Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы

Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы (рус. Валеев Салимьян Галлямович; 17 октябрь 1934 йыл) — педагог, мәғариф һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1956—1999 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985).

Биографияһы

Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиев 1934 йылдың 17 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған[1].

Юғары белемле: 1968 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтын[2] тамамлаған[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда Бөрйән районы Аҡбулат ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай.

1956 йылдан Баймаҡ районы Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1959 йылдан — Ишбирҙе ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры[1].

1961 йылдан Һаҡмар башланғыс мәктәбе мөдире, 1962 йылдан — Темәс урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире.

1968 йылдан Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ, 1975 йылдан — Йомаш урта һәм 1978 йылдан — Темәс урта мәктәбе директоры[1].

1985—1987 һәм 1989—1990 йылдарҙа Темәс ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе[1].

1987—1989 һәм 1990—1999 йылдарҙа Темәс урта мәктәбе уҡытыусыһы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 2008 йылдан Темәс ауыл советының «Атайсал» аҡһаҡалдар клубы рәйесе[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985)
• РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981)
• СССР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1977)
• РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1978)
• Украина ССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1977)
• Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1977)
• «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалы (2019)[4]
• Рәсәйҙә «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»н үткәреү буйынса
ойоштороу комитетының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы (2014)[5]
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почёт грамотаһы (2012)
• Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы (2017)
• Темәс ауылының почётлы гражданы (2012)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2024)
  2. Артабан Магнитогорск дәүләт университеты, 2014 йылдан Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты составында.
  3. Администрация сельского поселения Темясовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республика Башкортостан. Официальный сайт. Наши именитые земляки. Салимьян Галлямович ВАЛЕЕВ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)
  4. Баймакская межпоселенческая центральная библиотека. Официальный сайт. Известные люди Баймакского района. Валеев Салимьян Галлямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)
  5. Семье Валеевых из с.Темясово будет вручена медаль «За любовь и верность». Сайт «BezFormata.Com». 07.07.2014 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)

Һылтанмалар

• Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2024)
Баймакская межпоселенческая центральная библиотека. Официальный сайт. Известные люди Баймакского района. Валеев Салимьян Галлямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)
Администрация сельского поселения Темясовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республика Башкортостан. Официальный сайт. Наши именитые земляки. Салимьян Галлямович ВАЛЕЕВ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)