Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө ( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. International Holocaust Remembrance Day, ғәр. اليوم الدولي لإحياء ذكرى محرقة اليهود,исп. Día Internacional de Conmemoración en memoria de las víctimas del Holocausto, ҡыт. 国际大屠杀纪念日, рус. Международный день памяти жертв Холокоста, франц. la Journée internationale de commémoration en mémoire des victimes de l'Holocauste) — 27 ғинуарҙа билдәләнә.

БМО-ның Генераль Ассамблеяһында 2005 йылдың 1 ноябрендә (Резолюция № 60/7) раҫлана[1]. Документты ҡабул итеүҙең инициаторҙары — Израиль, АҠШ, Рәсәй, Канада, Австралия, Украина, шулай уҡ тағы ла 90-дан ашыу дәүләт.[2]. 27 ғинуар датаһы һайлана, сөнки был көндө 1945 йылда совет ғәскәрҙәре Освенцим (Аушвиц-Биркенау) концентрацион лагерын (ул ваҡытта нацистик Германия оккупациялаған территория, хәҙер Польша территорияһы) азат итә.

undefined

Терминология

БМО-ның Һәм Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең рәсми документтарында был иҫтәлекле көндөң атамаһындағы Холокост һүҙе баш хәрефтән яҙыла[3][4]). Ошондай форма шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттары[5], ЮНЕСКО[6], күпселек селтәр[7] һәм баҫма сығанаҡтар тарафынан ҡулланыла.

«Холокост» термины күпселек педагогик, ғилми һәм популяр баҫмаларҙа (шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары итеп тәҡдим ителгәндәрҙә) ҙур хәрефтән ҡулланыла[8]). Ошондай уҡ тәҡдим Холокостҡа арналған махсуслаштырылған фәнни тикшеренеүҙәрҙә лә бар[9].

Тарихы

БМО-ның Яңы яңылыҡтар үҙәге сайтында (2004 йылдың 13 декабрендә) хәбәр ителгәнсә: «2005 йылдың 24 ғинуарында Генераль Ассамблеяның махсус ултырышын үткәреү тәҡдиме менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретарына Америка миссияһы мөрәжәғәт итә».

Беренсе тапҡыр Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө бөтә донъяла 2006 йылда билдәләнде. Әммә ҡайһы бер илдәр был көндө алдараҡ та билдәләй.

БМО-ның Генераль секретары Кофи Аннан был датаны яуызлыҡтың бығаса күрелмәгән сағылышы, уны үткәндә ҡалдырырға һәм оноторға ярамай, ти.

2021 йылдан Польша властары Освенцимды азат итеү буйынса сараларға Рәсәй делегацияһын саҡырмай. Тәүгеһендә быны коронавирус сикләүҙәре менән аңлаталар, артабанғы йылдарҙа сәбәп аталмай[10]. 2024 йылда бер тантанала Европа комиссияһы президенты Урсула фон дер Ляйен Освенцимды Америка һәм Британия ғәскәрҙәре азат иткән тип белдерә. Норвегия университетының тарих профессоры Гленн Дисен Европа властарын факттарҙы үҙгәртмәҫкә саҡыра, әммә уның сығышы иғтибарға алынмай[11].

Йыллыҡ темалар (девиздар)

  • 2025 — «Кеше хоҡуҡтары һәм кешелек дәрәжәһе хаҡына Холокост тураһында хәтер»
  • 2024 — «Холокостҡа дусар булғандарҙың һәм уны кисергәндәрҙең батырлығын таныу»
  • 2023 — «Йорт һәм милек» (Home and Belonging)
  • 2022 — «Хәтер, дәрәжә һәм ғәҙеллек» (Memory, Dignity and Justice)
  • 2021 — «Һөҙөмтәләр менән йөҙгә-йөҙ: Холокостан һуң һауығыу һәм аяҡҡа баҫыу»
  • 2020 — «Освенцимдан һуң 75 йыл — дөйөм ғәҙеллеккә ирешеү маҡсатында Холокост тураһында белем таратыу һәм хәтерҙе һаҡлау»
  • 2019 — «Холокост тураһында хәтер: үҙегеҙҙең кешелек хоҡуҡтарын талап итегеҙ һәм һаҡлағыҙ»
  • 2018 — «Холокост тураһында хәтерләү һәм белем таратыу — беҙҙең уртаҡ яуаплылыҡ»
  • 2017 — «Холокост иҫтәлегенә: яҡшы киләсәк хаҡына мәғрифәт»
  • 2016 — «Холокост һәм кешелек дәрәжәһе»
  • 2015 — «Ирек, тормош һәм Холокостан ҡалған мираҫ»
  • 2014 — «Холокост аша һалынған юл»
  • 2013 — «Холокост ваҡытында ҡотҡарыусылар: хәстәрлек батырлығы»
  • 2012 — «Балалар һәм Холокост»
  • 2011 — «Ҡатын-ҡыҙҙар һәм Холокост: батырлыҡ һәм мәрхәмәт»
  • 2010 — «Холокост тураһында хәтер: иҫән ҡалыу мираҫы»
  • 2009 — Өмөт нигеҙе: Холокост тураһында хәтер һәм мәғариф

Рәсәйҙә Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

2024 йылда Рәсәйҙә йыл һайын үткәрелгән «Холокосты иҫкә алыу аҙналығы» сиктәрендә ил буйынса күмәк мәҙәни, мәғариф һәм иҫкә алыу саралары үтә. 2024 йылда Холокостты иҫкә алыу көнөнә арналған мемориаль сараларҙа ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләүендә Рәсәй Президенты Путин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында гитлерсыларҙың енәйәттәрен иҫкә төшөрә: «Ул саҡта бөтә донъя, Холокостың вәхшилеген, мәҙәниәте, теле, сығышы өсөн үлтерелгән миллионлаған йәһүдтәрҙең, сиғандарҙың, урыҫтарҙың һәм башҡа милләт вәкилдәренең фажиғәле яҙмыштарын ҡот осҡос дәлилдәр аша белеп, шаҡ ҡата… Һуғыш фажиғәһе тураһында хәтерҙе һаҡлау — дәүләтебеҙҙең һәм йәмғиәтебеҙҙең, Рәсәйҙең бөтә күп милләтле халҡының принципиаль позицияһы»[12].

Холокосты иҫкә алыу көнө төрлө илдәрҙә

Австрияла көс ҡулланыу һәм расизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 5 майҙа билдәләнә, 1945 йылдың ошо көнөндә Америка разведчиктары Маутхаузен-Гузен лагерына инә.

Венгрияла Хәтер көнө 16 апрелдә билдәләнә. 1944 йылдың был көнөндә ил йәһүдтәрен геттоға күпләп күсерә башлайҙар.

Болгарияла 10 мартта Болгария йәһүдтәрен һәм Холокост һәм кешелеккә ҡаршы енәйәттәр ҡорбандарын ҡотҡарыу көнө билдәләнә. 1943 йылдың 10 мартында йәһүдтәрҙе депортациялау тыйыу үҙ көсөнә инә, шулай итеп, Болғар тыныслыҡ яҡлылар ойошмаһы һәм урындағы халыҡ тырышлығы менән 50 мең йәһүд ҡотҡарыла.

Латвияла йәһүд халҡы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 4 июлдә билдәләнә, 1941 йылдың ошо көнөндә бөтә Риганың синагогалары яндырыла, меңәрләгән йәһүд һәләк була[13].

Литвала Литва йәһүдтәренә ҡарата геноцид көнө 23 сентябрҙә билдәләнә. 1943 йылдың 23 сентябрендә йәһүдтәрҙе бөтөрөлгән Вильнюс геттоһынан депортациялау башлана.

Нидерландта Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 4 майҙа билдәләнә.

Польшала Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә «Тереләр маршы» үткәрелә.

Румынияла Холокостты иҫкә алыу көнө 9 октябрҙә билдәләнә, 1941 йылдың ошо көнөндә Буковина, Молдавия һәм Румыниянан йәһүдтәрҙе Транснистриялағы концлагерҙарға һәм геттоларға депортациялау башлана[14].

Германия Бөтә донъя Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн 27 ғинуарҙа билдәләй. 2011 йылда был көн беренсе тапҡыр сиған халҡына ҡарата геноцид ҡорбандарына бағышлана, һәм унда федераль президент Кристиан Вульф ҡатнаша[15].

Словакияла Холокост һәм расизм ҡорбандары көнө 9 сентябрҙә билдәләнә. Был көндө, 1941 йылда, Нюрнберг закондарына нигеҙләнгән антисемит закондары ҡабул ителә.

Францияла расистик һәм антисемит эҙәрлекләүҙәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 16 июлдә билдәләнә. Был көндө, 1942 йылда, Парижда 13 152 йәһүд ҡулға алына һәм Освенцимға депортациялана.

Иҫкәрмәләр

  1. Резолюция, принятая Генеральной Ассамблеей 60/7. Память о Холокосте. ГЕНЕРАЛЬНАЯ АССАМБЛЕЯ ООН (ноябрь 2005). Архивировано 14 декабрь 2013 года.
  2. Международный день памяти жертв Холокоста | РИА Новости<. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2015. Архивировано 10 август 2015 года.
  3. Международный день памяти жертв Холокоста
  4. Международный день памяти жертв Холокоста
  5. Международный день памяти жертв Холокоста
  6. Международный день памяти жертв Холокоста
  7. Результаты поиска «День памяти жертв Холокоста» гуглом
  8. Российская библиотека Холокоста. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2008. Архивировано из оригинала 2 февраль 2009 года.
  9. Басин Я. З. К вопросу о дефинициях Холокоста // Сост. Басин Я. З. Уроки Холокоста: история и современность : Сборник научных работ. — Мн.: Ковчег, 2010. — Вып. 3. — С. 7. — ISBN 9789856950059.
  10. Юлия Овчинникова. В Сербии назвали оскорблением годовщину освобождения Аушвица без России (19 октября 2024). 9 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  11. Юрий Когалов. Представителей России не пригласили на годовщину освобождения Освенцима (24 сентябрь 2024). 9 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  12. Официальный сайт МИД РФ. 5 февраля 2024. О провокационных и неприемлемых высказываниях посла Израиля С.Гальперин в адрес России
  13. Гольд. М. Латвия скорбит о жертвах Холокоста. Jewish News (3 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2011-5-2. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2011 года.
  14. Главная — Центр и Фонд «Холокост». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2007. Архивировано из оригинала 17 февраль 2007 года.
  15. День памяти Холокоста в Германии впервые посвятят цыганам. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2011. Архивировано 30 ғинуар 2011 года.

Категориялар