Вәсилә
Вәсилә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
Вәсилә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе айырылмаҫ дуҫ, көтә белеүсе тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31 декабрь 1979 йыл — 26 ғинуар 2016 йыл) — Башҡортостан йырсыһы. Башҡортостан Республикаһыының (2015) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015). Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай
Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11 июль 1942) — анатом, медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мəктəп хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мəғарифы отличнигы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).
Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы (1 август 1962 йыл) — ғалим-биолог, хужалыҡ эшмәкәре. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры. Биология фәндәре кандидаты (2002).
Ишмөхәмәтова Вәсилә Хөсәин ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Өфө ҡалаһы Совет районы, 61-се Володар һайлау округы[2].
Ғәйерфанова Вәсилә Әфтәх ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Шишмә районы, 274-се Шөңгәккүл һайлау округы[3].
Фәйзуллина Вәсилә Инсафетдин ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Бәләбәй районы, 124-се Аделькин һайлау округы[4].
Әҙәбиәт
- Вәсилә (хикәйә) Авторы Физәлиә Дәүләтгәрәева.
Һылтанмалар
- Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- ↑ Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- ↑ Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