Альбанов Валериан Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, хәрби хеҙмәткәр, штурман
Заты ир-ат
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе брюшной тиф[d]
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Вафат булған көнө 1919[1][2]
Тыуған көнө 26 май 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Рәсем

Альбанов Валериан Иванович (26 май 1882 йыл — 1919 йыл) — алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе. Пар шхунаһы "Изге Анна"ла дрейфта ҡатнашыусы.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валериан Иванович Альбанов 1882 йылдың 26 майында Өфө ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Ырымбур бишенсе казак полкының ветеринар табибы була. Уларҙың ғаиләһе күп тапҡырҙар ҡаланан-ҡалаға күсеп йөрөй һәм алмаштырырға тура Альбановҡа бик йыш гимназия алмаштырырға тура килә. 1900 йылда Альбанов алыҫ Санкт-Петербург йөҙөү училищеһының башланғыс синыфына уҡырға инә. Атаһын иртә юғалтыуы арҡаһында, карап моделдәре эшләп һатҡан һәм репетиторлыҡ аҡсаһына йәшәй. Йәйҙәрен сауҙа караптарында матрос булып йөрөй.

Яҙ училищеһын тамамлағандан һуң 1904 йылдың яҙында училищены тамамлағас, Альбанов икенсе разряд штурманы була. 1908 йылда алыҫ йөҙөүҙәр штурманы дипломын алғансы Балтик флоты карабында хәрби хеҙмәт үтә, ике йыл Төньяҡ диңгеҙ экспедицияһының капитаны ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. «Обь» параходында Альбанов буйынса Енисей буйлап Красноярскиҙан Енисей ҡултығына тиклем йөрөй, фарватер буйынса билдәләр ҡуйыу менән шөғөлләнә, Енисей ҡултығында караптарҙы лоцман булып үткәрә. Шунан бер йыл йыл Баҡы, Әстерхан һәм Красноводскиға йөрөүсе параходтарҙа штурман була.

1908 йылда диплом алғас, Альбанов пар яхтаһында Санкт-Петербург һәм Балтик порты илдәренә өлкән штурман булып йөрөй. 1909 йылда ул маршруттары төньяҡ диңгеҙҙәре аша үткән караптарға эшкә күсә. Ике йылтармаҡта штурман булған Архангельск — порт Англия порттары линияһында штурман була, ә һуңынан бер йыл тиерлек Архангельскиҙан Баренц диңгеҙенә балыҡ тоторға йөрөүсе караптарҙа штурмандың өлкән ярҙамсыһы булып эшләй.

"Изге Анна"ла экспедицияһы һәм Франц-Иосиферегә күсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1912 йылда Альбанов Г. Л. Брусилов менән таныша, ул Альбановҡа «Изге Анна» шхунаһының штурманы вазифаһын тәҡдим итә. Брусилов экспедицияһының маҡсаты Рәсәйҙә беренсе булып Рәсәй флагы аҫтында Төньяҡ-Көнсығыш диңгеҙ юлы менән үтеү һәм бер ыңғай ундағы диңгеҙ хайуандарын тотоу кәсебе менән булышыу була. «Изге Анна» Санкт-Петербургтан 1912 йылдың авгусында сығып китә.

28 август (10 сентябрь1912 йыл шхуна, 18 айлыҡ аҙыҡ-түлек запасы алып, Мурман Александровскийынан (хәҙер Полярный) сығып китә һәм Карское диңгеҙен 4 (17) сентябрь 1912 йылда үтеп китә һәм шхуна боҙҙар араһында бара. 27 сентябрь (10 октябрь1912 йыл шхунаның үҙаллы барыуының һуңғы көнө була. Шхуна Ямал ярымутрауының көнбайыш яр буйында 71°45' киңлектә, боҙға туңа һәм көньяҡтан иҫкән көслө ел карапты боҙо менән бергә дрейфҡа һала. Билдәләнгән көнбайыш курсы урынына карап төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә шыуыша башлай[3]. Был турала Альбанов үҙенең көндәлегендә ентекләп яҙып ҡалдыра. Ике йыл буйына дауам иткән дрейф карапты Франц-Иосифере архипелагының төньяғына килтереп сығара

