Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө
Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө (рус. Междунаро́дный день освобожде́ния у́зников фаши́стских концлагере́й, ингл. International Day of Fascist Concentration Camps Prisoners Liberation / International Day for the Liberation of Prisoners of Nazi Concentration Camps) — халыҡ-ара хәтер көнө, 1933—1945 йылдарҙа фашистик Германияның концлагерҙары тотҡондары иҫтәлегенә йыл һайын 11 апрелдә билдәләнгән матәм көнө[1][2].
1945 йылдың 11 апрелендә Бухенвальд концлагеры тотҡондарының халыҡ-ара ихтилалы була, унда 1937 йылдан 1945 йылға тиклем 18 милләттән 56 меңдән ашыуы юҡ ителә, шул иҫәптән 19 мең совет хәрби әсире[3][4][5].
Нацистик концлагерҙарҙа бөтәһе 18 миллион самаһы кеше тотола, шуларҙың 11 миллионы юҡ ителә[5]. Ҡыҙыл Армия тотҡондарҙы Майданек (нацистарҙан азат ителгән тәүге лагерь (1944 йылдың июле)), Белжец, [[Заксенхаузен (концентрацион лагерь)|Заксенхаузен]], Освенцим, Равенсбрюк, Собибор, Треблинка һәм башҡаларҙан азат итә[6][7].
Тарихы
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында нацистик Германия, уның союздаш илдәрендә һәм улар оккупациялаған территорияларҙа (төрмәләрҙән, геттоларҙан тыш) 14 мең концентрацион лагерь эшләй. Тотҡондарҙы нацистар крематорий мейестәрендә яндыра (ҡайһы берҙә тереләй), газ камераларында ағыулай, язалай, көсләй, аслыҡ менән яфалай һәм хәлһеҙ көйө эшләргә мәжбүр итә; вермахт һалдаттары өсөн тотҡондарҙан ҡан алынған һәм уларҙа медицина тәжрибәләре үткәрелгән[8].
Концлагерҙарҙа, үлем лагерҙарында һәм нацистар төрмәләрендә һәләк булғандар араһында 5 миллион СССР гражданы була. Һәр бишенсе тотҡон — бала[9].
1945 йылдың 11 апрелендә Бухенвальд территорияһында әсирҙәрҙең ҡораллы ихтилалы башлана. Америка ғәскәрҙәре концлагерға ингәндә, баш күтәреүселәр Бухенвальдты контролдә тотҡан була. Шуның арҡаһында СС һаҡсылары үҙ енәйәттәре эҙҙәрен йәшереп өлгөрмәй, һәм тотҡондарҙың күрһәтмәләре Халыҡ-ара Нюрнберг трибуналына барып етә[10][11].
11 апрелдә бөтә донъя буйынса иҫтәлекле саралар үткәрелә, нацизм ҡорбандары ерләнгән урындарға сәскәләр һалына, ҡорбан булғандарһы иҫкә алалар[12].
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ International Day of Fascist Concentration Camps Prisoners Liberation. — April 11 is the International Day of Fascist Concentration Camps Prisoners Liberation (ингл.). Russian News Agensy TASS // tass.com (11 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2020. Архивировано 14 апрель 2019 года.
- ↑ Международный день освобождения узников фашистских концлагерей. Официальный сайт телеканала «Россия-Культура» // tvkultura.ru (11 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2020. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2019 года.
- ↑ «Забвению не подлежит» Архивная копия от 4 апрель 2022 на Wayback Machine Официальный сайт Министерства обороны Российской Федерации // function.mil.ru (9 апреля 2021 года). Дата обращения: 7 июня 2022.
- ↑ «Забвению не подлежит» Архивная копия от 10 апрель 2022 на Wayback Machine Официальный сайт Министерства обороны Российской Федерации // ww2prisoners.mil.ru (9 апреля 2021 года). Дата обращения: 7 июня 2022.
- ↑ 1 2 Международный день освобождения узников фашистских концлагерей Архивная копия от 7 июнь 2022 на Wayback Machine РИА «Новости» // ria.ru (11 апреля 2022 года). Дата обращения: 7 июня 2022.
- ↑ Ежегодно 11 апреля отмечается Международный день освобождения узников нацистских концлагерей. МИД РФ (11 апрель 2022).
- ↑ Majdanek and Auschwitz (ингл.). Holocaust Encyclopedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2025.
- ↑ Международному дню освобождения узников фашистских концлагерей посвящается. Портал ЦАО города Москвы // cao.mos.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2009. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
- ↑ День освобождения узников фашистских концлагерей. Справка. РИА «Новости» // rian.ru (10 апрель 2009).
- ↑ Башков Г. К. Узники Бухенвальда освободили себя сами. // «Военно-исторический журнал» Минобороны России. — М., 2001. — № 4. — С.95-96.
- ↑ Арсений Замостьянов, заместитель главного редактора журнала «Историк». Набат памяти: почему мы не можем забывать о Бухенвальде. — Восстание в лагере смерти принесло свободу узникам. Архивная копия от 21 апрель 2022 на Wayback Machine Официальный сайт газеты «Известия» // iz.ru (11 апреля 2020 года). Дата обращения: 7 июня 2022.
- ↑ Международный день освобождения узников фашистских концлагерей (11 апрель 2023). 28 ғинуар 2025 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Трагедия плена. Помнить вечно! // «Военно-исторический журнал» Минобороны России : журнал. — М., 2020. — Апрель (№ 4 (720)). — С. 92. — ISSN 0321-0626.
Һылтанмалар
- Арсений Замостьянов, заместитель главного редактора журнала «Историк». Набат памяти: почему мы не можем забывать о Бухенвальде. — Восстание в лагере смерти принесло свободу узникам. Официальный сайт газеты «Известия» // iz.ru (11 апреля 2020 года). Дата обращения: 7 июня 2022.