Бәширов Әкрәм Абдулла улы
Биографияһы
Әкрәм Абдулла улы Бәширов 1933 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Үрге Ҡыйғы районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Ҡолмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
1960 йыл|да Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлай. 1969 йылдан Өфө нефть институтында уҡыта.
1970 йылда һәм 2002 йылдарҙан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалында (Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты) уҡытыусыһы булып эшләй.
1986 йылдан — Мәскәү технология институтының Өфө филиалында — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (УФМТИ) бухгалтер иҫәбе кафедраһы мөдире була.
1991 йылдан башлап Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта, 1994—2001 йылдарҙа аудит һәм һалымдар кафедраһы мөдире була[2].
Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм ауыл төҙөлөшөндә хужалыҡ эшмәкәрлеге сығымдарын иҫәпләү һәм анализлау мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991)
2010 йылдың 28 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була[3].
Хеҙмәттәре
- Калькулирование себестоимости в строительстве. М., 1980
- Бухгалтерский учёт в подрядном строительстве. М., 1983
- Учёт издержек производства и калькулирование себестоимости в подрядном строительстве. М., 1986[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бәширов Әкрәм Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар
- Бәширов Әкрәм Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 март 2023)