Бухенвальд
Бухенва́льд (нем. Buchenwald [ˈbuːxənvalt] — «бук урманы») — Германияның иң ҙур концлагерҙарының береһе, Тюрингияның Веймар янында урынлашҡан. Рәсми рәүештә Бухенвальд «үлем лагеры» статусына эйә булмаһа ла, 1937 йылдың йәйенән үк унда кешеләрҙе планлы рәүештә юҡ итә башлайҙар. 1937 йылдың июленән 1945 йылдың апреленә тиклем лагерҙа яҡынса 250 000 кеше тотҡонлоҡта була һәм яҡынса 56 000 кеше үлтерелә (шул иҫәптән аслыҡ һәм улар өҫтөндә үткәрелгән кешелекһеҙ тәжрибәләр һөҙөмтәһендә һәләк булған кешеләр).
Әсирҙәрҙе предприятиелары Бухенвальд районында урынлашҡан күп кенә эре сәнәғәт фирмалары хужалары эксплуатациялаған. Бухенвальд, Заксенхаузен, Нойенгамме, Равенсбрюк концлагерҙарында ҡорал заводтары төҙөлә. Тотҡондар Бухенвальд филиалы булған Дора-Миттельбауҙа күпләп һәләк була, унда ер аҫты цехтарында «үс алыу ҡоралдары» — «Фау-1» һәм «Фау-2» етештерелә. 1945 йылдың 13 апрелендә лагерға Америка ғәскәрҙәре инә. Лагерҙағы ҡорбандар һаны яҡынса 56 000 әсир тип баһалана[2].
1945 йылдың 11 апрелендә, Америка ғәскәрҙәре Бухенвальдҡа яҡынлашҡас, унда ихтилал башлана, һөҙөмтәлә тотҡондар лагерҙы үҙ ҡулдарына алыуға өлгәшә. Ошо ваҡиға иҫтәлегенә Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө булдырыла.
1945 йылдың авгусында Бухенвальд биләмәһе СССР ҡарамағына тапшырылғандан һуң, унда НКВД-ның 2-се махсус лагеры ойошторола, ул нацист һуғыш енәйәтселәрен тотоу өсөн хеҙмәт итә.
1958 йылда лагерь биләмәһендә «Бухенвальд» мемориаль комплексы асыла.
Бухенвальдтағы енәйәттәр тураһындағы мәғлүмәттәр Эрих Мария Ремарктың Меллерн концлагеры тураһындағы «Искра жизни» романының нигеҙен тәшкил итә (китаптың 10-сы бүлегендә лагерь ҡапҡаһында «Һәр кемгә тейешлеһе» тигән яҙыу телгә алына)[3][4][5].
Тарихы
| Йылдар | Бөтәһе | ▼ Сәйәси тотоҡондар |
▼ Өсөнсө рейхта Йәһүә шаһиттары |
▼ Гомосек. ир (§ 175) |
|---|---|---|---|---|
| 1938 | 11 028 | 3982 | 476 | 27 |
| 1939 | 11 807 | 4042 | 405 | 46 |
| 1940 | 7440 | 2865 | 299 | 11 |
| 1941 | 7911 | 3255 | 253 | 51 |
| 1942 | 9571 | 5433 | 238 | 74 |
| 1943 | 37 319 | 25 146 | 279 | 169 |
| 1944 | 63 048 | 47 982 | 303 | 189 |
| янв. 1945 | 80 297 | 53 372 | 302 | 194 |
| фев. 1945 | 80 232 | 54 710 | 311 | 89 |
Ваҡиғалар хронологияһы:
1937 йыл — 15 июлдә Заксенхаузен концлагерынан тәүге тотҡондар килә. Артабанғы аҙналарҙа Заксенбург һәм Лихтенбург лагерҙары тарҡатыла. Ул тотҡондар, улар араһында сәйәси тотҡондар, Йәһүә шаһиттары, енәйәтселәр, шулай уҡ гомосексуалистар була, Бухенвальдҡа күсерелә. Лагерь коменданты — Карл Кох. 14 августа беренсе Бухенвальд тотҡоно аҫып үлтерелә[7].
1938 йылдың февралендә Мартин Зоммер етәкселегендә «бункер» тип аталған урында язалау камераһы һәм атып үлтереү өсөн бина булдырыла. 1 майҙа СС командованиеһы тотҡондар араһында йәһүдтәр категорияһын айырып күрһәтә. Тотҡондар, лагерь баҡсаһынан редиски урлауҙа ғәйепләнеп, төшкө аштан мәхрүм ителә. 4 июндә эшсе Эмиль Баргатцкий тотҡондар алдында аҫыла. Был немец концлагерында халыҡ алдында язалауҙың беренсе осрағы була[8].
1939 йылдың февралендә тиф эпидемияһы башлана, ноябрҙә — дизентерия эпидемияһы. 1939 йылдың аҙағында лагерҙа 11 807 тотҡон була, уларҙың 1235-е вафат була[9].
1940 йыл — крематорий төҙөлә башлай. 22 августа мәйеттәрҙе яндырыр алдынан алтын тештәрен алыу тураһында бойороҡ сыға. 1940 йылдың йәйенән крематорий эшләй[10][10].
1941 йылдың сентябрендә лагерь янында беренсе совет хәрби әсирҙәре атып үлтерелә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, СС етәкселегендә 8000 самаһы совет хәрби әсире атып үлтерелә. Совет әсирҙәренең статистикаһы алып барылмай[11]. 1942 йыл. Ғинуарҙа тотҡондарҙа тәүге медицина тәжрибәләре үткәрелә. Йыл аҙағында лагерҙа 9517 тотҡон була, һәр өсөнсө тотҡон һәләк була[12].
1943 йыл. Әсирҙәрҙе бәләкәй генә лагерға урынлаштырғандар. Апрелдә 46-сы блокта медицина тәжрибәләренең 13-сө тулҡыны үтә, яртыһынан күберәге ғазапланып үлә. Тәүге алты айҙа 2900 тотҡон һәләк була. Йыл аҙағында лагерҙа 37 319 кеше була, шул иҫәптән 14 500 СССР гражданы, 7 500 поляк, 4 700 француз, 4 800 немец һәм австриялы була. Уларҙың яртыһы тиерлек тышҡы лагерҙарҙа урынлашҡан[13].
1944 Эрнст Тельман, КПГ рәйесе, крематорий бинаһында атып үлтерелә. Бухенвальд лагерында һәм уның филиалдарында 63 048 ир-егет һәм 24 210 ҡатын-ҡыҙ тотолған, ә уның 136 филиалы менән бергә— 250 мең кеше. Тотҡондар Крупп, Флик, Тиссен, Симонс, «Даймлер-Бенц», «И. Г. Фарбениндустри» һәм башҡа заводтарҙа эшләгән. 1944 йылдың октябрендә-ноябрендә Латвия концлагерҙарынан, тәү сиратта Кайзервальда һәм Дондангендан тотҡондар килә башлай. Бөтәһе — ике мең[14]. 200-гә яҡын осоусы төрмәгә ултыртыла.
1945 йылдың ғинуарында Польша концлагерҙарынан меңдәрсә йәһүд килтерелә. Уларҙың күбеһе ҡаты сирләй. Февралдә Бухенвальд иң ҙур үлем лагерына әүерелә: концлагерҙың 88 филиалында сәнскеле сым артында 112 000 тотҡон тотола[15].
Лагерҙа Интернациональ комитет һәм Хәрби комитет етәкселегендә йәшерен эш алып барыла. 188 төркөм булдырыла. Подпольщиктар ҡорал йыя һәм етештерә: 1 ҡул пулеметы, 97 карабин һәм винтовка, 100 пистолет, 1!ҡ граната, 600 берәмек һалҡын ҡорал, 1000-дән ашыу факел[16].
8 апрелдә сүп-сар һауыты төбөнә ҡуйылған радиотапшырғыс аша подпольщиктар һөжүм итеүсе союздаш ғәскәрҙәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә[17].
11 апрелдә лагерҙа ҡораллы ихтилал башлана. Лагерь йәшерен комитет идаралығына күсә. Бер нисә сәғәттән азат ителгән лагерға тәүге америка разведчиктары килә[18].
13 апрелдә лагерға америка ғәскәрҙәре инә.
Һуңғы йылда лагерҙа 13 959 кеше үлә. 16 апрелдә Америка коменданты бойороғо буйынса лагерға нацистарҙың ҡанһыҙлығын күрергә 1000 Веймар халҡы килә.
Дөйөм алғанда, лагерҙа бөтә Европа илдәренән сирек миллионға яҡын тотҡон тотола. Ҡорбандар һаны яҡынса 56 000 кеше тәшкил итә[2].
Июль/август айҙарында лагерь совет хәрби командованиеһы һәм НКВД идаралығына күсерелә. Бында «2-се махсус лагерь» ойошторола[19], ул 1950 йылға тиклем эшләй[20].
Лагерь 1945—1950 йылдарҙа НКВД системаһында
1945—1950 йылдарҙа лагерь СССР НКВД-һы тарафынан махсус лагерь сифатында ҡулланыла[21]. Төп контингентты үҙ ваҡытында нацист ойошмаларында булғандар тәшкил итә, әммә улар араһында яуаплы вазифа биләүселәр бик аҙ була.
1948 йылда ул ГУЛАГ системаһына күсерелә[22][23]. Совет архив мәғлүмәттәренә ярашлы, 1945—1950 йылдарҙа лагерь аша 28 455 тотҡон үтә, уларҙың 7113-ө вафат була[24].
Судтар һәм хөкөм
Бухенвальд концлагеры хеҙмәткәрҙәренә ҡарата суд процессы 1947 йылдың 11 апреленән 14 авгусына тиклем үтә. Америка хәрби трибуналы 22 ғәйепләнеүсене үлем язаһына (ун кеше өсөн был төрмә язаһы менән алмаштырыла), 5 кешене ғүмерлек төрмә язаһына хөкөм итә һ.б.
Төрмәгә хөкөм ителеүсе бөтә ғәйепләнеүселәр 50-се йылдарҙағы амнистия ваҡытында азат ителә, шунан һуң ҡайһы берҙәрен яңынан судҡа бирәләр. Рапортфюрер Герман Хакман 1981 йылда Дюссельдорф өлкә суды тарафынан 10 йыл төрмә язаһына хөкөм ителә (Майданекта ҡылған енәйәттәре өсөн), Вольфганг Отто 1986 йылда 4 йылға иректән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә, әммә һуңынан ул аҡлана[25].
Элекке шутцхафтлагерфюрер Эрих Густ башҡа исем аҫтында йәшеренә[26]. Ул 1992 йылда Мелле ҡалаһында үлә.
Доктор Генрих Плаза 1954 йылда Францияла ситтән тороп үлем язаһына хөкөм ителә (Натцвайлер концлагерында ҡылған енәйәттәре өсөн). Уҙҙыр ФРГ-ла йәшәй һәм Перахела медицина практикаһы менән шөғөлләнә[27].
Мемориал
1951 йылда элекке лагерь территорияһында ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, ә 1958 йылда Бухенвальдта милли мемориаль комплекс асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Бөгөн казармаларҙан биналар урынлашҡан урынды хәтерләтеүсе һуйырташтан һалынған нигеҙҙәр генә ҡалған. Һәр береһе янында яҙыу ҡуйылған: "Бында 14-се казарма. Бында рома һәм синти, Барак №… Бында үҫмерҙәр тотола, Барак № … Бында йәһүдтәр… һ. б. «Бухенвальд» мемориаль комплексын төҙөүселәр крематорий бинаһын һаҡлап ҡалған. Стеналарына төрлө телдәрҙә исемдәр яҙылған таҡталар ҡуйылған: һәләк булғандарҙың туғандары уларҙың иҫтәлеген шулай итеп мәңгеләштергән. Күҙәтеү башнялары һәм бер нисә рәт сәнскеле сым, «Jedem das Seine» («Һәр кемгә тейешлеһе») тип яҙыу һаҡланып ҡалған.
Фотогалерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 1937 to 1945 — Buchenwald Memorial. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2013. Архивировано 16 октябрь 2013 года.
- ↑ 1 2 Konzentrationslager Buchenwald 1937–1945 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Buchenwald and Mittelbau-Dora. Memorials Foundation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2017. Архивировано 6 декабрь 2018 года.
- ↑ Buchenwald and Mittelbau-Dora. Memorials Foundation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2017. Архивировано 6 декабрь 2018 года.
