Виктория Чмилите-Нильсен

Викто́рия Чмилите-Нильсен (лит. Viktorija Čmilytė-Nielsen; 6 август 1983 йыл, Шяуляй, Литва ССР-ы, СССР) — Литва шахматсыһы, Литва тарихында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-гроссмейстер. 2011 йылда Европа чемпионы һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионатының өс тапҡыр көмөш призеры (2003, 2008, 2010), ир-егеттәр араһында ике тапҡыр Литва чемпионы (2000 һәм 2005). 2015 йылдың 21 апреленән алып — Литва Республикаһы Сеймы ағзаһы[20], 2020 йылдың 13 ноябренән — Литва Республикаһы Сеймы Рәйесе

Шахматсы карьераһы

1994 йылда Европа чемпионатында 12 йәшенә тиклем 6-сы урынды биләй. 1995 йылда Сан-Лоренсула 12 йәшенә тиклем донъя чемпионатында алтын миҙал яулай. 2000 һәм 2005 йылдарҙа ир-егеттәр араһында Литва чемпионатында еңеү яулай. Европа беренселегендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында өс тапҡыр 2-се урынды яулай: Истанбул (2005) һәм Пловдив (2008), Риекала (2010).

Тбилисиҙа (2011) ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионатында шахмат буйынса 1-се урын.

Сәйәси эшмәкәрлеге

2012 йылда парламент һайлауҙары алдынан партияһыҙ Виктория Чмилите Литва Республикаһы Либералдар хәрәкәтенең һайлаусылар исемлегенә индерелә (ДЛЛР). Күп мандатлы округта рейтинг һөҙөмтәләре буйынса спортсы партия исемлегендә 12-се урынға сыға һәм һайланған кандидаттар араһына инмәй[21]. Бер мандатлы Дайну округында (Nr. 25) Чмилите еңеүгә өлгәшә алмаһа ла, 14-тән алтынсы урынды биләй (7,29 % тауыш)[22].

2015 йылдың 21 апрелендә Вильнюс мэры вазифаһына һайланыуы менән бәйле сәйәсмән Шимашюс Ремигиюс Сейм ағзаларының вәкәләтен һала. Виктория Чмилите парламентта уның урынын биләй, шул уҡ көндө ант килтерә. Сеймда Виктория Чмилите тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитетына ҡушыла[23].

2016 йылда парламент һайлауҙары алдынан Виктория Чмилите бер мандатлы Аушрос (Nr. 25) округына үҙ кандидатураһын ҡуя, әммә тауыш биреү барышында 16,37 % тауыш йыйып һәм Литваның социал-демократик партияһын һәм Крәҫтиәндәр һәм йәшелдәр союзын (Литва) алға үткәреп, беренсе турҙа уҡ төшөп ҡала, (ундан өсөнсө урын)[24]. Шуға ҡарамаҫтан, Виктория Чмилите ДЛЛР исемлеге буйынса үҙенә күп мандатлы округта алған дүртенсе урын ярҙамында сираттағы саҡырылышта Сейм ағзаһы итеп һайлана[25].

Шәхси тормошо

2001 йылдан 2008 йылға тиклем испан шахматсыһы Алексей Шировта кейәүҙә була. 2013 йылдың 28 декабрендә икенсе тапҡыр дат шахматсыһы Петер Хейне Нильсенға кейәүгә сыға[26]. Өс бала әсәһе.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 OlimpBase (ингл.)
  2. 1 2 3 4 5 6 Viktorija Čmilytė‑Nielsen // Visuotinė lietuvių enciklopedija (лит.)
  3. 1 2 Cmilyte, Viktorija // ratings.fide.com (ингл.)
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Bartelski W. List of players on FIDE lists 1967-2001 — 2019.
  5. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 апреля 2001 года — 2001.
  6. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 июля 2003 года — 2003.
  7. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 января 2004 года — 2004.
  8. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 апреля 2005 года — 2005.
  9. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 28 февраля 2013 года — 2013.
  10. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 мая 2019 года — 2019.
  11. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2019 года — 2019.
  12. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 сентября 2019 года — 2019.
  13. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 29 февраля 2020 года — 2020.
  14. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 марта 2020 года — 2020.
  15. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 мая 2020 года — 2020.
  16. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2020 года — 2020.
  17. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 декабря 2020 года — 2020.
  18. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 марта 2021 года — 2021.
  19. Viktorija Cmilyte // Chess.com — 2005.
  20. Seimo Liberalų sąjūdžio frakcijos pranešimas: «Prie frakcijos prisijungė Seimo narė Viktorija Čmilytė-Nielsen»(лит.). Сейм Литовской Республики(21 апреля 2015).Дата обращения: 18 сентября 2015.
  21. Balsavimo rezultatai daugiamandatėse apygardose. 2012 m. Lietuvos Respublikos Seimo rinkimai ir referendumas dėl naujos atominės elektrinės statybos Lietuvos Respublikoje (лит.). Главная избирательная комиссия Литовской Республики. Дата обращения: 18 сентября 2015.
  22. Dainų (Nr.25) apygarda (лит.). Главная избирательная комиссия Литовской Республики. Дата обращения: 18 сентября 2015.
  23. Viktorija ČMILYTĖ-NIELSEN (лит.). Сейм Литовской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2015.
  24. 2016 m. Seimo rinkimų rezultatai - Aušros (Nr.25) apygarda (лит.). Главная избирательная комиссия Литовской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2016.
  25. 2016 m. Seimo rinkimų rezultatai - Lietuvos Respublikos liberalų sąjūdis (лит.). Главная избирательная комиссия Литовской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2016.
  26. Jurevičiūtė, Beatričė. Palangoje susituokė šachmatininkai V.Čmilytė ir P.H.Nielsenas (лит.). lrytas.lt (29 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2016. 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

  • Личная карточка Виктории Чмилите на сайте ФИДЕ
  • Партии Виктории Чмилите в базе Chessgames.com[en] (англ.)
  • Личная карточка Виктории Чмилите на сайте 365chess.com (англ.)
  • Выступления Виктории Чмилите на шахматных олимпиадах
  • Выступления Виктории Чмилите на командных чемпионатах Европы
  • Выступления Виктории Чмилите на шахматных олимпиадах среди женщин
  • Выступления Виктории Чмилите на командных чемпионатах Европы среди женщин