Бәйәктамаҡ

Бәйәктамаҡ (Бәйәктүз[2]; рус. Усть-Баяк) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

Географик урынлашыуы

Бәйәк йылғаһының ике яҡ ярында Ҡариҙелгә ҡойған урында урынлашҡан.

Халыҡ һаны

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 387 кеше йәшәй, шул иҫәптән 181 ир һәм 206 ҡатын-ҡыҙ[3].

2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 478 кеше йәшәгән[4].

Тарихы

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Бәйәктамаҡ ауылы ҡошсо ырыуы башҡорттары ауылы[5].

1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 169 башҡорт йәшәгән[5]. 1859 йылда ауылдың 38 йортонда 238 аҫаба башҡорт йәшәгән[5]. 1859 йылғы X ревизия материалдарында ауылдың 10 йортонда 53 керҙәш йәшәүе тураһында ла мәғлүмәт теркәлгән[5].

Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[5]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе 169 башҡорт бөтәһе 1472 бот ярма икмәк сәскән[5].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә