Освенцим

Освенцим концентрацион лагеры (рус. Концентрационный лагерь и лагерь смерти Освенцим,Аушвиц концентрацион һәм үлем лагеры: нем. Konzentrationslager Auschwitz, пол. Obóz Koncentracyjny Auschwitz; Биркенау концентрацион лагеры һәм үлем лагеры: нем. Konzentrationslager Birkenau, пол. Obóz Koncentracyjny Birkenau, Аушвиц-Биркенау концентрацион лагеры һәм үлем лагеры: нем. Konzentrationslager Auschwitz-Birkenau, пол. Obóz Koncentracyjny Auschwitz-Birkenau) — Өсөнсө рейхтың концентрацион лагерҙары һәм үлем лагерҙары комплексы. 1940—1945 йылдарҙа Үрге Силезия округында урынлашҡан (нем. Gau Oberschlesien) генерал-губернаторлыҡтан көнбайышҡа табан, 1939 йылда Гитлер указы менән Өсөнсө рейх территорияһына ҡушылған Освенцим ҡалаһы янында, Краковтан көнбайышҡа табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Донъяла полякса атамаһы «Освенцим» түгел, ә немец телендәге «Аушвиц» атамаһы ҡулланыла[2], сөнки немецсә атама нацистик администрация тарафынан ҡулланылған. Совет һәм урыҫ (урыҫ телле) белешмә баҫмаларында[3][4] һәм киң мәғлүмәт сараларында[5][6] башлыса тарихи рәүештә поляк атамаһы ҡулланыла, немец атамаһы күпкә һирәгерәк ҡулланыла[7][8][9]. Польшаның үҙендә концлагерь тәүҙә «Освецим» тип атала, әммә хәҙерге ваҡытта нацист концлагеры менән боронғо поляк ҡалаһы араһында мөмкин тиклем асыҡ айырманы күрһәтеү маҡсатында «Освенцим» исеме генә ҡулланыла.

Лагерь 1945 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә[3]. Лагерҙы азат итеү көнө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип билдәләнә.

1941—1945 йылдарҙа Освенцимда 1,1 миллион самаһы кеше үлтерелә, шуларҙың 1 миллионы йәһүд була[10]. Ҙур совет энциклопедияһындағы мәҡәләлә сағылған иҫкергән совет баһаһы буйынса, 4 миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә[3]. Аушвиц-Биркенау нацистарҙың иң ҙур һәм иң оҙаҡ ғәмәлдә булған үлем лагеры була, шуға күрә ул Холокосттың төп символдарының береһенә әйләнә.

1947 йылда лагерь биләмәһендә музей булдырыла, ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Музей Польша музейҙарының дәүләт реестрында теркәлгән.

undefined

Структураһы

Комплекс өс төп лагерҙан тора: Аушвиц-1, Аушвиц-2 и Аушвиц-3. Лагерҙың дөйөм майҙаны яҡынса 500 га[3].

Аушвиц I

undefined
undefined
undefined
undefined

1939 йылда Польшаның был районы немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынғас, Освецим ҡалаһы Аушвиц тип үҙгәртелә. Освенцимда беренсе концлагерь булып Аушвиц I тора[11], һуңыраҡ ул бөтә комплекстың административ үҙәге булып хеҙмәт итә. 1940 йылдың 20 майында элекке поляк һәм уға тиклем Австрия казармаларының кирбестән төҙөлгән бер ҡатлы һәм ике ҡатлы биналары нигеҙендә төҙөлә. Башта Аушвиц I концлагерын төҙөүгә Освенцим ҡалаһының йәһүд общинаһы ағзалары көслөк менән йәлеп ителә.

Төҙөлөш барышында барлыҡ бер ҡатлы биналарға икенсе ҡат өҫтәлә. Бер нисә яңы ике ҡатлы бина төҙөлә. Лагерҙа 24 ике ҡатлы бина (блок) иҫәпләнә. 11-се блокта (үлем блогы) лагерь төрмәһе урынлаша, шунда уҡ айына ике-өс тапҡыр «Ғәҙәттән тыш суд» ултырыштары үтә, уның ҡарары буйынса гестапо ҡулға алған Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға һәм ҡулға алынған лагерь тотҡондарына ҡарата үлем язаһы башҡарыла.

