Вәхитов Аҡмал Ғилфан улы

Аҡмал Ғилфан улы Вәхитов (рус. Вахитов, Акмал Гильфанович1900 йылдың 15 майы, Шығай (Апас районы)[d], Ивановское волосы[d], Зөя өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы1957 йылдың 21 ноябре, Ишембай, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет нефтсе-геологы. Скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау оҫтаһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948)[1].

Биографияһы

1900 йылдың 15 майында Ҡазан губернаһы Шығай ауылында (хәҙер — Татарстан Республикаһының Апас районы) тыуған. [2]. Башланғыс белемле. 1914 йылда Тула ҡорал заводында йөк ташыусы булып эш башлай. 1916—1917 йылдарҙа Кавказ аръяғы нефть промыслаларының нефтте ҡойоларҙан тартып сығарыусыһы була. 1918 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Көнсығыш фронтта 5-се армияның 26-сы дивизияһы составында һуғыша.

1923 йылдан — «Старогрознефть» (Грозный ҡалаһы) тресы промыслаларында быраулау эшсеһе, тормозсы, быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы, асҡыссы, мастер, 1937 йылдан Башҡорт АССР-ының «Ишембайнефть» тресы асҡыссыһы, мастер, ер аҫты скважиналарын ремонтлау буйынса өлкән мастер булып эшләй.

А. Вәхитов етәкләгән ер аҫты скважиналарын ремонтлаусы бригада йыл һайын план йөкләмәләрен арттырып үтәй. 1946 йылда бригада буйынса скважиналарҙың ремонтлау нормаһы — 132, 1947 йылда 131,3 % процент була.

Рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә — производствоға 20-нән ашыу тәҡдим индерә. Улар араһында — нефттең төпкөл пробаларын алыу ысулы менән скважинаның эксплуатацияланыусы колоннаһына һыу ебәреү урынын билдәләү, нефть сығарыуҙың компрессор ысулында скважина колоннаһына һауаның ҡатламдарға китеүенә ҡаршы торорлоҡ «башмаҡ» ҡуйыу, скважинаны өҫкә күтәрмәй генә ватылған плунжерын сығарыу ҡулайламаһы, насостың ҡырылған шариклы клапандарын шымартыусы шлифовка станоктар эшләү[3]. Күрһәтелгән рационализаторлыҡ тәҡдимдәре нефть табыу процесын яҡшыртырға һәм ер аҫты скважиналарын ремонтлау эшселәренең хеҙмәтен күпкә еңеләйтергә ярҙам итә, йөҙәрләгән мең һумды экономиялауға килтерә. Треста эшләгән осорҙа А. Вәхитов 28 кешене нефть скважиналарының ер аҫты ремонты һөнәренә өйрәтә.

Нефть сығарыуҙы арттырыуҙа, нефть һәм нефть ятҡылыҡтарын разведкалау һәм нефть скважиналарын быраулау буйынса юғары ҡаҙаныштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 8 майындағы Указы менән А. Ғ. Вәхитовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм алтын миҙал тапшырыла.

«Ишембайнефть» тресында 1957 йылға тиклем эшләй. 1957 йылдың 21 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948);
  • ике Ленин ордены;
  • «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (1942);
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы.

Хәтер

  • Ишембайҙа элекке Некрасов урамына Вәхитов исеме бирелә.
  • «Башнефть» производство берекмәһендә хеҙмәткәрҙәрҙе нефть табыу һәм рационализаторлыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн бүләкләү маҡсатынан А. Ғ. Вәхитов исемендәге премия булдырылған.
  • «Совет Башҡортостаны» документаль фильм геройы (1950 йыл, реж. Н.Соловьёв, Иосиф Гиндин).

Иҫкәрмәләр

  1. Каргапольцев С. Вахитов Акмал Гильфанович. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2024.
  2. Каримова И. Г. Вахитов Акмал Гильфанович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2024.
  3. Герой Социалистического Труда Акмал Вахитов. Вспоминаем о легендарном нефтянике (6 август 2020). 5 февраль 2026 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә