дауам итә[1].
1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм, юғары һөнәри белем алып, 1965 йылда Саҡмағош районының «Игенсе» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай, 1966 йылдан — редакцияның хаттар бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыусы[2].
1968 йылдың октябрендә ВЛКСМ-дың Саҡмағош район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был вазифала 1975 йылға тиклем эшләй. 1970 йылда «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы, 1972 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «За активную работу в комсомоле» билдәһе, 1971, 1973 һәм 1974 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамоталары менән бүләкләнә. 1974 йылда Ленин комсомолының 17-се съезында делегат булып ҡатнаша[1][2].
1975—2002 йылдарҙа «Игенсе» район гәзитенең мөхәррире. 1966—2002 йылдарҙа район советы депутаты. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының 9-сы, Башҡортостан Журналистар союзының 8-15-се съездары делегаты[2].
2021 йылдың 10 мартында Саҡмағош ауылында вафат була.
Әҙәби эшмәкәрлеге
1960 йылдан әҙәби ижад менән шөғөлләнә[2].. Хикәйәләре Өфө һәм Ҡазан ҡалаларындағы баҫмаларҙа донъя күрә. «Әмир мәктәбе» документаль повесы, «Көләрһең дә, иларһың да» һәм «Ҡайҙа бара был донъя» юмористик хикәйәләр йыйынтығы, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса, хеҙмәт алдынғылары, арҙаҡлы яҡташтары тураһында мәғлүмәттәр тупланған тиҫтәнән артыҡ белешмә-китаптар авторы. Ижад емештәре райондың Вәзих Исхаҡов (2007) һәм Ғилемдар Рамазанов (2015) исемендәге әҙәби премиялар менән баһаланған.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ватанга тугры калдылар : документаль повесть / Х. Ф. Басыйров, А. Х. Басыйров . – Казан: Татар. кит. нәшр., 2017. – 511 б., рәс. б-н.
- Батыр кызлар. / Х. Ф. Басыйров – Ижевск: ИП Пермяков С. А., 2015. – 305 б.
- Герои, орденоносцы / Х. Ф. Басыйров – Уфа: Уфимская типография, 2016. – 404 с.
- Басыйров Х., Басыйров А. Рожденные на Чекмагушевской земле. Юмашевская сторона: Истории. Энциклопедия личностей: в 3-х книгах. – Кн. I. – Уфа: Информреклама, 2020. – 352 с.: ил.
- Басыйров Х., Басыйров А. Рожденные на Чекмагушевской земле. Юмашевская сторона: Истории. Энциклопедия личностей: в 3-х книгах. – Кн. II. – Уфа: Информреклама, 2020. – 280 с.: ил.
- Басыйров Х., Басыйров А. Рожденные на Чекмагушевской земле. Юмашевская сторона: Истории. Энциклопедия личностей: в 3-х книгах. – Кн. III. – Уфа: Информреклама, 2020. – 400 с.: ил.
- Чакмагыш туфрагында туганнар. Мәгариф. Хәйдәр Басыйров, Айдар Басыйров. – Уфа, 2018 (Беренче китап)
- Чакмагыш туфрагында туганнар. Мәгариф. Хәйдәр Басыйров, Айдар Басыйров. – Уфа, 2018 (Икенче китап)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының өс Почёт грамотаһы (1971, 1973, 1974)
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «За активную работу в комсомоле» билдәһе (1972)
- Райондың почётлы гражданы (2007)
- Вәзих Исхаҡов исемендәге премия (2007)
- Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия (2015)
Хәтер
- 2022 йылда район гәзите редакцияһы бинаһына Хәйҙәр Басиров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» БАСЫРОВ Хайдар Файзрахманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2024)
- ↑ 1 2 3 4 5 Чекмагушевская центральная межпоселенческая библиотека. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2024)
Әҙәбиәт
- Сәхәпова Р. Бәйгеләрдә чапкан ат сыман: [Хәйдәр Басыйров] // Тулпар. – 2010. – № 4. – 60 – 61 бит.
- Йосыпов К. Халкымның тугрылыклы уллары Хәйдәр һәм Айдар Басыйровларның «Ватанга тугры калдылар» китабы // Тулпар. – 2011. – № 5. – 68 бит.
- Фәйзуллин Г. Китап якташларыбызны данлый: Хәйдәр һәм Айдар Басыйровларның «Ватанга тугры калдылар» дигән документаль повестен укыганнан соң туган уйлар // Кызыл таң. – 2012. – № 160. – 25 август.
- Арсланова Г. Үз жиренең лаеклы улы: Х. Басыйров // Өмет. – 2014. – № 53. – 8 июль.
- Идрисов Р. Мөкаддәс туган якның фидакарь улы: Чакмагыш елъязмачысы Хәйдәр Басыйровка 75 яшь // Кызыл таң. – 2014. – № 127. – 3 июль.
- Бадретдинова З. Китаплары белән һәйкәл куйды: Х.Ф. Басыйров турында // Өмет. – 2021. – № 14. – 9 апрель. – 17 бит.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» БАСЫРОВ Хайдар Файзрахманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2024)
- Чекмагушевская центральная межпоселенческая библиотека. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2024)
- 25 июндә тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Саҡмағош районында тыуғандар
- 10 мартта вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Саҡмағош районында вафат булғандар
- Журналистар
- Мөхәррирҙәр
- ВЛКСМ ағзалары
- КПСС ағзалары
- ВЛКСМ-дың Башҡортостан район комитеттарының беренсе секретарҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре