Бойчук Василий Сафронович
Ҡатнашыусы | КПСС-тың ХХ съезы[d] |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Тыуған урыны | |
Заты | ир-ат |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Уҡыу йорто | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Һуғыш/алыш |
Василий Сафронович Бойчук (1912 йыл, Винница өлкәһе, хәҙер Томашпольский районының Яланец ауылы — ?) — украин совет партия эшмәкәре, Винница өлкәһе Украинаның КП Крыжополь район комитеты секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (26.02.1958). СССР Юғары Советының 5-се саҡырылыш депутаты. 1960-1961 йылдарҙа Украина КП Үҙәк комитеты ағзаһы.
Биографияһы
Василий Сафронович Бойчук крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1928 йылда Донбасста «Зугресбуду» предприятиеһында эшсе булып башлай. Одесса тимер юл институтының киске бүлегендә уҡый һәм бер үк ваҡытта, 1930-1932 йылдарҙа, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
1933-1935 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла.
1938 йылда Винница педагогия институтын тамамлай.
1938-1939 йылдарҙа — Винница өлкәһенең Крыжополь районы Соколовка урта мәктәбе директоры.
1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1939-1946 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла. 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында, 1945 йылдан япон һуғышында ҡатнашыусы. 1941 йылда 5-се армияның 254-се уҡсылар дивизияһы 981 -се уҡсылар полкында хәрби комиссар булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың июненән — 460 -сы айырым автотранспорт батальонында хәрби комиссар, һуңыраҡ — 4 һәм 9-һауа армияһы Төп командование резервының 103-сө айырым автотранспорт батальоны командиры. Көньяҡ-Көнбайыш, 2-се Белорус һәм 1-се Алыҫ Көнсығыш фронттарында һуғыша
1946 — 1950 йылдарҙа — Винница өлкәһе Крыжополь районы Городковский урта мәктәбе директоры.
1950-1962 йылдарҙа — Винница өлкәһе УКП Крыжополь район комитеты секретары. 1962-1963 йылдарҙа — Крижополь производство колхоз-совхоз идаралығы начальнигы, һуңынан ошо уҡ идаралыҡта УКП партия комитеты секретары.
1963 йылдың сентябрендә — Винница өлкәһе ҡулланыусылар союзы идараһы рәйесе.
Дәрәжәһе
- майор
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (26.02.1958)
- Ленин ордены (26.02.1958)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.08.1944)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (5.06.1945, 20.09.1945)
- миҙалдар
Сығанаҡтар
- Депутаты Верховного Совета СССР. Пятый созыв. — М. : Издательство «Известия Советов депутатов трудящихся», 1959. (рус.)
[[Категория:I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары]]
- КПСС ағзалары
- Подольск губернаһында тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары