Башкиров Алексей Филиппович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Жанр повесть[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик, публицист
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Тыуған урыны
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 21 март 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған көнө 9 сентябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һуғыш/алыш

Башкиров Алексей Филиппович (төп фамилияһы Башкиров; 21 март 1909 йыл, Буинск өйәҙе, Большое Батырево, — 9 сентябрь 1979 йыл, Сыуашстан, Чебоксар) — сыуаш яҙыусыһы. 1941 йылдан — КПСС ағзаһы[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Филиппович Талвир 1909 йылда Сембер губернаһы Буинск өйәҙенең Большое Батырево ауылында (хәҙерге Сыуашстандың Батырев районы Батырево ауылы) тыуған. Икенсе дәрәжә Первомайский мәктәбен, артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. СССР халыҡтары Үҙәк нәшриәтенең сыуаш секцияһында, СССР-ҙың Яҙыусылар союзының комсомол ойошмаһының секретары, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының пропаганда һәм агитация бүлегендә матбуғат буйынса инструктор булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында взвод командиры, рота политругы, «Комсомольская правда» гәзитенең корреспонденты була. Көнбайыш, Брянск, Сталинград һәм 2-се Балтика буйы фронттарындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Һуғыш ваҡытында ҡаты яралана.

Демобилизациянан һуң бер нисә йыл дауамында «Коммунизм ялавӗ» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була. 1954—1958 йылдарҙа — Сыуашстан яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе.

1960 йылда Ҡазанға күсә. Бында уның инициативаһы буйынса «Хусан» (Ҡазан) альманахы ойошторола. п йылдарҙан һуң яҙыусы тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Пьесалар, хәтирәләр яҙа, 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы темаһына ҙур тарихи роман башлай.

1979 йылда яҙыусы вафат була. Чебоксарҙа ерләнгән.

Алексей Талвир исемен Чебоксарҙың төньяҡ-көнбайыш районында бер урам йөрөтә.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң билдәле китаптары:

  • «Ҡышҡы һыуыҡта» — 1929 йылда сыға. Автор кулактың ауыр эшенән ҡалаға ҡасып киткән ике етем малайҙың еңел булмаған яҙмышы тураһында бәйән итә. Әҫәрҙә властарҙың балаларҙың ҡарауһыҙлығына ҡаршы көрәше тасуирлана.
  • «Хата» — 1931 йылда сыға. Был әҫәрҙә егерменсе йылдарҙағы комсомолецтар тураһында яҙыла. Китаптың геройҙарының береһе ул үҙе була.
  • «Буинск тракы» — 1953 йылдан сыға. Повест. сыуаш халҡының революция алдындағы тормошо тураһында һөйләй. Был китап бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
  • «Һуғышҡа тиклем, һуғышта, һуғыштан һуң» — дүрт повесттән тора: «Ҡанат ҡағыу», «Фронт юлдарында», «Аҡса өсөн түгел», «Волга аға».
  • «Фундамент» (1965) — Сыуашстанда эшсе синыфтың һәм техник интеллигенцияһының формалашыу темаһын күтәргән роман.

Яҙыусы тураһында әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алексей Талвир (Башкиров Алексей Филиппович) / Юрьев М. Писатели Советской Чувашии / М. Юрьев, З. Романова. — Чебоксары,1988. — С. 294—296.
  • Алексей Талвир — улып чувашской литературы // Юхма М. Имена улиц твоих, Чебоксары! / М. Юхма. — Чебоксары, 2000.- С. 121—125.
  • Вспомним о Талвире // Чебоксарские новости. — 1999. — 20 марта.
  • Решетина Л. В память о Талвире / Л. Решетина // Чебоксарские новости. — 1999. — 24 марта. — С.1.
  • Юхма М. Талвир неизвестный — опальный / М. Юхма // Советская Чувашия.- 1999.- 13 марта и др

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]