Баскетбол буйынса СССР йыйылма командаһы (ирҙәр)

Баскетбол буйынса СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы — халыҡ-ара ярыштарҙа СССР исеменән сығыш яһаған ир-егеттәр баскетбол командаһы. 1947 йылдан алып 1991 йылға тиклем ғәмәлдә була һәм СССР баскетбол федерацияһы тарафынан идара ителә.

1992 йылғы Олимпия уйындарында БДБ-ның берләшкән командаһы булараҡ сығыш яһай.

Бөтәһе 9 Олимпиадала (2 еңеү), 9 донъя чемпионатында (3 еңеү) һәм 21 Европа чемпионатында (14 еңеү) ҡатнаша. Баскетбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы — уның вариҫы.

undefined

Команда

undefined

Баскетбол буйынса СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы — 1950-се, 1960-сы, 1970-се һәм 1980-се йылдарҙа донъяның иң көслө командаларының береһе. Бөтә 9 Олимпиадала ҡатнашып, бөтәһендә лә миҙал яулай: 2 алтын, 4 көмөш һәм 3 бронза.

СССР йыйылма командаһы 1947 йылдан 1990 йылға тиклем төп халыҡ-ара турнирҙарының финал стадияларында бөтәһе 39 миҙал яулай: олимпиада (9), донъя (9) һәм Европа (21) чемпионаттары. Бындай уникаль ҡаҙанышҡа бер баскетбол йыйылма командаһы ла ирешә алмай. Команда 1957 йылдан 1971 йылға тиклем Европа чемпионатында 8 тапҡыр рәттән еңеү яулай.

Совет йыйылма командаһының уңыштарына, ҡағиҙә булараҡ, Рәсәй, Литва һәм Украина баскетболсылары, шулай уҡ Грузия, Эстония, Латвия, Ҡаҙағстан һәм Советтар Союзының башҡа республикалары вәкилдәре лә ҙур өлөш индерә.

Халыҡ-ара аренала совет ир-егеттәр баскетболының күп йыллыҡ уңыштары тренерҙар Степан Спандарян, Александр Гомельский һәм Владимир Кондрашин исемдәре менән бәйле.

Тарихы

Европа чемпионаттары

1947 йылда Бөтә Союз баскетбол секцияһы Халыҡ-ара баскетбол федерацияһына ағза итеп ҡабул ителә. Совет баскетболсылары ФИБА ойошторған бөтә ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала. Шул уҡ йылда СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы тәүге тапҡыр Европа чемпионатында ҡатнаша. Совет баскетболсылары Югославия, Венгрия, Болгария, Мысыр, Польша командаларын еңә һәм финалда Европа чемпионы — Чехословакия командаһы менән уйнай. 56:37 иҫәбе менән еңеү яулап, СССР йыйылма командаһы Европа чемпионы исемен яулай[1].

Олимпия уйындары

1952 йылда ирҙәр йыйылма командаһы Хельсинкиҙа үткән XV Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Совет баскетболсылары Бразилияның, Уругвайҙың, Чилиҙың көслө командаларын, бөтә Европа командаларын еңә һәм икенсе урынды яулай.

Баскетбол буйынса СССР йыйылма командаһы беренсе алтын миҙалын 1972 йылда Мюнхенда XX Олимпия уйындарында, икенсеһен Сеулдағы Олимпия уйындарында яулай.

Донъя чемпионаттары

СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы донъя чемпионатында 1959 йылда беренсе тапҡыр ҡатнаша.

Ҡаҙаныштары

  • Олимпия чемпионы (2): 1972, 1988
  • Олимпия уйындарының көмөш призеры (4): 1952, 1956, 1960, 1964
  • Олимпия уйындарының бронза призеры (3): 1968, 1976, 1980
  • Донъя чемпионы (3): 1967, 1974, 1982
  • Донъя чемпионында икенсе урын (3): 1978, 1986, 1990
  • Донъя чемпионатының бронза призеры (2): 1963, 1970
  • Европа чемпионы (14): 1947, 1951, 1953, 1959, 1961, 1963, 1965, 1967, 1969, 1971, 1979, 1981,

