Бүртә
Бүртә | |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе и Беляевка районы |
---|---|
Оҙонлоҡ |
|
Дәүләт | |
Бассейн майҙаны | 1660 км² |
Ҡушылдыҡ | Воротовский, Чабутак, Сейтынбет и Кызылоба |
Ҡайҙа ҡоя | Яйыҡ |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 106 метр |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бүртә (рус. Буртя) — Рәсәйҙәге йылға, Яйыҡтың һул ҡушылдығы. Ырымбурҙан көнсығышҡа табан 75 км алыҫлыҡта ята, Ырымбур өлкәһе, Беляевка районы биләмәһе аша аға. Бик ғәҙәти булмаған йылға — бейек ҡамышлыҡта ағыусы ҡылымыҡтар менән тоташҡан күлдәр теҙмәһе кеүек күренә. Һыуы бик таҙа. Ярҙарынан 1—2 метр алыҫлыҡта уҡ тәрәнлеге 3-4 метрға етә. Йылғала суртан, ҡыҙылғанат, алабуға (Яйыҡ йылғаһындағы балыҡтар менән сағыштырғанда — бик матур, төҫлө), ҡорман тереклек итә.
Ағымының оҙонлоғо — 95 км. Һыу йыйыу майҙаны — 1660 км²
Һыу объектә системаһы: Яйыҡ→ Каспий диңгеҙе.
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ Орскҡалаһынан алып Һаҡмар йылғаһына ҡойған урынға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[1].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000812112200004676.
Ҡушылдыҡтары (тамағынан алып км алыҫлыҡта)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 41 км: Кызылоба йылғаһы (һул)
- 44 км: Воротовский йылғаһы (уң)
- 46 км: Сейтынбет йылғаһы (һул)
- 51 км: Чабутак йылғаһы (һул)
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бүртә йылғаһының атамаһы зооним булып тора:башҡорт телендәге аҡ менән ҡара ҡатнаш йылҡы төҫөнән алып ҡушылған[2] Бынан тыш атама ҡасабаға, районға һәм Ырымбур өлкәһе далаһына ла бирелгән
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Государственный водный реестр РФ: Буртя .
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 184-се бит