Брусилов менән оҙайлы конфликт сәбәптәре һәм астан үлеү ҡурҡынысы янауы арҡаһында 10 (23) апрель 1914 йылдың 10 (23) апрелендә боҙ менән ҡыҫылған караптың координаталары 82°55,50′ с. ш. 60°45′ в. д.HGЯO булған ерҙә Альбанов етәкселегендә 11 кешенән торған төркөм, карапты ташлап, дрейфлы боҙҙар буйлап Франц — Иосиф еренә күсә башлай.[3][4][5]Ошо осорҙа (фаразлауҙар буйынса ике матрос Конрад һәм Шпаковский — исемдәре асыҡтан-асыҡ түгел, сөнки Альбанов уларҙың исемдәрен аныҡ ҡына яҙмаған) ике кеше үҙҙәренән күпкә көсһөҙ кешеләрҙе ташлап үҙҙәре генә алға китә, әммә Франц-Иосиф ерендә улар төркөмө ҡабаттан бергә ҡушыла.

Был күсеү ваҡытында 9 кеше һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала. Иҫән ҡалған ике кешегә — Альбанов һәм матрос Конрадҡа — насип 9 (22) июль 1914 йыл Нортбрук утрау Флора моронона тиклем барып етергә насип була. Бында улар белеүенсә йорт-ҡоролма һәм аҙыҡ-түлек запасы була. Улар шунда ҡышты үткәрергә әҙерләнә. 20 июль (2 август1914 йыл Флора моронона Г. Я. Седов экспедицияһының «Святой мученик Фока» шхунаһы, Гукер утрауында ҡышлағандан һуң, бындағы ҡоролмаларҙың ҡайһы берҙәрен утынға һүтергә тип килеп туҡтай.. 25 июль (7 август1914 йыл, Конрадты һәм Альбановты ултыртып, шхуна Флора морононан йөҙөп китә һәм 17 (30) август 1914 йыл Кольский ярымутрауындағы Рында ҡасабаһына килеп туҡтай.

Экспедицияның фәнни һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альбанов килтергән Брусилов экспедицияһы материалдары диңгеҙ ағымдары, материктың сиктәрен билдәләүҙе системалауҙа, Карское һәм Баренц диңгеҙҙәре араһындағы Изге Анна улағы сиктәрен билдәләү һәм Визе утрауҙарының асыласағын алдан әйтеүҙә ҙур роль уйнай.

Альбанов күҙәтеүҙәре нигеҙендә боҙҙар дрейфының көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә булыуы һәм Көнсығыш-Шпицберген ағымы асыла.

Альбанов төркөмө Умберто Каньянан айырмалы үҙаллы рәүештә Петерман Еренең һәм Оскар Еренең миф икәнлеген иҫбатлай. Альбанов навигациялауҙа бары тик иҫкергән Пайер Юлиус Пайерҙың 1874 йылғы картаһы менән файҙалана. Ә был Нансен китабындағы картала был утрауҙар айырым ер итеп билдәләнгән була.

Артабанғы яҙмышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1914 йылдың ноябрендә Альбанов «Канада» ледорезында капитандың икенсе ярҙамсыһы булып эшләй, ә 1916 йылдың уртаһында — Архангельскийҙа порт боҙватҡысының капитаны була.

«Изге Анна» тураһында хәбәрҙең булмауы Альбановты нервы өйәнәге кисереүгә килтерә һәм ул башта госпиталгә йүнәлтелә һәм 1917 йылдың сентябрендә хәрби хеҙмәттән бушатыла.

Ревелдә порт караптарында эшләй. 1918 йылда әсәһе һәм һеңлеһе менән Красноярск ҡалаһына күсеп китә һәм унда Төньяҡ Боҙло океан гидрогеографик экспедицияһының Енисей төркөмөндә гидрограф булып эшләй.

Альбанов 1919 йылда Рәсәй юғары хакимы А. В. Колчак «Изге Анна» шхунаһын эҙләү экспедицияһын ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт итә, әммә был мөрәжәғәте һөҙөмтәһеҙ ҡала.

Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың Альбанов, күрәһең, Колчак менән осрашыуҙан ҡайтҡан саҡта, Ачинск тимер юл станцияһы тирәһендә һәләк була. Бер версия буйынса, ул тимер юлда торған снарядлы поездың шартлауы һөҙөмтәһендә һәләк булған, икенсеһе буйынса — «Ачинск-1» станцияһындағы тиф барагында вафат булған, тип әйтелә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2022 йылда Өфөлә Арктиканы өйрәнеүсе Валериан Альбановҡа барельеф асыла[6].
Альбанов Валериан хөрмәтенә аталғандар
  • боҙ класлы «Валериан Альбан» гидрографик карабы,
  • Франц- Иосиф архипелагының Гукер утрауындағы Альбанов мороно,
  • Карское диңгеҙендәге Диксон утрауы янындағы Альбанов утрауы
  • Төньяҡ Ере архипелагының Октябрь революцияһы утрауындағы Альбанов боҙлоғо.
  • Мәскәү Дәүләт һыу транспорты Академияһының Өфө филиалы «Речной-62» теплоходының исеме «Штурман Альбанов» исеменә алмаштырыла.
  • 2021 йылда Өфө ҡалаһында В. Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы асыла[7].

Альбанов образы нәфис әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Валериан Альбанов һәм «Изге Анна» шхунаһы Вениамин Кавериндың «Два капитана» романындағы штурман Климов Иван һәм «Изге Мария» карабының прототибы була.
  • Швейцария тишеренүсеһе һәм яҙыусыһы Рене Гузиҙың (франц. Rene Gouzy) 1928 йылда Ленинградта «Вокруг света» нәшриәте баҫтырып сығарған «В полярның льдах» романында «Эльвира» елкәнле шхунаһының боҙҙар араһында дрейфта булыуы шәфҡәт туташы Ивонна Шерпантье исеменән алып барыла. Роман көндәлек формаһында экипаждың бер өлөшөнөң штурман менән китеүе, ә шхунала ҡалғандарҙың аслыҡтан һәм ауырыуҙан үлеүе тураһында һөйләй. Роман әҙәби мистификация менән һуғарылған, йәнәһе Шарпантье үлере алдынан, көндәлеген йөҙөүсе тоҡҡа һалып диңгеҙгә ташлаған һәм уны һуңынан кит тотоусылар табып алған. 1931 йылда Гузи үҙенең был ялғанын фашлай.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альбанов иҫтәлектәр китабы яҙа. 1917 йылда китап Рәсәйҙә беренсе тапҡыр баҫыла, 1925 йылда немец һәм француз телдәрендә Германияла (Брейтфус Л. Л. инеш һүҙе менән), 2000 йылда инглиз телендә АҠШ-та баҫылып сыға һәм шул ваҡыттан алып бер нисә тапҡыр ҡабатлап баҫыла.

  • Альбанов В. Экспедиция Г. Л. Брусилова // Архангельск : газета. — 1914. — № 187, 188, 190, 191.
  • Альбанов В. И. На юг, к Земле Франца-Иосифа! — М.: Европейские издания, 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 5-98797-006-7.
  • Приложение к книге (факсимильное издание) — «Выписка из судового журнала», которая была составлена Брусиловым, доставлена в 1914 году Альбановым и в этом же году издана: Брусилов Г. Л. Выписка изъ судового журнала шхуны «Св. Анна». — Известiя Императорского Русского Географического Общества. — 1914. — Т. L, вып. III и IV.
  • Valerian Albanov. In the land of white death: an epic story of survival in the Siberian Arctic. — Modern Library, 2000. — 240 p. — ISBN 978-0679641001. (инг.)(инг.)
  • Альбанов В. И. Затерянные во льдах. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1978. — 208 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Международный идентификатор стандартных наименований — 2012.
  2. Al'banov Valerân Ivanovič // MAK (пол.)
  3. 3,0 3,1 Брусилов, 1914
  4. Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
  5. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  6. В Уфе состоялось открытие барельефа исследователю Арктики Валериану Альбанову. ИА «Башинформ», 9 ноября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2022)
  7. В Уфе открылся Музей полярников имени Валериана Альбанова

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Затерянные во льдах. Полярная экспедиция Г.Л.Брусилова на зверобойном судне «Св. Анна» / Под ред. Н. В. Пинегина. — Л.: Всесоюзный Арктический Институт, 1934. — (Полярная библиотека).
  • Подвиг штурмана В. И. Альбанова / Под ред. Н. Я. Болотникова. — М.: Географгиз, 1954. — 207 с.
  • Троицкий В. Подвиг штурмана Альбанова. — Красноярск: Красноярское книжное издательство, 1989.
  • Алексеев Д. А. Неизвестные письма участников русской полярной экспедиции 1912 г. на шхуне «Св. Анна» // Летопись Севера. — М.: Мысль, 1985. — Т. 11. — С. 181—192.
  • Чванов М. А. Загадка штурмана Альбанова. — М.: Мысль, 1981. — 132 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]