Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы
Миңнулла Бәҙретдин улы Бәҙретдинов (рус. Минулла́ Бадрутди́нович Бадрутди́нов; 1901 йылдың 17 [30] апреле, Сорғолдо, Аҡбулат ауыл советы — 1943 йылдың 29 сентябре, Солёное районы[d]) — колхозсы, граждандар һуғышында ҡатнашҡан һəм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
1901 йылда Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ваныш Алпауыт улусы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районына ҡараған Сорғолдо ауылында тыуған[2].
Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1930 йылға тиклем Сорғолдо ауылында үҙ хужалығында игенселек менән шөғөлләнә. 1930—1941 йылдарҙа Тәтешле районының «Спартак» колхозында эшләй.
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына 1941 йылдың көҙөндә Тәтешле район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1941 йылдың декабренән Брянск, Воронеж һәм Көньяҡ‑Көнбайыш фронттарҙа хеҙмәт итә.
6‑сы армия 25‑се гвардия уҡсылар дивизияһының 78‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы гвардия сержанты Миңнулла Бәҙретдинов 1943 йылдың 26 сентябрендә Днепропетровск өлкәһе Войсковое ауылынан төньяҡтараҡ Днепр йылғаһын кискәндә һəм 29 сентябрҙә уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә батырлыҡ күрһәтә. Йылғаны аша сыҡҡанда алдынғы отряд дошмандың көслө артиллерия-миномет һәм пулемет утына тотола. Шуға ҡарамаҫтан, отряд ҡаршы яҡ ярға сыға һәм, көслө ҡаршылыҡты еңеп, траншеяларға һөжүм итә, дошмандың тере көстәрен һәм техникаһын юҡ итә. Һөҙөмтәлә 130,3-сө бейеклек яулап алына. Иртәнсәк дошман, совет яугирҙарын баҫып алынған сиктәрҙән ҡыҫырыҡлап сығарырға тырышып, танктар һәм үҙйөрөшлө пушкалар ярҙамында биш тапҡыр һөжүм яһай. Гвардиясылар дошмандың бөтә һөжүмен кире ҡаға, ике батальонға тиклем пехотаны ҡыйрата һәм дүрт танкыны юҡ итә. Траншеяларҙың өсөнсө һыҙығын баҫып алған саҡта Миңнулла Бәҙретдинов беренсе булып һөжүмгә ташлана, башҡаларҙы үҙ өлгөһө менән әйҙәй. Ҡул һуғышында дошмандың өс һалдатын бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Был алышта үҙе лә батырҙарса һәләк була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 19 мартындағы Указы менән Миңнулла Бәҙретдин улы Бәҙретдиновҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Советтар Союзы Геройы (19.03.1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (01.10.1943)[3]
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Миңнулла Бәҙретдин улы Бәҙретдиновтың исеме Тәтешле районы муниципаль районының Үрге Тәтешле ауылындағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Тəтешле районы Үрге Тəтешле ауылы урамына Миңнулла Бәҙретдинов исеме бирелгән;
- Геройға бюст шулай уҡ Сорғолдо ауылында ҡуйылған, урындағы мәктәп стенаһына мемориаль таҡтаташ беркетелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бадрутдинов Минулла Бадрутдинович // Герои страны (урыҫ) — 2000.
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Уфаркин Н. В. Бадрутдинов Минулла Бадрутдинович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Садретдинов М. Отчизна на подвиг звала //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2025)
- Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы. «Герои страны» сайты.
- Музей Боевой Славы Республики Башкортостан. Официальный сайт. Герои Советского Союза. Башкортостан. Бадрутдинов Минулла Бадрутдинович