Бүләков Фәнил Нил улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 5 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (44 йәш)
Һөнәр төрө журналист, шағир, уҡытыусы
Гражданлығы
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Уҡыу йорто

Бүләков Фәнил Нил улы (5 июль 1980 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир[1] һәм йәмәғәтсе. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» конкурсында гран при яулаусы (Бәләбәй, 2009), «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге конкурсы еңеүсеһе (2009), «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулаусы (2018), Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнил Нил улы Бүләков 1980 йылдың 5 июлендә БАССР-ҙың Учалы районы Иманғол ауылында тыуа. Иманғол урта мәктәбендә белем ала.

1997—1998 йылдарҙа Иманғол мәҙәниәт йортонда эшләй.

1998 йылдан алып 2003 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Студент йылдарында, 2000 йылдан, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» студияһында хеҙмәт юлын башлай, «Тай-тулаҡ» тапшырыуын алып бара[2].

2002 йылдың октябренән - 2008 йылдың сентябренә тиклем «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» телерадиостудияһы редакторы булып эшләй.

2004 - 2006 йылдарҙа Мәскәүҙә Телевидение һәм радио тапшырыуҙары хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында телерадиожурналистика белгестәре бүлегендә уҡый.

2008 йылда тыуған районына күсеп ҡайта.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008—2009 йылдарҙа Учалы районының "Яйыҡ " гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Фәнил Нил улы Бүләков тәүге шиғырҙарын университетта уҡығанда яҙа.

Ике йыл дауамында Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәген етәкләй.

2009 йылда «Йәштәр тауышы» серияһында «Ҡибла эҙләгәндә» тигән тәүге китабы донъя күрә.

2014 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

2016 йылда Силәбе өлкәһенең Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты була.

2018 йылда "Торналарҙы офоҡ саҡыра" тигән икенсе йыйынтығы донъя күрә.

2018 йылдың 21 мартында «Литературная газета» сайтында Фәнил Бүләков тураһында ҡыҫҡа мәҡәлә һәм Сергей Янаки тәржемәһендә шиғри шәлкеме баҫыла.

Хеҙмәт юлы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың көҙөнән 2011 йылдың мартына тиклем Иманғол ауылы урта мәктәбе муниципаль белем биреү учреждениеһы директоры булып эшләй.

2011—2018 йылдарҙа Иманғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында хеҙмәт итә.

2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының «Муниципаль идаралыҡты хоҡуҡи тәьмин итеү» программаһы буйынса һөнәри камиллашыу үтә.

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районы Иманғол ауыл советының 26-сы, 27-се саҡырылыштары депутаты итеп һайлана.

Хәҙерге ваҡытта, 2018 йылдан башлап, Иманғол мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Учалы башҡорттары ҡоролтайын етәкләй.

Ҡатыны Зөһрә менән өс бала: Айсилә, Азалина, Сулпан исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ҡибла эҙләгәндә» Өфө: Китап, 2009 («В поисках точки отсчёта»)
  • «Торналарҙы офоҡ саҡыра» Өфө: Китап, 2018

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2009 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре» конкурсында Гран При яулай.
  • «Йәшлек» гәзите уҙғарған Рәйес Түләк исемендәге конкурстың еңеүсеһе була[3].
  • 2018 йылда «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулай[4].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Литературная газета» гәзите сайтында Фәнил Бүләков тураһында мәҡәлә. 2018 йылдың 21 марты.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • www.bashinform.ru/news/234175-gazeta-yeshlek-podvela-itogi-konkursa-poezii-posvyashchennogo-raisu-tulyaku/2009 йылдың 15 феврале. «Башинформ» порталы Рәйес Түләк исемендәге конкурс йомғаҡтары тураһында.
  • башакадемкнига.рф/item/2509-v-poiske-tochki-otscheta-ctikhi-na-bash-yaz-fanil-bulyakov Башакадемкитап магазины
  • kitap-ufa.ru/news/y_r_k_e_nd_y_r_kk_tep_iner_y_shi_ri_sh_lkemd_r/ «Китап» нәшриәте сайты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://bash.news/bst/7610_avtograf-poet-fanil-bulyakov(недоступная ссылка) «Автограф» тапшырыуы. Шағир Фәнил Бүләков. 2013 йылдың 10 июле
  2. «Литературная газета» гәзите сайтында Фәнил Бүләков тураһында мәҡәлә. 2018 йылдың 21 марты.
  3. http://www.bashinform.ru/news/234175-gazeta-yeshlek-podvela-itogi-konkursa-poezii-posvyashchennogo-raisu-tulyaku/2009 йылдың 15 феврале. «Башинформ» порталы Рәйес Түләк исемендәге конкурс йомғаҡтары тураһында
  4. https://yandex.ru/video/preview/?filmId=8335443364853675690&text=2018%20%D0%B9%D1%8B%D0%BB%20%D0%99%D3%A9%D1%80%D3%99%D0%BA%20%D2%BB%D2%AF%D2%99%D0%B5%20%D1%84%D3%99%D0%BD%D0%B8%D0%BB%20%D0%B1%D2%AF%D0%BB%D3%99%D0%BA%D0%BE%D0%B2&noreask=1&path=wiza Фәнил Бүләков «Йөрәк һүҙе» шиғыр бәйгеһендә