Баскетбол буйынса СССР ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы
Баскетбол буйынса СССР-ҙың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы — 1991 йылда СССР тарҡалғанға тиклем баскетбол буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа ошо ил исеменән сығыш яһаусы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы.
Команда
Баскетбол буйынса СССР-ҙың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы 1950—1980 йылдарҙа донъяның иң көслө командаларының береһе була.
Үҙе ҡатнашҡан бөтә 3 Олимпиадала ла миҙалдар яулай: 2 алтын һәм 1 бронза (ҡатын-ҡыҙҙар баскетболы беренсе тапҡыр 1976 йылда ғына йәйге Олимпия уйындары программаһына индерелә).
Йыйылма команда халыҡ-ара аренала 1950 йылда Европа чемпионатында дебют яһай һәм шунда уҡ еңеү яулай[1].
Ул 1990 йылғы донъя чемпионатында ғына миҙалһыҙ ҡала.
СССР-ҙың баскетбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы уникаль рекорд ҡуя: 1960 йылдан башлап СССР йыйылма командаһы баскетбол буйынса Европа чемпионатында 17 тапҡыр рәттән еңеү яулай.
Оҙаҡ йылдар тренер булып Лидия Алексеева эшләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ История российского баскетбола 1900—2000. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2010. Архивировано 22 август 2010 года.