Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы и Өфө
Урынлашыу
Дәүләт
Адрес ул. Свердлова, 88
Рәсми асылған ваҡыты 26 май 2021
Кем хөрмәтенә Альбанов Валериан Иванович

Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы — Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы. 2021 йылдың 26 майында республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән асыла.

2021 йылдың 26 майында Өфөлә сығышы менән республиканан булған легендар ҡотопсо, Арктиканы тикшереүсе Валериан Альбанов исемендәге музей асыла. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Музей Ҡотопто яулауҙа һәм үҙләштереүҙә ҡатнашҡан Башҡортостан вәкилдәре менән таныштыра.

Музей булдырыу идеяһы Валериан Альбановтың биографияһын оҙаҡ йылдар өйрәнгән яҙыусы Михаил Чвановтан сыға. 1978 йылда уның ҡатнашлығында Валериан Альбанов яҙмалары тупланған «Затерянные во льдах» китабы нәшер ителә.

2019 йылда республика етәксеһенә Рус география йәмғиәтенең вице-президенты Артур Чилингаров ҡотопто легендар тикшереүселәрҙең — Башҡортостан вәкилдәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә[1][2].

Музей Валериан Альбановтың тыуыуына 139 йыл тулыуға тура килтереп асыла[3].

«Бөгөн беҙ оҙаҡ йылдар Валериан Альбанов тураһында хәтерҙең мәңгеләштерелеүен, уның исемендәге музей булыуын юллаған кешеләргә ихтирам белдерәбеҙ. Илебеҙ өсөн Арктиканың әһәмиәте бик мөһим булған ваҡытта музей асылыуы -көнүҙәк һәм әһәмиәтле», — тип билдәләй тантанала Радий Хәбиров[4].

Тәүҙә музейҙы Альбановтың бала сағы үткән йортта асыу планлаштырыла, әммә Аксаков урамындағы йорт был маҡсатҡа тура килмәй. Хәбиров экспозиция өсөн Свердлов урамындағы сауҙагәр Соловьевтарҙың XX быуат башында төшөрөлгән фото буйынса тергеҙелгән ике ҡатлы усадьбаһын файҙаланырға тәҡдим итә. Территория Сәғит Агиш урамы менән Салауат Юлаев проспекты араһында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Көньяҡ-Урал ботаника-баҡса-институты эргәһендә була[5].

Музей экспозицияһы даими тулыландырыла, уникаль тарихи экспонаттар менән бер рәттән заманса интерактив һәм мультимедиа системалары менән байытыла. В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы техник йыһазландырылыу буйынса Рәсәйҙең иң заманса музейҙары рәтенә инә. Арктика һәм Антарктида Рәсәй дәүләт музейы (Санкт-Петербург), Санкт-Петербургтағы Донъя океаны музейы филиалы — «Ледокол Красин» музейы, В. А. Русановтың йорт-музейы (Орёл), Г. Я. Седов музейы (Седово), Архангел өлкә крайҙы өйрәнеү музейы менән хеҙмәттәшлек итә һәм был уға берлектәге үҙенсәлекле күргәҙмәләр, экспозициялар ойоштороу мөмкинлеген бирә[6][7].Музейҙа барлығы 100 эш һәм экспонат бар. Ҡотоп экспедицияһында ҡатнашыусылар мөхитен күрһәтеү өсөн экспонаттар антиквариат магазиндарынан, Өфөнөң һәм Санкт-Петербургтың шәхси коллекционерҙарынан һатып алына[8].

Залдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музейҙың дөйөм майҙаны 300 квадрат метрҙан күберәк һәм ул бер нисә темаға бүленгән:

  • «Арктиканы үҙләштереү тарихы» (инеш залы, Арктика, уның тәбиғәте, аҫаба халыҡтары һәм уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙләштереү тарихы менән таныштыра).
  • «Ҡотоптоң бөйөк романтиктары» (1912—1914 йылдар осорондағы — В. А. Русанов, Г. Я. Седов һәм Г. Л. Брусилов экспедициялары тураһында һөйләй).
  • «В. И. Альбановтың тормош юлы» (штурман Альбановтың тарихы).
  • ""Святая Анна"ны эҙләү" ("юғалған экспедиция"ны өйрәнеү һәм эҙләүҙең заманса тарихы). Экспедиция «Святая Анна» экспедицияһы совет яҙыусыһы Вениамин Кавериндың «Два капитана» романында һүрәтләнә, уның буйынса бер нисә нәфис фильм төшөрөлә. Валериан Альбанов роман геройҙарының береһенең — штурман Иван Климовтың прототибы була[9].
  • «Арктика геройҙары — Башкортостанда тыуғандар»[10][11][12].

Шулай уҡ музейҙа кинотетар, ашхана кеүек махсус биналар бар һәм улар төрлө мәҙәни, мәғариф саралары үткәреү мөмкинлеге бирә[13][14].

  1. В Уфе открылся музей полярников имени уроженца города Валериана Альбанова - ТАСС. 2 июль 2024 тикшерелгән.
  2. Ночь музеев в Музее полярников имени В.И. Альбанова 2023, Уфа — дата и место проведения, программа мероприятия.. 2 июль 2024 тикшерелгән.
  3. Музей полярников имени Альбанова открылся в Уфе (26 май 2021). 2 июль 2024 тикшерелгән.
  4. Музей полярников имени Валериана Альбанова открылся в Уфе (26 май 2021). 3 июль 2024 тикшерелгән.
  5. В Уфе открылся музей полярников имени Валериана Альбанова. www.pomorie.ru. Дата обращения: 2 июль 2024.
  6. Уфимский музей полярников имени Валериана Альбанова пополнился новым уникальным экспонатом (29 сентябрь 2023). 2 июль 2024 тикшерелгән.
  7. Уфимский музей полярников имени Валериана Альбанова пополнился новыми экспонатами (14 ғинуар 2022). 2 июль 2024 тикшерелгән.
  8. Гульназ Данилова. В Уфе открылся Музей полярников имени Валериана Альбанова - Российская газета (26 май 2021). 2 июль 2024 тикшерелгән.
  9. Sokol. В Уфе открыт Музей полярников имени Валериана Ивановича Альбанова - Российское историческое общество. historyrussia.org. Дата обращения: 2 июль 2024.
  10. В Уфе открыли музей полярников имени легендарного исследователя Арктики Валериана Альбанова (26.05.2021). 2 июль 2024 тикшерелгән.
  11. Музей | Музей полярников имени Валериана Альбанова | ул. Свердлова, 88 А | Уфа | Sobaka.ru. Собака.ru. Дата обращения: 2 июль 2024.
  12. В Уфе открылся музей полярников имени Валериана Альбанова - Общество – UfacityNews.ru. ufacitynews.ru. Дата обращения: 2 июль 2024.
  13. Музей полярников имени Валериана Альбанова открыли в Уфе (26.05.2021). 2 июль 2024 тикшерелгән.
  14. Российский этнографический музей. ethnomuseum.ru. Дата обращения: 2 июль 2024.