Тренерҙары

Сығыштар статистикаһы

Олимпия уйындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Һөҙөмтә У В П
Финляндия 1952 Хельсинки Көмөш 8 6 2
Австралия 1956 Мельбурн Көмөш 8 6 2
Италия 1960 Рим Көмөш 8 6 2
Япония 1964 Токио Көмөш 9 8 1
Мексика 1968 Мехико Бронза 9 8 1
Германия Федератив Республикаһы 1972 Мюнхен Еңеү 9 9 0
Канада 1976 Монреаль Бронза 7 6 1
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1980 Мәскәү Бронза 7 6 2
Америка Ҡушма Штаттары 1984 Лос-Анджелес Бойкот
Корея Республикаһы 1988 Сеул Еңеү 8 7 1
Бөтәһе 2 титул 73 62 11

Донъя чемпионаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Һөҙөмтә У В П
Чили 1959 Чили 6-сы урын[2] 9 7 2
Бразилия 1963 Бразилия 3-сө урын 9 7 2
Уругвай 1967 Уругвай Еңеү 9 8 1
Флаг Югославии (1945—1991) 1970 Югославия 3-сө урын 9 7 2
Пуэрто-Рико 1974 Пуэрто-Рико Еңеү 10 9 1
Филиппин 1978 Филиппины Финал 7 6 1
Колумбия 1982 Колумбия Еңеү 9 8 1
Испания 1986 Испания Финал 12 11 1
Аргентина 1990 Аргентина Финал 8 6 2
Бөтәһе 3 титул 82 69 13

Европа чемпионаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Һөҙөмтә У В П
1935 — 1946 Ҡатнашмай
Чехословакия 1947 Чехословакия Чемпион 6 6 0
Мысыр 1949 Египет Ҡатнашмай
Франция 1951 Франция Чемпион 9 9 0
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1953 СССР Чемпион 10 10 0
Венгрия 1955 Венгрия 3-сө урын 11 9 2
Болгария 1957 Болгария Чемпион 10 10 0
Төркиә 1959 Турция Чемпион 9 9 0
Югославия 1961 Югославия Чемпион 8 8 0
Польша 1963 Польша Чемпион 9 9 0
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1965 СССР Чемпион 9 9 0
Flag of Finland.svg 1967 Финляндия Чемпион 9 9 0
Италия флагы 1969 Италия Чемпион 7 6 1
Германия флагы 1971 ФРГ Чемпион 7 7 0
Испания 1973 Испания 3-сө урын 7 6 1
Югославия флагы(1945—1991) 1975 Югославия 2-се урын 7 6 1
Флаг Бельгии 1977 Бельгия 2-се урын 7 5 2
Италия флагы 1979 Италия Чемпион 7 6 1
Чехословакия флагы 1981 Чехословакия Чемпион 9 9 0
Франция флагы 1983 Франция 3-сө урын 7 6 1
Германия флагы 1985 ФРГ Чемпион 8 7 1
Флаг Греции 1987 Греция 2-се урын 8 7 1
Югославия флагы(1945—1991) 1989 Югославия 3-сө урын 5 4 1
Бөтәһе 14 титул 169 157 12

Иҫкәрмәләр

  1. 1947 European Championship for Men | ARCHIVE.FIBA.COM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2012. Архивировано 4 ғинуар 2010 года.
  2. СССР йыйылма командаһы «сәйәси сәбәптәр арҡаһында» Тайвань йыйылма командаһы менән уйындан баш тарта, шуның өсөн ФИБА тарафынан дисквалификациялана һәм штраф һалына. FIBA World Championship History Архивная копия от 12 сентябрь 2014 на Wayback Machine, FIBA.com. Retrieved September 16, 2011. (инг.)

Әҙәбиәт

  • Александр Гомельский. Баскетбол завоевывает планету: Баскетбол на Олимпиадах. — М.: Советская Россия, 1980. — 144 с.
  • В.Б. Квасков. 100 лет российского баскетбола: история, события, люди: справочник. — М.: Советский спорт, 2006. — 274 с. — ISBN 5-9718-0175-9.

Ҡалып:Чемпионы Олимпийских игр по баскетболу Ҡалып:Чемпионы мира по баскетболу Ҡалып:Чемпионы Европы по баскетболу

Тема буйынса өҫтәмә