- ↑ «Искра жизни» (1952-1953 гг.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2017. Архивировано 10 май 2017 года.
- ↑ Ҡалып:Grau: Homosexualität in der NS-Zeit
- ↑ Historischer Überblick - 1937 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1938 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1939 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1940 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1941 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1942 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1943 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1944 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1945 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Башков Г. К. Узники Бухенвальда освободили себя сами. // Военно-исторический журнал. — 2001. — № 4. — С.95-96.
- ↑ Вечерний Харьков. «Бухенвальд: правда из первых уст Архивная копия от 8 май 2011 на Wayback Machine», 2 февраля 2009
- ↑ Chronologie der Befreiung - 11 April 1945 (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Спецлагерь № 2. Уроки Истории. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2019. Архивировано 10 ғинуар 2019 года.
- ↑ Historischer Überblick - 1945 - Nach der Befreiung (нем.). Stiftung Gedenkstätten Buchenwald und Mittelbau Dora. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ «WWII: Behind Closed Doors», Episode 6 of 6. BBC. Broadcast on BBC 2, on Monday 15 December 2008.
- ↑ Ex-Death Camp Tells Story Of Nazi and Soviet Horrors Архивная копия от 28 июль 2020 на Wayback Machine — NYTimes.com
- ↑ Kai Cornelius, Vom spurlosen Verschwindenlassen zur Benachrichtigungspflicht bei Festnahmen, BWV Verlag, 2004, p. 131, ISBN 3-8305-1165-5
- ↑ Petra Weber, Justiz und Diktatur: Justizverwaltung und politische Strafjustiz in Thüringen 1945—1961 : Veröffentlichungen zur SBZ-/DDR -Forschung im Institut für Zeitgeschichte, Oldenbourg Wissenschaftsverlag, 2000, p. 99, ISBN 3-486-56463-3.
- ↑ Gestorben: Wolfgang Otto (нем.) // Der Spiegel. — 1989. — 4 December. Архивировано 5 июнь 2020 года.
- ↑ Rick Atkinson. Nazi Hunters are Still at War, Fighting a Losing Battle (ингл.). The Washington Post (27 август 1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2019. Архивировано 23 июль 2020 года.
- ↑ Gabrielle McDonald-Rothwell. Her Finest Hour: The Heroic Life of Diana Rowden, Wartime Secret Agent. — Amberly Publishing, 2017. — 336 p. — ISBN 9781445661643. — ISBN 1445661640.
Әҙәбиәт
- Григорий Зинченко Побег из Бухенвальда Архивная копия от 30 ноябрь 2020 на Wayback Machine 1996. — 205 с.
- Тычков Н. П., Тычкова Л. К. Набат памяти. — Ярославль: Верхне-Волжское книжное изд-во, 1990. — 256 с., ил. — ISBN 5-7415-0182-6
- Либстер М. В горниле ужаса: рассказ человека, прошедшего через фашистский террор Архивная копия от 14 апрель 2010 на Wayback Machine / Пер. с англ. — М.: Особая книга, 2007. — 192 с.: ил. — ISBN 978-5-9797-0003-8
- Max Liebster. Hoffnungsstrahl im Nazisturm. Geschichte eines Holocaustüberlebenden; Esch-sur-Alzette, 2003; ISBN 2-87953-990-0
- Günter Grau. Homosexualität in der NS-Zeit: Dokumente einer Diskriminierung und Verfolgung (нем.). — Überarb. Neuausg. — Frankfurt am Mein: Fischer Verlag, 2004. — 367 S. — (Die Zeit des Nationalsozialismus). — ISBN 3-596-15973-3.
- Hans-Georg Stümke. Homosexuelle in Deutschland: Eine politische Geschichte (нем.). — Orig.-Ausg. — München: Beck, 1989. — 183 S. — (Beck'sche Reihe). — ISBN 3-406-33130-0.
Һылтанмалар
- Официальный сайт мемориала «Бухенвальд» Архивная копия от 6 март 2018 на Wayback Machine (нем.) (инг.) (фр.)
- Список всех концлагерей и их филиалов (нем.)
- Jehovah´s Witnesses at KZ Buchenwald (нем.)
- Бухенвальд — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)