Освенцимда концентрацион лагерь һәм үлем лагеры булдырырға ҡарар ителгәс, уға яҡын территориянан поляк халҡы ҡыуыла.

1942 йылдың яҙында лагерь ике яҡтан да тимер-бетон ҡойма менән уратып алына. 728 поляк сәйәси тотҡондарҙан торған тәүге төркөм лагерға 1940 йылдың 14 июнендә килә, ике йыл эсендә тотҡондар һаны 13 меңдән 16 меңгә тиклем үҙгәрә, 1942 йылға 20 меңнә етә. Аҙнаһына 6 көн, йәкшәмбенән тыш, тотҡондар эшләргә тейеш була. Ауыр эш һәм аҙыҡ-түлек етмәү арҡаһында үлеүселәр арта.

Аушвиц II (Биркенау)

undefined

Аушвиц 2 Биркенау йәки Бжезинка тип тә йөрөтөлә. Биркенау (Бжезинка) ауылы биләмәһендә урынлаша. Унда, бер ҡатлы ағас барактарҙа йөҙҙәрсә мең йәһүд, поляк, урыҫ, сиған һәм башҡа милләт тотҡондары тотола. Был лагерҙа үлгәндәҙең һаны миллиондан аша. Лагерҙың был өлөшө 1941 йылдың октябрендә төҙөлә башлай.

Яңы тотҡондар көн һайын бөтә оккупацияланған Европанан килә. Тиҙ арала һайлап алғандан һуң (тәү сиратта һаулыҡ торошо, йәше, кәүҙәһе, унан ғаилә составы, белем, һөнәр иҫәпкә алына) килгәндәрҙең барыһы ла дүрт төркөмгә бүленә:

Тәүге төркөм (бөтә килтерелгәндәрҙең дүрттән өс өлөшө) бер нисә сәғәткә газ камераларына оҙатыла. Был төркөмгә эшкә яраҡһыҙ тип иҫәпләнгәндәрҙең барыһы ла инә: тәү сиратта ауырыуҙар, бик ололар, инвалидтар, балалар, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр; шулай уҡ һаулыҡтары насар, йәки уртаса буйлы йәки тәпәш кәүҙәлеләр ҙә яраҡһыҙ тип иҫәпләнгән.

Аушвиц 2-лә 4 газ камераһы һәм 4 крематорий була. Тәүге ике крематорийҙың 30 мейесендә, мейестәрҙе таҙартыу өсөн тәүлегенә өс сәғәтлек тәнәфесте иҫәпкә алып, 24 сәғәт эсендә яндырылған мәйеттәрҙең уртаса һаны 5000, ә I һәм II крематорийҙарҙың 16 мейесендә 3000 тәшкил итә[12].

Тотҡондарҙың икенсе төркөмө төрлө компанияларҙың сәнәғәт предприятиеларына ҡоллоҡҡа ебәрелә. 1940—1945 йылдарҙа яҡынса 405 мең тотҡон Освенцим комплексындағы заводтарға тәғәйенләнә. Шуларҙың 340 меңдән ашыуы ауырыуҙан һәм туҡмалыуҙан вафат була йәки язаға тарттырыла.

Өсөнсө төркөм, башлыса игеҙәктәр һәм карликтар, төрлө медицина тәжрибәләре өсөн ебәрелә, атап әйткәндә, «Үлем фәрештәһе» тип йөрөтөлгән доктор Йозефу Менгелеға.

Дүртенсе төркөм, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар — немецтарҙың хеҙмәтселәре һәм шәхси ҡолдары. Улар шулай уҡ лагерға килгән тотҡондарҙың шәхси мөлкәтен сорттарға айырған. Уларҙы «Канада» төркөмө тип йөрөткәндәр. «Канада» атамаһы поляк тотҡондарынан мыҫҡыл итеү өсөн һайланған — Польшала ҡиммәтле бүләкте күргәндә йыш ҡына «Канада» һүҙен ҡулланғандар. Элек поляк иммигранттары йыш ҡына Канаданан бүләктәр ебәргән.

