Герой бейеүе (документаль фильм)
Герой бейеүе (рус. Танец героя, документальный фильм о Ильнаре Хатмуллине) — ҡыҫҡа метражлы документаль фильм (12+), Башҡортостанда махсус хәрби операцияла һәләк булған Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың хәтерен мәңгеләштереүгә бағышланған. Режиссёры — Радик Килмәмәтов. Хронометражы — 26 минут. Фильм ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар нигеҙендә төшөрөлгән.
Төшөрөү тарихы
2024 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла (рус.)баш. ҡатнашҡан геройҙар тураһында фильмдар төшөрөү бурысын дәүләт заказы кимәлендә ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы белдереүенсә, «Герой бейеүе» фильмы ошо йүнәлештә төшөрөлгән тәүге эштәрҙең береһе булып тора[1].
Фильмда Илнар Хәтмуллиндың тормош юлы, сәхнәләге тәүге аҙымдары, ижади үҫеш юлы, хәрби хеҙмәте һәм батырлыҡ күрһәтеп һәләк булыуы тураһында һөйләнә. Төп геройҙың фиҙакәрлеге тураһындағы иҫтәлектәрҙе уның яҡындары, сәхнәҙәше дуҫтары, хәрби хеҙмәттәштәре һәм туғандары аша тамашасыларға еткерәләр.
Фильмда Сибай филармонияһы бейеү ансамбле сығыштарынан, ғаилә архивынан алынған һирәк видеояҙмалар урын алған[2].
Төп герой тураһында
Илнар Илдар улы Хәтмуллин 2000 йылдың 5 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә уҡып сыҡҡандан һуң, Сибай сервис һәм төҙөлөш колледжында «Автомеханика» һөнәре буйынса белем ала. Илнар бейеү сәнғәтенә бала саҡтан уҡ маһир була. Атаһы Илдар Булат улы һәм әсәһе Лариса Шәйнур ҡыҙы кеүек үк, ул да бейеүгә ғашиҡ, «Осҡон» халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнә. 2017 йылда уны Сибай концерт-театр берекмәһенә балет артисы итеп эшкә алалар. 2019 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылып, бранетранспортерҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, ижади эшмәкәрлеген дауам итә.
2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизациялана, мотоуҡсылар ротаһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була[3].
Илнар Хәтмуллиндың ҡаһарманлығы дәүләт кимәлендә баһалана. Уны һуңғы юлға оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әсәһе Лариса Шәйнур ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы тапшырылған Генерал Шайморатов ордены тапшырҙы. Рәсәй Президенты Указына ярашлы бирелгән Батырлыҡ ордены Илнарҙың кәләше Фидалия Рәмил ҡыҙына тапшырылды[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Республика етәксеһе махсус хәрби операция геройҙары хаҡында кино төшөрөргә ҡушты (башҡ.). Башинформ (9 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.
- ↑ 1 2 Зиля Авзалова. В Башкирии сняли фильмы про участников СВО - «Вести» побывали на премьере. ГТРКБР.ру (9 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.
- ↑ Тыныс йоҡла, Илнар...Күңел һыҡрай, йөрәк әрней... (башҡ.). Башҡортостан гәзите (10 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.