Бүрелек (Һайылмыш ҡушылдығы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бүрелек
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ
  • 25 km
Дәүләт
Ҡайҙа ҡоя Һайылмыш
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 130 метр

Бурлюк — Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе Октябрь районы биләмәләрендә аға. Йылға башы Һайылмыш йылғаһының уң яры буйлап 81 км алыҫлыҡта ята. Йылға оҙонлоғо 25 км.

Казанка һыртынан төньяҡтағы урман, сабынлыҡ һәм бәләкәй йылға Бурлюк атамаһы менән йөрөтөлә. Элекке йорт урындары ла күренә. Ейәнсура тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Марат Түләбаев фекеренсә, бында бурлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр йәшәүе ихтимал[2]. Эргәләге мәмерйәлә лә кешеләр йәшәгәне билдәле. Был урын тауҙар менән уратылған, үҙ ваҡытында ҡайын урманы ла булған, бынан Һаҡмар буйына, Йылайыр районына юл үтә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы тамағынан Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем, Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәүлүмәттәренә ярашлы[3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006817
  • Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200681
  • Бассейн коды — 12.01.00.007
  • ГӨ буйынса томы — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Марат Түләбаев. Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы. — Өфө; ДУП "Өфө полиграфкомбинаты", 2005. 214 бит
  3. 3,0 3,1 Государственный водный реестр РФ: Бурлюк. Архивировано 20 август 2012 года.