Аушвицты өлөшләтә тотҡондар хеҙмәтләндергән, уларҙы, ваҡыт-ваҡыт үлтереп, яңылары менән алмаштырып торғандар.

"Зондеркоманда"лағы тотҡондарҙың эше газ камераларынан мәйеттәрҙе алып крематорийға күсереү була[13]. Биркенау әсирҙәренең көлөн лагерь биләмәһендәге быуаларға ташлағандар йәки ашлама итеп ҡулланғандар.

1943 йылға лагерҙа ҡаршылыҡ төркөмө барлыҡҡа килә, ул ҡайһы бер тотҡондарға ҡасырға ярҙам итә, ә 1944 йылдың октябрендә Зондеркомманда тотҡондары төркөмө IV крематорийҙы емерә[14].

Совет ғәскәрҙәре яҡынлашҡас, Аушвиц идаралығы әсирҙәрҙе Германияла урынлашҡан лагерҙарға оҙата башлай. 1945 йылдың ғинуар аҙағына тиклем был ваҡытҡа иҫән ҡалған 58 меңдән ашыу тотҡон сығарыла.

1945 йылдың 27 ғинуарында совет һалдаттары Освенцимды азат итә, унда алып китергә өлгөрмәгән 7,5 меңгә яҡын тотҡон була.

Зондеркомманданыңн бер нисә йәһүд тотҡоно, шул иҫәптән ҡаршылыҡ төркөмө етәксеһе Залман Градовский, хат яҙа, уларҙы көл соҡорҙарына йәшерәләр. Уларҙың 9-ы һуңыраҡ табыла һәм баҫылып сыға[13][15][16][17].

1947 йылда Польша лагерь ҡорбандары иҫтәлегенә Освенцим майҙанында музей ойоштора.

Аушвиц III

Аушвиц 3 — яҡынса 40 бәләкәй лагерҙан торған төркөм. Дөйөм комплекс тирәһендәге фабрикалар һәм шахталар эргәһендә булдырылған. 1942 йылдың майында эшләй башлай һәм IG Farben компанияһына беркетелә. Бындай лагерҙарға табиптар даими килеп, хәлһеҙҙәр һәм ауырыуҙарҙы Биркенауҙың газ камераларына һайлап алалар.

Освенцим тарихы дауамында кәмендә 802 тапҡыр ҡасыу ойошторола, шуларҙың 144-е уңышлы була, 327 ҡасыусы тотола, ә 331 ҡасыусының яҙмышы билдәһеҙ[18]. Әгәр кемдер ҡасһа, уның бөтә туғандарын ҡулға алып, лагерға оҙаталар, ә уның блогындағы бөтә тотҡондарҙы язалайҙар. Был ҡасыуға ҡаршы бик һөҙөмтәле ысулы була.

1996 йылда Германия хөкүмәте 27 ғинуарҙы — Освенцимды азат итеү көнө — Холокост ҡорбандарын рәсми иҫкә алыу көнө тип иғлан итә. БМО-ның 2005 йылдың 1 ноябрендәге 60/7 резолюцияһы менән 27 ғинуар Бөтә донъя Холокосты иҫкә алыу көнө тип иғлан ителә.

Азат итеү

undefined

Лагерь 1945 йылдың 27 ғинуарында Висло-Одер операцияһы барышында 4-се Украина фронтының 38-се армияһы ғәскәрҙәре менән берлектә Советтар Союзы маршалы Иван Конев етәкселегендәге 1-се Украина фронтының 59-сы һәм 60-сы армиялары ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә.

Аушвицтың ике көнсығыш филиалын (Моновиц һәм Зарац) 106-сы уҡсылар корпусының 100-сө һәм 322-се уҡсылар дивизияһы азат итә.

Төрлө иҫәптәр буйынса, Аушвица-Биркенауҙы азат иткәндә 234-тән 350-гә тиклем совет һалдатты һәм офицеры һәләк булған[19][20][21].

