Бетеү

Бетеү (рус. Бетеу, башкирский оберег, амулет) — башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, һаҡлаусы көскә эйә булған өсмөйөшлө әйбер. Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫының бер өлөшө, ата-бабаларҙан килеүсе рухи традицияларҙың символы. Уны ҡулланыу мәжүсилек дәүеренән ҡалған һәм быуындан-быуынға тапшырыла.

undefined

Айырым башҡорт һөйләштәрендә «бетеү» һүҙе ҡорама һымаҡ әйберҙе лә белдерә ала. Мәҫәлән, ҡайһы бер райондарҙа стенаға эленә торған ҡорама япманы, өсмөйөш рәүешендәге биҙәкле элементтарҙы ла «бетеү» тип әйтәләр, хатта өсмөйөш формаһында киҫелгән бауырһаҡты ла «бетеүсә» тип атағандар. Шулай итеп, «бетеү» һүҙе башҡорт телендә төрлө үҙенсәлекле мәғәнәләргә эйә.

Этимиологияһы

undefined
undefined

«Бетеү» һүҙе сығышы менән боронғо төркиҙәрҙә киң ҡулланылған «битиг» («китап») тигән һүҙенә барып тоташа. Боронғо төрки дәүере ғалимы Мәхмүт Ҡашғари һүҙлегендә «битиг» — насар рухтарҙан һаҡлау өсөн махсус яҙылған доғалы амулет тип аңлатылған, был мәғәнә башҡорттарҙың «бетеү» төшөнсәһенә тап килә. Ошонан сығып, «бетеү»ҙең тамырҙары боронғо төрки осорға тоташа[1].

Ҡулланыу

Бетеүгә Ҡөрьән cүрәләре яҙып, күк йәки ҡара туҡыманан өсмөйөшләп тегәләр. Һаҡлаусы талисманды муйынға, йәки кейемгә тағып йөрөйҙәр. Ышаныуҙар буйынса, был предмет кешене ауырыуҙан, яман ниәтле кешеләрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлай. Бетеүҙе күберәк балаларҙың кейеменә, башлығына, ҡултыҡ аҫтына тағып ҡуялар.

Бетеү төрлө оберег әйберҙәр составына ла инә, мәҫәлән:

  • Бетеү күлдәк — яңы тыуған бала өсөн тегелгән, өсмөйөш туҡымаларҙан торған һаҡлыҡ күлдәге;
  • Бетеү юрған — бала өсөн әҙерләнгән, өсмөйөш киҫәктәрҙән тегелгән юрған;
  • Бетеүсә (биҙәк) — өсмөйөш формаһындағы биҙәк, ул һаҡлау көсөнә эйә тип иҫәпләнә;
  • Бетеүсә (печенье) — туйға әҙерләнә торған өсмөйөш рәүешендәге майлы ритуаль бешкән тәмлекәс.

Бетеүҙең формаһы төрлө булыуы мөмкин: түңәрәк, овал, квадрат, әммә өсмөйөш — иң традицион һәм көслө тип һанала.

Бетеүҙең көсө ун ҡулланыуға бәйле тип иҫәпләйҙәр: бетеүҙе таҙа урында һаҡларға кәрәк; доға уҡығанда ҡулға тотоу файҙалы; тағып йөрөгәндә һаҡлау ҡеүәтеп күҙ алдына килтерергә.

Хәҙерге көндә лә бетеү киң ҡулланыла. Уны ҡулдан эшләйҙәр, нағыштар, ялтыр биҙәүестәр менән биҙәйҙәр. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында милли тәрбиә биреү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре (рус.)баш. үткәрелә, унда балалар һәм ата-әсәләр бетеү эшләй[2][1].

Мәҙәниәттә

2024 йылда «Башкортостан» киностудияһы «Бетеү» исемле ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөүҙө (режиссёр — Руслан Юлтаев). Сюжет буйынса, өләсәйе үҙенең яратҡан ейәнен хәрби хеҙмәткә ебәргеһе килмәй, һәм уның нәҫелдән килгән бетеүен алып ҡуя. Һуңынан ул үҙенең хатаһын аңлап, бетеүҙе гуманитар ярҙам менән ебәрергә тырыша[3].

2025 йылдың 19-21 сентябрендә Сыктывкарҙа (Коми Республикаһы) үткән 9-сы «Туйвеж» фин-уғыр кинофестивалендә фильм еңеүселәр рәтендә булды. Жюри «Бетеу» фильмын «Ватанды һаҡлаусылар йылы»ның иң яҡшы фильмы тип билдәләне[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. = Башкирская мифология: словарь-справочник (баш.). — 2-е изд. — Өфө: Ғилем, 2002. — С. 126. — 126 с. — ISBN 5-7501-0299-8. [2025-07-28 Архивировано] 16 август 2026 года.
  2. Бэтэу - амулет. Башкиры. Российский этнографический музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.
  3. «Бетеу» – новый проект киностудии «Башкортостан». Министерство культуры Республики Башкортостан (24 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.
  4. «Бетеу» среди победителей кинофестиваля «Туйвеж». Киностудия Башкортостан (23 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.

Һылтанмалар

  • М.Н.Сөләймәнова. Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина. Бетеү. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.
  • Сулейманова М.Н. Магический отрибут: между язычеством и исламом. Институт истории и государственного управления Башкирского государственного университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар