Восточный (Ырымбур өлкәһе)

Восточный — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Светлый районы ҡасабаһы. Восточный ауыл Советының административ үҙәге һәм был ауыл Советының берҙән-бер ауылы.

undefined

Географияһы

Йылға Тубыл йылғаһының уң яҡ ярында, Рәсәй-Ҡаҙағстан сигендә урынлашҡан. Район үҙәге — Светлый ҡасабаһынан 75 км төньяҡ-көнсығыштараҡ ята.

Тарихы

1962 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән «Восточный» совхозының үҙәк усадьба ҡасабаһы Восточный исеменә үҙгәртелә[2].

Восточный ҡасабаһының ауыл биләмәһе үҙәге булараҡ статусы һәм сиге 2004 йылдың 2 сентябрендәге «Ырымбур өлкәһе муниципаль берәмектәренә муниципаль район, ҡала округы, ҡала биләмәһе статусы биреү муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен билдәләү һәм үҙгәртеү тураһында» ғы 1424 / 211-III-оз Законы менән билдәләнә[3].

Ҡасаба ике дәүләттең иң сигендә урынлашҡан һәм СССР тарҡалғандан һуң сик эргәләш кенә торған элекке Дзержинский колхозын Ҡаҙағстанға ҡалдырып үткән. Ауылды ҡаҙаҡса Аҡҡарға тип атай башлағандар. Восточный ауылы советының башлығы Владимир Половинкин 2011 йылда, ошо бүленеү арҡаһында Ҡаҙағстанда йәшәп, ауылда пропискала тороусылар бар, улар ауылға ҡайтыр өсөн 200 км Комсомольский аша, йәки 400 км Светлый аша урап йөрөргә мәжбүр, тип белдерә[4].[5]

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2010[6]2012[7]2013[8]2014[9]2015[10]2016[11]2017[12]
735717668624601540530
2018[13]2019[14]2020[15]2021[16]
524509478459
100
200
300
400
500
600
700
800
2010
2016
2021
Милли составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[17]::

МилләтҺаны, кешеӨлөшө
1урыҫтар45662 %
2ҡаҙаҡтар13618,5 %
3татарҙар314,2 %
4башҡорттар263,5 %
5украиндар202,7 %
6немецтар121,6 %
7башҡалар547,3 %

Этимологияһы

Өлкәнең География институты Социаль-иҡтисади география бүлегенең "Природа Оренбургской области» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡасабаның атамаһы 1954 йылда өлкәнең көнсығышында, Ҡаҙағстан сигендә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән ваҡытта ойошторолған Восточный тигән совхоз атамаһынан барлыҡҡа килгән[18]

Иҫтәлекле урындары

Ҡасандыр ул 700-гә яҡын кеше йәшәгән уңышлы совхозда хәҙер ауыл хужалығы менән айырым фермерҙар шөғөлләнә, халҡы 400-ләп кенә кеше иҫәпләнә. Ҡасабанан 7-10 саҡрым алыҫлыҡта боронғо легендаларҙың кәүҙәләнеше булған ғәҙәти булмаған тау бар. Дөйәтау тип йөрөтәләр уны.

Уларҙың береһе буйынса, борон ошо урындарҙан уңдырышлы ерҙәр эҙләп каруан үтеп барған. Улар бик оҙаҡ бара, әммә эргә-тирәлә далалар ғына йәйрәп ята. Эҫелектән һәм һыу етешмәүҙән кешеләр һәм малдар ҡырыла. Ахырҙаа бер генә дөйә тороп ҡала, ул атлауын дауам итеп, арымай-талмай алға бара, ниһәйәт, алыҫта йылғаның нур таҫмаһын күреп ҡала. Дөйә еңел һулап ергә ята, мәгәр, ҡалҡына алмай ташҡа әйләнә.

Дөйә күргән йылға - Әсеһыу (Ащесу) була. Ул Ырымбур өлкәһенең көнсығышында аға һәм Тубылға ҡоя. Ләкин картала уны табыу мөмкин түгел, майҙа ул өлөшләтә ҡорой, бары бер нисә ваҡ ҡына ятыу ҡала, йәйгеһен уларҙы аҡ һәм һары томбойоҡтар ҡаплай.

Дөйәтау өлкәнең геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[19].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. О переименовании некоторых населенных пунктов Оренбургской области // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1962. — № 22. — С. 337.
  3. Закон Оренбургской области от 2 сентября 2004 года № 1424/211-III-ОЗ «О наделении муниципальных образований Оренбургской области статусом муниципального района, городского округа, городского поселения, установлении и изменении границ муниципальных образований»
  4. Посёлок Восточный - только черная точка на карте
  5. "Часть населения есть, которые живут в Казахстане, а прописаны здесь. Вот им приходится 200 км через Комсомольский ехать. Или 400 через Светлый", — отметил глава МО Восточный с/с Владимир Половинкин в 2011 году.- "Посёлок Восточный - только черная точка на карте"
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2018. Архивировано 26 июль 2018 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2019. Архивировано 2 май 2021 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
  16. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2021 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2021. Архивировано 2 май 2021 года.
  17. Данные Всероссийской переписи населения 2010 года.(недоступная ссылка)
  18. Восточный//Природа Оренбургской области(недоступная ссылка)
  19. Уникальные места России, о которых вы вряд ли слышали: Верблюд-гора