2015 йылдың 7 ғинуарында Рәсәй Оборона министрлығы Ҡыҙыл Армияның Освенцим тотҡондарын азат итеүе тураһында архив документтарын иғлан итә[22][23].

Билдәле тотҡондар

Лагерҙа һәләк булыусылар

Иҫән ҡалыусылар

СС хеҙмәткәрҙәре

Тотҡондарҙың хәтирәләре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Piper, 2000b, p. 230
  2. Комитет всемирного наследия изменил название Аушвица. Архивировано 4 июль 2010 года.: Пресс-коммюнике № 2007-83 // ЮНЕСКО-ПРЕСС, 28 июня 2007.
  3. 1 2 3 4 Комков, 1974
  4. Освенцим // Исторический словарь. — 2000. // Исторический словарь
  5. Анатолий Петров. Письмо из Освенцима Архивная копия от 7 август 2009 на Wayback Machine // «Российская газета» — Федеральный выпуск № 4899 (75) от 29 апреля 2009 г.
  6. Андрей Румянцев/ Освенцим. 40 гектаров смерти. Архивировано 3 декабрь 2007 года. // «Вести недели», 23.01.2005.
  7. Выставка в Аушвице, посвященная его освобождению, пройдёт 27 января Архивная копия от 11 ғинуар 2010 на Wayback Machine // РИА Новости, 5.12.2009.
  8. В США извинились за сообщение об освобождении Освенцима американцами Архивная копия от 5 февраль 2020 на Wayback Machine // Аргументы и факты, 29.01.2020.
  9. США признали ошибку в сообщении об «освобождении американцами» Освенцима Архивная копия от 15 июнь 2020 на Wayback Machine // Lenta.ru, 29.01.2020.
  10. Auschwitz-Birkenau — The number of victims Архивная копия от 4 октябрь 2018 на Wayback Machine (инг.)
  11. Освенцим: фабрика смерти. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 2 февраль 2010 года.
  12. Освенцим в глазах СС. Издательство государственного музея в Освенциме, 1975. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2019. Архивировано 19 февраль 2018 года.
  13. 1 2 Рукописи, найденные в пепле//Передача радиостанции «Эхо Москвы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2012. Архивировано 13 сентябрь 2012 года.
  14. П. Полян."Чернорабочие смерти". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
  15. Залман Градовский <Письмо к потомкам>. <Дорога в ад>. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2012. Архивировано 8 август 2014 года.
  16. Записки из пепла. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2012. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  17. ПАВЕЛ ПОЛЯН. И В КОНЦЕ ТОЖЕ БЫЛО СЛОВО… Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2013. Архивировано 8 август 2014 года.
  18. ФСБ РОССИИ ПУБЛИКУЕТ СОХРАНИВШИЕСЯ В АРХИВНЫХ МАТЕРИАЛАХ УПРАВЛЕНИЯ КОНТРРАЗВЕДКИ «СМЕРШ» 1‑ГО УКРАИНСКОГО ФРОНТА ВОСПОМИНАНИЯ УЗНИКА НЕМЕЦКОГО ЛАГЕРЯ СМЕРТИ «ОСВЕНЦИМ». Центр общественных связей ФСБ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2023-3-9.
  19. Хроника Великой Отечественной войны/Январь 1945 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2018 года.
  20. 60-я АРМИЯ — Боевые действия Красной Армии в ВОВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 28 ғинуар 2015 года.
  21. 27 января 1945 года был освобожден Освенцим — фашистский концентрационный лагерь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2015. Архивировано 29 ғинуар 2015 года.
  22. ТАСС: Минобороны РФ обнародовало на своем сайте уникальные документы об освобождении Освенцима. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2015. Архивировано 27 ғинуар 2015 года.
  23. Документы ЦАМО об освобождении Красной Армией узников концлагеря Освенцим Архивная копия от 29 ғинуар 2015 на Wayback Machine. Министерство обороны Российской Федерации (27 января 2015).
  24. Excerpts from The Belsen Trial. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2020. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә