Вәзиғәтов Илшат Әғзәм улы
Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов (рус. Ильшат Агзамович Вазигатов; 1968 йылдың 8 феврале, Өфө) — инженер-механик, иҡтисадсы, ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, даими нигеҙҙә Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Президиум ағзаһы[1]; 2006—2023 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙиәткәре (2012). Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре (2012). Халыҡтар дуҫлығы (2019) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2023).
Биографияһы
Вәзиғәтов Илшат Әғзәм улы 1968 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Урта белем алғас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң Совет Армияһы сафына саҡырыла һәм ике йыл (1986—1988) хәрби хеҙмәттә була. 1992 йылда вузды «Ауыл хужалығын механизациялау» һөнәре буйынса «инженер-механик» квалификацияһы менән тамамлай[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңауыл районының Чапаев исемендәге колхозында инженер-технолог булып башлай, артабан баш инженер була. 1995 йылда автотрактор паркы директоры итеп үрләтелә, һуңынан элеватор директоры урынбаҫары булып эшләй.
2001—2005 йылдарҙа — Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһы хакимиәте башлағы урынбаҫары. Шул осорҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында «иҡтисадсы» һөнәре буйынса икенсе юғары белем ала (2007).
2006 йылдан — Яңауыл ҡалаһы ҡала биләмәһе һәм Яңауыл муниципаль районы хакимиәте башлығы, Яңауыл районы хакимиәте вазифаһын башҡарыусы, Яңауыл районы хакимиәте башлығы булып эшләй[2].
2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, даими нигеҙҙә Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе[3], Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Президиум ағзаһы[1].
Ғаиләһе
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ атаһы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2023);
- «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе (2019);
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2018);
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2012);
- «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 20 йыл» миҙалы (2012);
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2012);
- «Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре» (2012);
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» (2012);
- «Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына 90 йыл» юбилей миҙалы (2010);
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2010, 2013);
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2010)[1][2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Президиум Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Главная → Лица партии → Вазигатов Ильшат Агзамович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (рус.)
- ↑ В Башкирии официально утвержден новый состав комитетов Госсобрания — Курултая РБ. ИА «Башинформ» (12 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Проект «Депутаты». Вазигатов Ильшат Агзамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Сетевое издание «Уфа1.ру». Политика. Выборы в Башкирии. Нашел другую работу: в одном из районов Башкирии увольняется глава администрации (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Ильшат Вазигатов: «Все это радует и вселяет надежду» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Профсоюз работников агропромышленного комплекса Российской Федерации. Официальный сайт. Соглашение с Комитетом по аграрным вопросам Госсобрания — Курултая РБ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)
- Глава Янаула: Доступность местной власти у нас обеспечена (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2026)